Благодатный день

Автор:
Тамара Искандерия
Перевод:
Тамара Искандерия

Бәрәкәтле көн

 

—Сыр-р-ҡ, сыр-ҡ! Нурия, уйнарға сыҡ!

Ҡоштар сырҡылдауына ҡушылып Һарыбай ҙа тауыш бирә:

—Уау, уау! Нурия, көтә бит тау!

Ә Нурия һаман яйлай. Иртән тороп тәҙрәнән ҡараһа, ер ап-аҡ. “Ә сәскәләр? Ә ағастар? Улар ҡайҙа булған?” — тип бошондо ҡыҙыҡай.

— Балаҡайым, ҡара әле, тышта бәрәкәт яуған! — тип килеп инде әсәһе ишектән.

—Бәрәкәт? Ә ул нимә була? Тәмлеме ул?

—Тәмле, бик тәмле. Йәйен иген ишелеп уңыр, икмәк күп булыр. Бәрәкәт ана шул була инде. Бар, сыҡ, унда ҡыҙылтүштәр килгән!

Нурия кейенеп тышҡа сыҡты. Һарыбай ҙа үҙен көтөп торған, ҡойроғон болғап ҡыуана. Ҡыҙылтүштәргә ҡарап өрөп тә ала. Бында мин хужа, йәнәһе. Урам буйлап киткәйнеләр, Һарыбай йүгереп йылға ярына төшөп китте. Нурия ла эте артынан ҡалманы. Бейек яр аҫтынан ауыл йорттары күренмәй ҙә. Көрттә аунап уйнап та алдылар. “Ҡана, тәмлеме икән?” — тип ҡарҙы тәмләп тә ҡараны ҡыҙыҡай. Һарыбай менән икәүһе әллә ниндәй сихри донъяға килеп ингәндәй тойолдо Нурияға. Ана, бер болот — әкиәттәге толпар һымаҡ. Күкрәктәре ҡабарып, тылсымлы ялдары ялбырап, киң аҡ ҡанаттары менән күкте иңләгәндәй ул.

—Аҡбуҙат! Был һинме?

—Эйе, Нурия, мин! Иң ҙур хыялың нимә, әйт?

—Ҡанаттарыңа ултыртып бөтә донъяны ҡарап сығыр инем!

—Минең ҡанаттарым бик дәү, Нурия, ә һин әлегә бәләкәсһең… Был теләгеңде үҫкәс үтәрмен.

—Улай булғас, Аҡбуҙат, сәскәләрҙең, ағастарҙың ҡабат йәшәргәнен күргем килә!

—Ярай, аҡыллым, йылғалағы балыҡтар ҙа, ҡыҙылтүштәр ҙә — ерҙәге бөтә бәрәкәт, барлыҡ тәбиғәт гел йәшәреп, яңырып торор.  

Аҡбуҙат шул саҡ юҡ булды. Ә Һарыбай, әйҙә, әйҙә, тигән һымаҡ алдан йүгереп, ҡыҙыҡайҙы ауыл урамына алып сыҡты.

— Әсәй, бәрәкәттең нимә икәнен мин хәҙер аңланым! — тип өйгә ҡайтып инде Нурия.  

 

Благодатный день 

 

— Чирик-чирик! Нурия, выходи играть!

К чириканью птиц присоединяется и лай Желтоухого:

— Уау, уау! Нурия, нас горка ждет!

А Нурия всё медлит. Встала спозаранку, посмотрела за окно: всё белым-бело. «А цветы? А деревья? Куда они пропали?» — загрустила девочка.

— Доченька, погляди, какая благодать на дворе! — сказала мама, заходя с холода в дом.

— Благодать? А что это? Это вкусно?

— Вкусно, очень вкусно. Летом урожай будет хороший, хлеба будет много. Это ли не благодать? Иди, выйди на улицу, там снегири прилетели!

Нурия оделась и вышла из дома. Желтоухий так ждал её! Вот он радостно машет хвостиком и, поглядывая на снегирей, издаёт звук, похожий на короткое рычание. Но не рычит, а только предупреждает: здесь, мол, я хозяин. Пошли по улице. А Желтоухий так и побежал к берегу и дальше вниз к реке. И Нурия за ним.

За высоким берегом реки деревенских домов и не видно. Вдоволь повалялись в сугробе. «Ну-ка, вкусно ли это?» — девочка попробовала снег на вкус.

Вдруг ей показалось, что они вместе с Желтоухим попали в какой-то волшебный мир. Вон там, на небе, одно облако — как крылатый конь из сказки. Грудь высокая, причудливая грива играет, широкие белые крылья распростерты над всей деревней.

— Акбузат! Это ты?

— Да, Нурия, это я!

— А правду говорят, что ты исполняешь мечты детей?

— Да, Нурия, это так. Когда-то милосердная Хумай, девушка-лебедь, подарила меня Урал-батыру. И он совершил много добрых дел.

— Да, я знаю. Мне мама рассказывала. Жили в допотопные времена Янбика и Янбирде, и Лев был в служении у них. У них было два сына — Урал и Шульген. Уходя на охоту, родители пили кровь из кожаного туеска, а детям запрещали, мол, вам ещё нельзя. Но Шульген, старший брат, не послушался и выпил. И сердце его стало жестоким. А Урал не стал пить кровь и вырос добрым и сильным.

— Да, Нурия, ты хорошо запомнила. Скажи мне, о чём ты мечтаешь?

— Я мечтаю, чтобы ты посадил меня на свои крылья, хочу стать сильной как Урал-батыр! И увидеть весь мир!

— Но ты ещё совсем маленькая. Я не смогу выполнить пока это желание... А что ты ещё знаешь про моего батыра Урала?

— Когда вырос, Урал пошел искать Смерть, чтобы победить её. Ему в пути пришлось нелегко. А его брат Шульген стал на сторону злых сил, драконов. Урал одолел зло и нашел родник с живой водой, чтобы победить Смерть.

— Но он не стал пить из него?

— Нет, не стал. Вобрал в себя, окропил всё вокруг: деревья, горы...

— Ты очень умная девочка, Нурия! Скажи мне второе твое желание?

— Акбузат, сделай так, чтобы деревья и цветы снова зазеленели!

— Хорошо, моя девочка, и  рыбы в реке, и снегири, и цветы, и деревья — вся природа, вся благодать будет обновляться каждой весной!

Внезапно Акбузат куда-то пропал. А Желтоухий залаял, побежал вперёд и вскоре вывел девочку на деревенскую улицу.

Нурия прибежала домой со словами:

— Мама, я поняла! Я поняла, что такое благодать!

 

Рейтинг@Mail.ru