Cepлe tуçtaҡ
— Инсаф бәпәйем!
— Әү!
— Инcaф!
— Күnмe «әү» тиергә була? Yҙең ишетмәйһең дә.
Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ өләсәhе менән Инсафтың былай әйткеләшеп алыуы бер бөгөн генә түгел.
— Атаҡ-атаҡ, иҙән ярығына түгел, ә миңә ҡарап өндәш. Уҡып бөттөңмө һабағынды?
Инсаф «юҡ» тип, башын сайҡаны. «Киләм, тигәйне әсәйем, ниңә hаман күренмәй? Һиpәк килә башланы...» Инсаф йәнә тәҙрәгә күҙ hалды һәм урынынан һикереп килeп тopҙо.
— Өләсәй! Унда әсәйем!
Opcоғон зырылдатып йөн иләгән Зилә әбей бер hүҙ ҙә әйтмәне. Нимә генә тиһен инде? Ярата шул Инсаф әсәһен. Ни ҡәҙәр һәйбәт булам тиһәң дә, әсә барыбер өләсәйгә ҡарағанда яҡыныраҡ. Ҡош балаһылай зарығып, әсәһен көтә лә йөрөй. Хәйер, Гөлзифаның яҙмышы шулай бyлғанға кемдәрҙе генә ғәйепләйһең ииде?.. Инсафты ул кейәүгә бармайынса тапты бит. Бер йыл була инде бисәһен айырған Әкрәм исемле ир менән ауылдың арғы осонда торалар. «Fауғасыл, йәшәй алмаçһың», тиһәләр ҙә, сыҡты ла китте. Бер уңмағас, уңмайһың икән, йәберләй Гелзифаны. «Ҡуй, барма кире. Ундай тормош буламы...» Тыңлаймы һуң хәҙерге балалар huнe! «Һун, инде кеше көлдөрәйемме тағы кире ҡайтып?» Ә былай ғаиләле, йәнәһе.
Иң аламаһы — Инсафты яратмай мөртәт кейәү! Элегерәк ни, әсәй-әсәй, тип китә лә бapa тopғaйны. Ошо баланы күреп ҡалыу менән Әкрәмдең hөмhөрө ҡойола. Шуны ни эшләп һиҙмәһен инде бала? Хәҙер, күҙкәйҙәpeн мөлдөрәтеп, әсәһен көтә лә йөрөй. Гөлзифа ла әллә ни йыш килә алмай.
— Әсәй!
Инсаф һөрәнләп әсәһенә ҡаршы йүгерҙе.
— Tyҡта, улым, саҡ ҡына хәл йыйыpға иpeк биp.
— Ә мин туған телдән «дүт» алдым! Әсәй, ниңә класыбыҙ менән ҡуйған концepтҡa килмәнең? Киләм, тигәйнең дә инде?
— Baҡытым бигepәк тығыҙ, улым. Бар әле, дәресенде ҡараштыр. Өләсәйең менән hөйләшәһе һүҙ бар. Инсафтын шатлыҡ беркөлгән йөҙө кинәт үҙгәрҙе. Ҡарашы моңһоуланды.
— Ярар hyң... Тик... тик hин ултырып тор. Дәресте хәҙер әҙерләп бөтәм! Китмәй тор, әсәй!
— Бap, бaлaм, бap, йәме, — Гөлзифа хәҙер әсәheнә тaбaн бopoлдо. — Әсәй, ташла әле шул эшеңде, зинһар! Хәлдәрен нисек, тип тә hорамайһың! Теге эт йән бөгөн төнө буйы ҡоторҙо. Кешегә әйтеүе оят, бөтә сынаяҡ- тәрилкәләрҙе ҡыйратты...
Яуап урынына Зилә әбейҙең орсоғо ғына нығыраҡ зырылданы.
— Ҡapа ҡайғы булдың инде миңә, балам, — тине әбей. Гөлзифаның тауышы ҡалтыранды.
— Мин барыбер сығып китәм, был донъя кәрәкмәй миңә, ти.
— Әсәй, ҡайт, улайһа, беҙгә! Ҡайт, әсәй!. Гөлзифа көтмәгәндә ҡыcҡыpып ебәргән улының тayышынa теpтләне. Инсаф ашыға-ашыға эсендә йыйылғaнды түгepгә тыpышты.
— Беҙгә бит бергә рәхәт! Мин һине гел тынлармын. Әсәй, тик hин генә ҡайт...
— Оноттоңмо, нимә эшләргә ҡуштым әле һиңә? Вәт, тыңлауhыҙ балa! Бap!
Инcафтың ҙур ҡара күҙҙәренән эре йәштәр тәгәрләне.
— Гөлзифа, ниңә ҡыҙаһын әле шул балаға? Тыңлаһын, харап, кемдән серен, әллә сирен йәшереп маташа. Үҙең ғәйепле. Бар, Инсаф бәпәйем, беҙ һөйләшеп бөткәс cығырһың...
Зилә әбeй, ҡыҙына hукрана-hукрана, Инсафты төпкө бүлмәгә индереп, ишекте ябып ҡyйҙы.
— Бахырсыҡҡынам, әсәйем, тип өҙөлөп тора. Ә hин килеп, бөтә асыуынды шуға япhараhың. Гөлзифа һулҡылдап илап ебәрҙе.
— Уның арҡаһында күргән яфаларҙы! Кем белә, бәлки, минең тормош та икенсе төрлөрәк булыр ине...
— Эйе шул, аҡ эт бәләһе — ҡара эткә! Ошо аҡылың элек ҡайҙа булды?
Инде тынысланырға өлгөргән Гөлзифа hүҙҙе йәһәтләп икенсегә борҙо.
— Оҙаҡланым. Әкрәм, ҡайҙа булдың, тип, теңкәмде ҡоротор. Ҡана, тәрилкәләр алып ҡайтайым, әйтәм бит, беҙҙекеләр ҡыйралды.
— Әйҙә, әйҙә, әсәйендең хазина hандығы төпhөҙ... Һин ташыйһың, теге мөртәтең ҡыйратып тора. Башҡа берәү был хурлыҡҡа түҙмәй, әллә ҡасан ук ятып үлер ине. Инсаф балам ғына тота мине, шуның хаҡына йәшәйем.
Гөлзифа, әсәһенең hөйләнеүенә саҡ ҡына ла иғтибар итмәйенсә, кәштәләге тәрилкәләрҙе барланы.
— Әрлә, әрлә, үҙ ҡыҙындан да йәллә доньяңды. Күпме hуҡранhаң да шул күҙ терәп торғаның бер мин инде. Һауыт-hаба ҡыйралмай торамы, ҡыҙыҡ ҡынаһың...
Ул, ҡыштырлаған тауышты ишетеп, артына боролдо. Эргәһенә, ҙур ғәйеп эшләгән балалай, танауын мыш-мыш тартып Инсаф килеп баçҡан ине. Гөлзифа көлөп ебәрҙе.
— Вәт, шымбай, ҡасандан бирле тораһың?
— Әсәй, мин бер нәмә генә әйтәйем тигәйнем... Мәктәп оçтаханаһында ағастан төрлө нәмәләр юнып яһарға өйрәнә башланыҡ.
— Ҡaйhылaй якшы булған! Тик hаҡ ҡылан! Бармағынды яңылыш ҡырҡып ҡуйма.
— Әсәй, ағастан мин шундай матур туҫтаҡ яhармын. Төрлө-төрлө hырҙар hалырмын, сeмәрләрмен. Ул, беләһеңме, бер ҙә вaтылмаясаҡ.
— Ватылмаясаҡ, тиһенме? Әсәй, беҙҙен малай ҡайһылай оҫта булмаҡсы!
Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ Зилә әбей, әлбиттә, уларҙың нимә тураhында hөйләшкәнен ишетмәне. Инсаф ялбарыулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
— Ҡайт, әсәй, беҙгә!
— Ҡара hин уны, — Гөлзифа улына ни тип тә яуап бирергә белмәйенсә баш сайҡаны.
— Һин киткәс, өйҙә күңелhеҙ... Ысын, әллә нишләп гел ҡап-ҡараңғы, hыуыҡ...
— Ана бит, ишеттеңме, әсәй, һыуыҡ, ти! — Гөлзифа йәһәт кенә аҙаҡҡы һүҙҙе эләктереп алды. — Әсәй! Өй һыуынмаһын!
«Һыуыҡ? Әллә ниңә аңламай ҙа ҡуя ул әcәйем...»
— Берәү ҙә вата алмай торған туҫтаҡты яhап бөткәс, hиңә бүләк итермен. Шунан кире ҡайтырhыңмы, әcәй? Гөлзифа, аптырағас, тағы көлдө.
— Эшлә әле, балам. Берәү ҙә вата алмай, тиһең инде, ә? Әсәй, йүнле сынаяҡтарың юҡмы ни? — Гөлзифа йәнә кәштәгә үрелде.
«Эшлә, тине бит. Кире ҡаҡманы».
* * *
Дәрестәрҙән һуңлап ҡайта башланы Инсаф. Өләсәhе ороша, тик уға бер нәмә тип тә өндәшмәне малай. «Һуңынан белер әле». Оçтаханала әсәhе өсөн ватылмаç hауытын эшләй Инсаф. Ҡәҙерле бүләктең кемгә тәғәйенләнгәнен әлегә берәүгә лә әйткеһе килмәй. Тик ағасты соҡоуы бигерәк ауыр икән. Башҡа берәү булhа, әллә ҡасан yк ҡул hелтәр ҙә ҡуйыр ине. Инсафты уңышһыҙлыҡ, киреһенсә, сәмләндерҙе генә.
Ул эшләгән туҫтаҡ ватылмаясаҡ. Күрhен, әйҙә, әcәhе ниндәй оçта икәнен. Ә үгәй атайҙың hауыт ватыуҙан башҡа оçталығы ла юк. Был туҫтаҡты ул ғүмерҙә лә вата алмаясаҡ, сөнки Инсафтыҡы — серле hауыт... Әcәhе өйҙән киткәндән бирле йәм hүнде. Өләсәhе менән ҡыҙыҡ түгел. Ул бит, ярай, балам, исемең есемеңә тап килhен, инсафлы, тәртипле бул, тип ҡабатлауҙан башҡа бер нәмә лә белмәй. Әcәhе уның менән ҡуша көлә, шаяра, дәpec-тәpeн әҙepләpгә яpҙaм итә торғайны. Дөрөç, асыуланған саҡтары ла бар, әммә улары шундуҡ онотола. Иисаф бөтәһенә лә күнергә pиза, тик әсәhе генә уны элеккеләй яратһын. Ниңә ул шул күңелле саҡтарҙы бер ҙә иçенә төшөрмәй икән? Инсаф һиҙмәйме ни, әсәһенә, киреһенсә, хәҙер ҡыйын. Килә лә өләсәһенә зарын һөйләй. «Етте, ҡайтам. Шул эт йән арҡаhында үҙ баламды етем яhaп зaрыҡтырам», — ти торғайны. Ә асыуы баҫылғас, кире китә лә бара. Инсаф та, әсәhе кеүек, бәлки, үгәй атайҙың йәберләүҙәрен ғәфү итер, онотор ине, тик ул кеше Инсафты бөтөнләй яратмай! Күреп ҡалыу менән үк Хәмдиә әбейҙәрҙең күркәһеләй ҡып-ҡыҙыл булып ҡабарына башлай. Юҡ, тас видеолағы үгеҙгә әйләнә — башы түбәп һалына, күҙҙәре... Уй! Maңлайына осло мөгөҙ сығып, үкереп килеп, уны иҙеп-йәпсеп ташлар hымаҡ. Инсаф тороп ҡасҡанын hиҙмәй ҙә ҡала. Әcәhe Инсафтың уны һағынып илағанын да белмәй. Ҡайҙан? Хатта өләсәhе лә ишеткәне юҡ. Ярар инде, ул һаңғырау, ишетмәй... Туҫтаҡ! Серле hаyыт, ҡaйтaр әcәйемде, йәме! Бөтәhе лә элеккеләй матур, күңелле бyлhын!
* * * Ceмәpле туҫтаҡ шәп килеп cыҡты. Әcәhe шатланыр инде. Һауытты өйөнә алып ҡайтыуына ике көн уҙып китте. Тик әсәhе hаман килмәй ҙә ҡуясы. Инсафтың түҙемһеҙләнеп көткәнен белмәйме икән ни? Кисләне. Бөгөн дә килмәҫ, ахырыһы. Тәҙрә янында ултырған малай моңайҙы.
Әллә көткәнгә шулай тойолдомо, соланда аяҡ тауышы ишетелгән һымаҡ. Ишектән инеүсе, ысынлап та, әсәһе бит! Инсаф уны етәкләй һалып, төпкө бүлмәгә алып инеп китте. Йәһәт кенә ҡәҙерле бүләген ҡулына алды.
— Әсәй, бына, күрәһеңме?
— Нимә ул?
— Оноттоңдамы ни? Гөлзифаның ҡапыл йөҙө үҙгәрҙе.
— Ә-ә-ә-ә...
— Иҫлә әле, иҫлә!
— Ах, оҫтахана! Бигерәк ҡупшы һауыт! Үҙең эшләмәгәнһеңдер. Уҡытыусың яһанымы?
— Валлаһи-биллаһи, үҙем! Өлкән класс малайҙары семәр һалырға өйрәтте, әммә үҙем эшләнем.
— Ҡара сәле! Бына бит минең улым да ҡул аҫтынан инерлек булды. Ярай, мин уны алып ҡайтып китермен.
— Нисек? — Инсаф күҙҙәрен сылт-сылт йомдо. — Нишләп алып ҡайтып китәһең?
— Бәй, үҙең бүләк тигәйнең бит... Инсаф телһеҙ ҡалды. Әсәһенең иң мөһимен — был туҫтаҡты ни өсөн яһағанын — хәтерләмәүе уны хайран ҡалдырҙы. Ни тип әйтергә лә белмәйенсә, һауытын һыйпаштырҙы. Тертләгәндәй, ҡапыл башын ҡалҡытты.
— Юҡ! Был беҙгә! Үҙебеҙҙең өйгә, — малайҙың күҙендә хатта осҡондар күренде. — Был бүләк түгел!
— Балам, асыуланма әсәйеңә... Туҡта, хәҙер һөйләшербеҙ, — Гөлзифа сәбәләнде. — Өләсәйеңә йомошомдо ғына әйтәйем дә. — Ул йәһәт кенә аш өйөнә йүнәлде. — Әсәй, ташлa әле шул эшенде! Ялыҡмайhыңмы орсоҡтан? Әкрәм ауырып тора. Бaллы тәпән ҡайҙа?
— Ултыр, Гөлзифа, ашыҡма, хәҙер өйрә бешә. Зилә әбей, әлбиттә, Гөлзифаның улы менән нимә тураһында hөйләшкәнен ишетмәнe, әммә ҡыҙының йөҙө үҙгәреп килеп сыҡҡас, борсола төштө. Төпсөнөргә баҙнат итмәне.
— Бал келәттә, ҡасмаç.
— Ҡана, башта бал алайым.
Уларҙың һөйләшкәнен тыңлаған Инсаф иркен тын алды. Әсәhе әле генә китмәйәсәк, бергәләп өйрә ашaяcaҡтap! Шунан бүләкте алыр.
Оҙаҡланы. Ниңә hаман инмәй? Әhә, соланда аяҡ тауышы ишетелде. Ә нишләп алыҫайҙы? Ишек ябылды. Тып-тын. Китте. Әсәй китте! Туҫтаҡты ла, мине лә оноттo. Нишләп һуң онотто? Ул бит хәҙер инәм, тигәйне. Инмәне. Юҡ, әсәhе онотманы. Ул бүләкте алырға теләмәне. Ҡабул итмәне. Алдаштырҙы ғына. Ниңә? Алманы. Ҡабул итмәне...
— Инсаф бәпәйем!
— Әү!
— Инсаф! Ниңә өндәшмәй икән был бала?
«Әсәһенә үпкәләгәндер. Шуның асыуын миңә ҡайтара индe». Зилә әбей өйрәһен кәстрүле менән өҫтәлгә ултыртты.
— Мин «әү» тинем бит, өләсәй, — уның янына сыҡҡан Инсаф еңенән тартты. Зилә әбей ейәне тотҡан һауытҡа ҡыҙыҡhынып ҡараны.
— Быныhы нимә? Aғастан яhалған, ҡайҙaн aлдың?
— Өләсәй, уны мин үҙебеҙгә тип яһаным. Был беҙгә. Икебеҙгә булhын...
— Aллаһ ҡөҙpәттәре, үҙeм тип тора. Yҙелep шyл, — 3илә әбей туҫтаҡты ҡулына алды. Шул саҡта ғына был һауыттың кемгә тәғәйен-ләнгәне аңына барып етте. «Фәрештә күңелле баланы иблискә алыштырҙын, Гөлзифа. Әкрәм кейәүҙең ошондай сағы булмаған тиһенме ни? Әсәнән тыуған сабыйҙың күңеле паҡ була, ә ҡайҙа үçә икән ундай иблистәр? Әй-й... эскеселек арҡаһында бер беҙҙен кейәү генәме hуң йәнен шайтaнға haтҡан...»
Һөйәктәре тырпайышҡан ябыҡ бармаҡтары менән hәp ceмәpҙe eнтекләп hыйпап cыҡты Зилә әбей. Һоҡланып, баш сайҡаны.
— Ҡайһылай зиннәтле әйбер! Ҡайҙан өлгөргәнһең дә, нисек эшләгәнһеңдер... Быны хаттa тотонорға ла йәл. Эй, үткән ғүмерҙәр, ҡасан әле: «ығы-ығы», тип сәңгелдәктә тибенеп ята инең. Тәпәй баçҡанын күрергә яҙырмы, тинем, Аллаға шөкөр, үҙем атлаттым. Мәктәпкә барғанын күрерменме, тинем, шөкөр, үҙем етәкләп алып барҙым. Күҙ асып йомған шикeлле лә булманы. Кем белә, бәлки, мәктәбеңде бөткәнде лә күрергә насип итер! Унан, үлhәм дә үкенескә ҡалмай.
— Юҡ, мин ҙур үҫкәс тә, үлмә, өләсәй. Беҙгә бит бергә рәхәт...
«Шул баланың күңелен күрергә эшкашманы үҙ әcәhe. Ҡулдарын йәнсетeп, ағac соҡоғаны өсөн бер hөйөргә ваҡыт тапманы. Ашығaм, имeш. Aшыҡтын, ай, ашыҡтың шул, балам. Гел ашыҡтын, баштарынды ашҡа бешерҙең...»
— Мин бәләкәй саҡта ошоноң кeүeк aғacтан яһалған ижау-батмандарыбыҙ күп була торғайны, — тип hүҙен дауам иттe әбeй. — Һуңынан ҡайҙа булып бөткәндер. Maгазинда hayыт-һаба күбәйгәс, кәрәге ҡалмағандыр, бәлки. Нәмә күп булһа, ҡәҙере кәмeй уның — талашһалар ҙа, һауыт-һаба ҡыйратып үс алалар. Яpap, aғac туҫтаҡтан ашамаған уның ҡәҙерен белмәҫ. Иншә Аллаһ, был әрәм булмаҫ. Һиңә лә, миңә лә ҡәҙерле ул, — Зилә әбей туҫтаҡты ҡулында өйрөлттө. — Ошоларға hалып ҡоротло hурпа эcә торғайныҡ. Ағас haуыт ашты боҙмай, тәмен шyл көйөнсә hаҡлай, туҡлыҡлы. Aғac hayыттың cepe лә шунда, балам, бeлeп ҡyй.
Зилә әбей бисмиллаhын әйтеп, туҫтaҡҡа өйрә ҡойҙо. Инсаф битe буйлап тәгәрәгән йәшен усы менән hыпырҙы.
— Сeрлe туҫтаҡ шул. Ә әсәйем шуны ла бeлмәнe... Зилә әбей ризыҡ тулы семәрле туҫтаҡты ялтыратып өçтәлгә ҡуйҙы.
Бомж
В душе Залифы чувство жалости постепенно перерастало в интерес. Бомж тоже это почувствовал. В последние годы жизнь научила его понимать людей с одного взгляда (понимаешь это особенно тогда, когда находишься на дне). При разговоре с нею он всё преувеличивал, выдавал свои фантазии за действи- тельное:
— О-о, хозяюшка, вкуснотище, язык проглотишь! Если можно, добавь еще бульончика... У трудолюбивой хозяйки еда всегда вкусная...
Он прекрасно понимал, если путь к сердцу мужчины лежит через желудок, то женщина любит ушами. Особенно если нахваливать приготовленную ею пищу. Вон ведь как загорелись у нее глаза. Эти глаза благодарили и давали понять, что таких слов она не слышала и так нуждалась в них. Ей даже стало неловко, она не знала, куда деть салфетку, которую держала в руке, язык ее стал заплетаться.
— Если только ты и похвалишь... — смутилась Залифа.
— Айтуган ни разу не благодарил...
— Муж твой каждый день ест твои блюда, наелся, видимо. А я такого никогда не пробовал. Мм-м... Очень вкусно! — бомж продолжал свой наигранный разговор. А почему бы и нет, когда есть такой слушатель? — Да, в свое время я питался только деликатесами в лучших ресторанах Уфы, Москвы и побывал во многих европейских странах...
— Ресторанах? — удивилась Залифа, а потом не поверив, махнула рукой.
- Да, да... Я ведь бывший моряк дальнего плавания! — не замолкал мужчина.
Хозяйка от души рассмеялась. Ее поведение можно было понять по-разному: «Никудышный, наговоришь мне тут» или «А почему бы и нет? Глядя на твое крепкое телосложение...». Бомжу было приятнее второе.
Его тут же посетила мысль продолжать общение с ней в том же направлении. Разве в свое время он не кружил головы женщинам, не будоражил их сердца? А Залифа сделала свой вывод: если он говорит правду, и она готовит лучше, чем в различных ресторанах, вот это да... Оценил её яства сам матрос, покоривший океаны. Точного имени бомжа, которое выбрали ему родители и нарек мулла, никто не знал. Пожилые звали его Сайфуллой, те, что помоложе, — просто Сайфи. А как уехал из деревни, вовсе стал Сашей. Служил он в морской пехоте на берегу Тихого океана, был водителем, там его прозвали «шустрым». Залифе, конечно, он солгал, но быть моряком дальнего плавания, действительно, было его мечтой. Но Сайфи никак не мог плавать — его валила с ног морская болезнь. Вот и скитался он по белу свету. Сначала было вернулся в деревню, потом опять уехал... Жизнь не щадила его, гнала, как ветер перекати-поле, пока судьба не свела его с мужем Залифы Айтуганом. На тот момент у него уже была другая кличка — Бомж.
Прицепилась она к нему недавно и существовала до того момента, пока он не сел за стол Залифы. Здесь-то он и превратился в «моряка». Его устроили в летней кухне, в саду. Конечно, это не настоящий дом, но все условия есть. Даже был телевизор в комнате. Еду ему приносил Айтуган.
А сегодня всё вышло по-другому: он вошел в хозяйский дом, чтобы попросить воды и, между делом, сказал, что у него день рождения. На самом деле никакого дня рождения не было, просто ему захотелось горяченького супчика, а точнее, быть рядом с этой женщиной. Айтуган уехал по делам в район, самое время познакомиться поближе. Сколько можно любоваться ее красотой, ее женственностью и даже ни разу не поговорить? Вот так в один миг он превратился из «бомжа » в «моряка». Даже не стал называть свое настоящее имя.
—Зови меня просто моряк, я привык к этому. Меня и в Африке и на Кубе звали так. О-ох, хорош супчик... Золотые у тебя руки, Залифа!
Залифа! Из уст моряка впервые вылетело ее имя. Женщина вздрогнула. Ей показалось, что он произнес его необычно, ласково. Не так, как она привыкла слышать —просто звуки, растворяющиеся в воздухе. Это было настолько пронзительно, что сердце ее содрогнулось и начало биться чаще. За-ли-фа!
Сайфи тут же заметил волнение и румянец, появившийся на ее лице. Ах, этот миг! Когда женщина находится в некоем смятении, еще чуть-чуть, и она даст волю своим чувствам и желаниям. Нужно лишь умело дотронуться до струн ее души. Мужчина перевел свой взгляд на грудь Залифы и застыл. Она была в платье широким вырезом. Его охватил жар. Залифа почувствовала это всем телом и душой. Нельзя, нельзя... Она начала подправлять свое платье. Искорка, которая только что сияла в ее глазах, начала исчезать, но в ее женском взгляде еще можно было прочесть желание, которое так и манило мужчину. Ее тело не слушалось, оно, словно, обмякло, вдобавок, огненный взгляд мужчины будоражил ее еще больше. Она вся пылала. Чтобы прекратить эту неловкость, Залифа поспешила к плите за зававеску, но и там не могла успокоиться. Здесь всё было привычно и постыло. Ее привлекал, манил к себе новый загадочный мир. Еще немного и помутнеет ее разум, вихрь сладострастия закружит их. Перед этой страстью обесценится всё: верность заменит предательство, чистота потеряет смысл...
— Ты очень красивая, — произнес «моряк», проглатывая подступивший ком грешных мыслей. — Обидно, что муж не ценит такого ангелочка. Разве твое место здесь?
«Ангелочек. Ты божественна...» Кто? Кто шепчет ей на ушко эти слова? «Не узнаешь? Ха-ха-ха... Я твоя проснувшаяся душевная страсть. Разбудила меня и теперь не знаешь что делать?» «Опомнись, Залифа, тебе говорит твоя совесть» «Ха-ха-ха... Совесть, тоже мне, послушает тебя и проведет остаток жизни в дерьме?» «Не слушай ее, девочка моя. Не запятнай свою совесть. У тебя есть прекрасный муж, взрослые дети. Вначале зарождаются мысли об измене, душа начинает желать, а когда уже предашь телом, будет поздно...»
Залифа дрожала, она не могла обуздать вспыхнувшие чувства и свое необъяснимое желание, но всё же нашла в себе силы сказать:
— Иди... работай...
— Пардон, если обидел вас, простите...
«Моряк» прекрасно понимал, что для первого раза этого было достаточно — лёд тронулся. Теперь нужно переждать пару дней, не замечая ее, тогда, безусловно, она сама потянется к нему. А если передумает, Сайфи тоже отступит — сучка не захочет, кобель не вскочит. А сейчас, пока не вернулся муж, лучше поскорее уйти.
— Ладно, спасибо, я пойду. Как говорится, нанялся — продался, пойду работать.
— А-а... Это... Поздравляю с днем рождения! Подарок...
— Подарок потом, — «моряк» посмотрел испытывающим взглядом. В его глазах горел огонь. Он хитро улыбнулся и добавил. — Потом, возьму потом... Дверь закрылась. Она наблюдала за ним в окно, он шел в сторону сарая. Что сейчас с нею было? Залифа почувствовала себя уставшей, ноги ее еле держали. Она всем телом рухнула на диван. Ведь и до этого она не раз общалась с посторонними мужчинами. У них свой магазин, и сюда приходят разные мужики: и богатые, и успешные. А тут... Бомж, которого привел муж, чтобы помогать по хозяйству! Неспроста это, ой, неспроста. Почему она поверила его пустым словам, словам человека, которого не волнует завтрашний день? Человека, который оброс волосами, щетиной и носит одежду ее мужа? Что общего может быть между ними? Может, это не что иное, как жалость к крепкому мужчине, который оказался на улице?
Женщина покачала головой. Провела ладонями по волосам и смахнула в стороны, будто, сбросила с себя весь негатив. Ничего не было и ничего не произошло. Но всё же в душе затаилось сомнение. Говорят же, седина в голову, бес в ребро. Но разве это не глупость увлекаться подобным после сорока? Да, будет причина, найдутся и слова, и пословицы с поговорками. Но всё же она не насытилась происходящим и невольно встав, приблизилась к окну. Открыла занавеску. Мужчина, работавший на участке, будто, только этого и ждал. Их взгляды встретились. О-ох! Встретились и долго не могли оторваться друг от друга...
* * *
Сайфетдин делал вид, будто не замечает Залифу. Напротив, старался быть ближе к Айтугану. Но о своем «морячестве» ему не рассказывал. Он прекрасно разбирался в людях и в первую же встречу понял, что Айтуган не любит хваставство. Когда он привез Сайфи к себе домой и показал ему место житья и работы, «моряк» удивленно присвистнул: «Ого-го! Вот это хозяйство... Здесь можно не только работать, но и хорошо отдохнуть». На что тут же получил пытливый взгляд хозяина, который говорил: «Вначале поработай, потом будешь говорить». Значит, нужно завоевать его доверие. И это будет сделать непросто. Поэтому он начал с нападения на «тыл» мужчины. У многих мужчин он дает слабину. С одной стороны, ну что плохого ему сделал Айтуган? Наоборот, он вытащил его из грязи и привел домой. Ходил бы сейчас где попало, отравляя свой пустой желудок «самопалом» и одеколонами. Но нет, Сайфи так не думает. Чем он хуже Айтугана? Почему он должен жить в тяжелых, невыносимых условиях? Хватит! Ему нужно освоиться здесь, а потом стать полноправным хозяином этого роскошного дома. Решено, якорь будет сброшен тут. Он не готов сам воздвигнуть такие хоромы, работая до седьмого пота. Пусть этим занимаются такие, как Айтуган, пусть зарабатывает себе геморрой. Со этими заботами у него не осталось сил даже на ласку и внимание к жене. Иначе не смотрела бы она так на Сайфи каждый раз. Нет, сейчас нужно проявить бдительность. Первым делом нужно завоевать доверие ее мужа. Сайфетдин терпеливый, он знает, всему свое время. Долго лежал «моряк» в раздумьях на своей кровати. Он материл весь белый свет за свою неудавшуюся жизнь. Виноваты были все: в семье он был обделен любовью родителей, ведь они любили больше его братьев и сестер, в школе его недооценивали учителя, отец-колхозник не смог дать ему возможность учиться в институте, когда другие как-то находили деньги для зачетов и экзаменов, в армии были непутевые командиры — не подпустили к морю, его первая любовь вышла замуж за другого. Потом его выгнала первая жена, вторая — им же нужны были только деньги... Вторая жена была даже неплохой, но прожив вместе с ним некоторое время, она захотела детей и печать в паспорте. Не-ет! Сайфи не сумашедший, чтобы добровольно лезть в петлю. Не оценила она его. Ведь можно было жить и без детей, и без загса. Еле избавился от первой жены, тут вторая. Еще она хотела, чтобы он устроился на работу. Ага, жди, приготовили тебе работу! Разве есть сейчас нормальная работа? Трудишься, трудишься и ни копейки не платят. Ныла, ныла его жена, в итоге попросила закрыть дверь с той стороны: «Хватит, ты сидел на моей шее больше года!» Непутевая досталась жена, так и не поняла, что мужчин нужно беречь. Откуда же ей, неграмотной, знать, что на земном шаре на одного мужчину приходится семь женщин.
Всё же Сайфетдин от нее просто так не ушел, ведь он потратил на нее целый год. Забрал с собой все ее драгоценности, сбережения, одним словом, ограбил.
Только вот... Мало разве в мире подлых людей, познакомился он с одной красавицей в ночном кафе, затем пошли они к ней на квартиру. Всё шло, как по маслу. Она пошла в ванную комнату, но внезапно исчезла загадочным образом. А он ожидал ее в постели, только вместо нее появились амбалы и выгнали не только из квартиры, а выкинули из подъезда. Избили его до изнеможения, так, что рвало его кровью. Не знает, сколько он пролежал там, очнулся от того, что ему пытался кто-то помочь.Так он и попал в подвал...
Все, все виноваты! Только не он. А почему он должен винить себя? Человек живет лишь один раз: испокон веков так заведено, кто-то тянет тяжелую ношу, а кто-то берет в руки вожжи и сидит сверху. Это раньше говорили, кто не работает, тот не ест. Ест, еще как уплетает! Если сегодня он чистит навоз в сарае Айтугана, то это только временное явление. Сейчас главное запастись терпением. Он может вытерпеть все, вот только тяга к спиртному берет свое. Айтуган растопил баню, наверняка, не пожалеет пару бутылок пива, стоящих в клети. Магазинный товар он хранит там.
* * *
Тук-тук-тук... Наверно, Айтуган. Только он может так интеллигентничать. «Заходи, дверь же не заперта!» — Сайфи встал со своего места. «Это... Сайфетдин, помыться бы тебе. Вот принес чистую одежду. Баня баней, я тут вот что подумал: ты человек повидавший многое. Видишь же, не успеваю. Может, за товаром с Залифой будешь ездить ты?»
«Моряка» удивило неожиданное предложение. Он даже не знал, что ответить. Впрочем, нужен ли был ответ? Залифа уже сколько дней подряд просила мужа съездить за товаром. «У меня ведь нет водительских прав, лишили меня», — почесал затылок «моряк». Ээх, не получилось... Ничего, Айтуган найдет выход, он ведь не из простых, еще тот проныра... Пиво? Пи, пи-во...
Здесь было выпито первое спиртное. Здесь было сказано: «Брат, я сделаю тебя человеком». А немного погодя, руки Сайфетдина легли на колени Залифы...
* * *
Сайфетдин с удовольствием потянулся. Страстно поцеловал Залифу.
— Пора вставать, старая, нужно ехать в Уфу. Хозяйство у нас, слава Аллаху, расширилось. Думаю, нужно привезти работника...
— Хи-хи, ты сам в этот дом пришел когда-то бомжом- моряком, помнишь? — она игриво потянулась к нему и утонула в его объятиях.
— Да, помню. Неправильно жил Айтуган, непутевый он. Он не дорожил тобой. Работая до неизможения, позабыл о тебе, о супружеском долге...
Сайфи по городу ездил недолго. Он знал все места, где есть люди, ищущие работу. Возле базара делать нечего, они там сыты. И выпивать любят. А в деревне нужен работящий человек. Будет накормлен, этого достаточно. Он поехал сразу в Затон, пригород Уфы. В свое время он сам там жил-существовал. Не успел выйти из машины, как его окружили бомжи и начали расспрашивать:
— Откуда ты? Зачем?
— Мне некогда возиться с вами. Вот вам на магарыч. Мне нужен трудолюбивый человек. Слышите, чтобы трудолюбивый и честный...
Они замолчали на некоторое время. А потом засуетились и позвали одного из своих:
— Ээй! Фермер! Иди сюда! — Кто-то побежал за «фермером». Он не заставил себя долго ждать. К ним шел Айтуган, вытирая руки грязной тряпкой...
Бомж
Ҡатындың күңелендәге йәлләү тойғоһо ҡыҙыҡһыныу менән алышына барҙы. Быны бомж да тойҙо. Һуңғы йылдарҙа кешене бер ҡараштан аңлап өйрәнгән ир (тормош төбөнә төшкәс, ныҡлап беләһең икән шул) оторо шапыртты, уй-хыялындағыларҙы ысынбарлыҡ итеп теҙҙе лә теҙҙе.
— О-о, хужабикә, м-да-а, телеңде йоторлоҡ! Мөмкин булһа, һурпаңды тағы ла һал әле... Уңған ҡатындың ҡулы бешергән аш тәмле була шу-ул... Шуны яҡшы белә ул: ир күңеленә юл ашҡаҙан аша үтһә, ҡатынды ҡына — ҡолағы аша. Бигерәк тә бешергән ризығын маҡтаһаң. Ана бит күҙҙәре нисек осҡонланды. Әйтерһең, һинән башҡа береһе лә маҡтағаны юҡ, тип әйтә төҫлө ине улар. Уңайһыҙланғандай итте, ҡулындағы өҫтәл сепрәген ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды, теле көрмәләнде.
— Ҡуй инде, һин генә маҡтамаһаң... — менән сикләнде. — Айтуғандың бер генә лә улай тигәне юҡсы-ы...
— Ирең ни,көн һайын тәмле-томло ашап өйрәнгәс, бүккәндер. Ә минең бындайҙы һис ҡасан ашағаным юҡ ине. Ым-м... Иҫ киткес! — Бомж тағы ла нығыраҡ шапыртты. Тыңлаусыһы, унан да бигерәк, һөйләгәндәре- нә иреүсеһе булғанда, ниңә фәстермәҫкә? — Эйе, заманында Өфөнөң, Мәскәүҙең, хатта Европаның, бик күп донъя илдәренең ресторандарының деликатестарын татып ҡараһам да...
— Р-ре-есторандарының? — Зәлифә шулай тине лә, «шаяртаһың» ишараһы яһап, ҡулын һелтәне.
— Эйе, эйе... Мин бит бывший моряк — дальнего плавания! — тип шаштырҙы ир.
Ҡатын ихлас көлдө. Уның ҡылығын төрлөсә аңлап була ине: «китсәле, хәстрүш» һымаҡ бөтөрөп ташлау ишараты ла бар, «булыр, кәүҙәгә нисауа ғына күренә бит» кеүек тә. Һәр хәлдә, бомж — асарбаҡтың күңеленә икенсеһе яҡын ине. Шул юҫыҡта ғына һуҡтырырға кәрәк, тигән уй үтте башынан. Ысынлап та, заманында аҙ гүзәл заттың башын әйләндермәгән бит. Зәлифә иһә башҡаса һығымта яһаны: һөйләгәндәре раҫҡа килеп, ресторандарҙан да шәп бешергәс, хараптыр инде. Бигерәк тә донъя океандары буйлап йөҙгән матрос оҡшатҡас. Мулла ҡушҡан, ата-әсәһе һайлаған исеме фанилыҡҡа «би-ир» тип оран һалғандан бирле нисәнсегә үҙгәргәндер инде — ололар Сәйфулла тип йөрөтһә, йәштәштәре Сәйфигә әйләндерҙе, ауылдан киткәс, Саша булды. Тымыҡ океан флотының яр буйы ғәскәрҙәренә эләгеп, машина «баранка»һы — руле артында ултырғанда исеме урынына «шустрый» ҡушаматы йәбеште. Шуныһы, алыҫ илдәр тарафына йөҙөү хыялда ғына ҡалды: судноға яҡын бара алманы — диңгеҙ сире аяҡтан йыҡты. Ошолай йөрөп-йөрөп, тәүҙә ауылына ҡайтты, тағы сығып китте... Тамырһыҙ ҡомғаҡ шикелле тормош еле ыңғайына тәгәрәне. Һуңынан... Зәлифәнең ире Айтуған осратҡанда «бомж» ине. Эйе, бынан аҙна-ун көн элек кенә ошо исем йәбеште. Тәүҙә. Әлеге шул хужабикәнең ашын өйөндә — түр башына ултырып ашағансы. Эйәртеп ҡайтҡас, баҡса эсендәге аласыҡҡа урынлаштырғайнылар. Өй үк булмаһа ла, йәшәү өсөн бөтә шарттар бар. Хатта телевизор ҙа ҡуйҙылар. Ашарғаны иһә Зәлифә түгел, ире сығарыр ине. Бөгөн хәл башҡасараҡ: Сәйфиҙең теленән тарттылармы ни, һыу һораған булып ҡына ингәйне, һүҙ араһында «тыуған көнөм» тип ысҡындырҙы ла ҡуйҙы. Юҡ, тыуған көнө түгел, тик ҡайнар һурпа эргәһенән, дөрөҫөрәге, ҡатын ҡырынан сығып киткеһе килмәне. Айнур район үҙәгенә йомош менән юлланғайны — ныҡлап танышыу өсөн ваҡыты ҡулай. Күпме ситтән генә ҡарап, һылыулығына һоҡланып, нисек һүҙ ҡушырға белмәйенсә йөрөмәк кәрәк? Бына шулай, күҙ асып йомғансы тиерлек ваҡыт эсендә үҙе лә «бомж»дан «моряк»ка әйләнде. Хатта ысын исемен дә әйтеп торманы.
— Моряк тип кенә йөрөтөгөҙ, шуға өйрәнгәнмен инде. Мине Африка менән Кубала, башҡа ерҙә лә шулай йөрөттөләр. О-ох, был аш... Ҡулыңдың тәмлелеге- е, Зәлифә!
Зәлифә! «Моряк»тың ауыҙынан беренсегә сыҡты уның исеме. Ҡатын тертләп китте. Нисектер үҙенсәлекле, яғымлы итеп әйткән төҫлө ул. Ғәҙәти генә булып ишетелеп, һауала эленеп ҡалманы өндәрҙең көмөш сынйыры, ә күҙәнәктәрен һуғарып, йөрәгенә тиклем үтте. Зә-ли-фә!
Уның йөҙөнә алһыулыҡ йүгергәнен, тулҡынланыуҙан ҡаушап ҡалғанын шундуҡ һиҙҙе Сәйфи. Нәҡ ошо ҡатын-ҡыҙҙың йомшарған, ни эшләргә белмәйенсә йәне үрһәләнергә торған сағы. Аҙ ғына ҡылын тарттыңмы, теҙгенен бушатасаҡ. Ирҙең ҡарашы ҡатындың күлдәгенең асыҡлығы буйлап ике түше араһына тиклем төштө лә... туҡтап ҡалды. Ҡуҙҙай яндырҙы. Быны Зәлифә йәне-тәне менән тойҙо. Ярама-ай... май... ай-ай... Күлдәк иҙеүҙәрен тартҡыланы. Шул уҡ ваҡытта күҙҙәрендәге «шелтәле» осҡондар яйлап һүрелде. Уларҙы ҡатын-ҡыҙға ғына хас, теләһә ниндәй ирҙең нәфсеһен ҡуҙғытырлыҡ илаһи ҡараш алыштыра барҙы. Ҡаршы енестең ҡашыҡҡа һалып йоторҙай ас ҡарашы тәнен ярһытты, быуындары тыңлашманы, сайҡалып китте. Үрһәләнде. Был хәлдән сығырға теләп, ҡашығаяҡ араһына инде. Ләкин тиҙ сыҡты. Өйрәнелгән шаршау арты ҡыҙыҡ түгел ине. Уны башҡа — серле донъя үҙенә тартып торғандай. Эйе, ниндәйҙер сихри көс тарта, бар зиһенен һура. Бына-бына аҡылдан яҙҙырыр ҙа, аҙғынлыҡ дауылында өйөрөлтөп, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ бысраҡлығына уҡмаштырыр төҫлө. Был хис-тойғо алдында бөтә нәмә кесерәйеп ҡала: тоғролоҡ хыянат менән алышына, сафлыҡ асылын юғалта...
— Бигерәк матурһың, — тигән булды «моряк», тамағына үрмәләгән төйөрҙө аҙғын уйҙарына ҡуша йотоп. — Шуныһы, ирең фәрештәгә тиң ҡатынының ҡәҙерен белмәй. Ошондай гүзәллекте кеше аҙбарҙа йөрөтәме?
«Фәрештә. Һин бит ерҙәге барса илаһилыҡтың фәрештәһе». Бәй, кем шыбырлай уның ҡолағына? «Танымайһыңмы? Ха-ха-ха... Мин бит һинең күңелеңдә ойоған нәфсең. Уятыуын уяттың да, хәҙер ни эшләтергә белмәйһең». «Аҡылыңа кил, Зәлифә, быны һиңә мин — быға тиклем һаҡлаған намыҫың өндәшә». «Ха-ха-ха... Намыҫ имеш, һиңә ҡарап ғүмерен буҡ эсендә үткәрһенме?» «Тыңлама һин уны, тыңлама, ҡыҙыҡай. Намыҫыңды аяҡ аҫтына һалып тапама. Алтындай ирең бар, балаларың үҙаллы тормош башлаған. Нәфсеңә баш бул. Нимә уйлайһың, шул алдыңа килә. Хыянат та иң тәү уйҙа тыуа, һуңынан күңелеңә күсә. Тәнеңә күскәндә инде һуң була...»
Зәлифә дер-дер ҡалтыранды, эсендә урғылған хистәренә баш була алманы. Шулай ҙа үҙендә:
— Б-барр, э-эш-шеңде ҡара, — тип әйтергә көс тапты.
— Пардон, берәй ауыр һүҙ әйтһәм, ғәфү ит... Шуны яҡшы белә «моряк»: тәүге тапҡырға ошоноһо ла еткән — боҙ урынынан ҡуҙғалды. Бер нисә көн күрмәмеш булып, иғтибар итмәмешкә һалышып йөрөһә, мотлаҡ, ҡатын уға табан үҙе юл һуҙасаҡ. Кәрәк тип тапмаһа, башҡаса Сәйфи уға боролоп ҡарамаясаҡ — бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй. Шуға әлегә, ире ҡайтҡансы, сығып китеүе хәйерле.
— Ярай, рәхмәт, кем әйтмешләй, нанялся — продался, мин эш менән булайым.
— Э-э... Ней, тыуған көнөң менән ҡотлайым! Бүләген...
— Уныһын аҙаҡ бирерһең. —«Моряк» һынсыл ҡараш ташланы. Хәт-тәр осҡон сәселде уның күҙҙәренән. Хәйләкәр йылмайҙы. — Бүләгеңде, тим, һуңыраҡ алырмын...
Ишек ябылды. Ҡатын тәҙрә ҡорғаны ситенән уның һарай яғына табан атлағанын ҡарап ҡалды. Ни булды был? Зәлифәнең йәнен табанынан һурып алдылармы ни, хәле бөттө, аяҡтары тотманы. Эргәләге диванға лып ултырҙы. Быға тиклем дә бит сит ирҙәр менән аҙ һөйләшмәне, аҙ аралашманы. Үҙҙәренә магазин асҡандары бирле тирә-яғында төрлөләре уралды. Сереп байығандары, кәсептә уңышлылары тигәндәй. Ә бында... Хеҙмәтсе итеп ире алып ҡайтҡан бомж! Юҡ, тиктәҫкә түгел был, һис кенә лә тиктәҫкә түгел. Йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, Айтуған биргән эш кейемдәрен эләктергән, иң мөһиме, алдағы тормошо нисек булырын да күҙалламаған мужиктың сөсө теленә ниңә иҫе китте әле? Уның менән ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? Бәлки, был бер ни түгел, ә типһә тимер өҙөрлөк ирҙең асарбаҡ хәленә төшөүенә аптырау, уны йәлләү ғәләмәте генәлер? Ҡатын башын сайҡаны. Сәсен һыпырып, ике ҡулын ике яҡҡа һелтәне. Барыһын алып ташланы, йәнәһе. Бер ни булмаған. Тағы күңеленә шик төштө. Әллә халыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы тураһындағы һүҙҙәр дөрөҫмө? Ҡырҡтан һуң бер йүләрләнеп алыу үҙе үк алйотлоҡ була түгелме? Сәбәп иткән кешегә аҡланыу өсөн мәҡәле лә, әйтеме лә етерлек инде. Шулай ҙа күҙгә күренмәҫ шайтандың ҡотҡо- танһығы ҡанмағайны әле, ултырған еренән торғоҙоп, тәҙрә эргәһенә килтерҙе. Зәлифә селтәрҙе асты. Ошоно ғына көткәндәй, һарай кәртәһе менән булашҡан ир күтәрелеп ҡараны. Ы-ыһ... Ҡараштар осрашты. Осраштылар ҙа, бер-береһенән ысҡына алманылар...
* * *
Сәйфетдин Зәлифәне күрмәмешкә һалышты. Киреһенсә, иренә яҡыныраҡ булырға тырышты. Ләкин уға «моряк»лыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртманы. Кеше холҡон, медицина теле менән әйткәндә, психологияһын өйрәнеп бөткәнгә, Айтуғандың маҡтанғанды ғына түгел, үҙен маҡтағанды ла яратмауын шундуҡ аңланы. Бында алып ҡайтып, йәшәү, эшләү урынын күрһәтеүгә: «Оһо-о, донъяғыҙ ҡалай мату-ур... Ең һыҙғанып эшләргә лә, ял итергә лә була», — тигәйне, шундуҡ хужаның һынсыл ҡарашын тойҙо. Тәүҙә эшләп ҡара әле, ти ине ул. Тимәк, тәүҙә эш күрһәтеп, ышанысын яуларға кәрәк. Һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ҡына алдырып булмаҫ. Шуға ҡатыны аша «тыл»ына һөжүм итеп тә ҡараны. Был яҡлап күп ирҙәрҙең «сиге» йомшаҡ була. Бер уйлаһаң, Айтуғандың ни зыяны тейҙе инде? Киреһенсә, үҙен бысраҡлыҡтан йолоп алып ҡайтты. Йөрөр ине әле теләһә ҡайҙа ҡунып, ас ҡарынға «самопал», одеколондар эсеп. Юҡ шул, Сәйфи шулай уйлаһа Сәйфетдин булыр инеме? Айтуғандан уның ҡайһы ере кәм? Ғүмере буйы эт типкенендә йөрөргә тейешме? Етте! Төпләнергә, етеш донъяға хужа булырға кәрәк. Нәҡ ошонда якорь ташларға. Ә эшләп кенә байлыҡ йыйып, ошо тиклем харомаларҙы — йорт- ҡаралтыны ҡорорлоҡ түгел. Әйҙә, Айтуған ишеләр күтәнен сығарһын. Шулай сабып, ҡатынына наҙы ла, кәре лә ҡалмағандыр. Юғиһә, Зәлифә осраған һайын күҙҙәрен майландырып Сәйфигә ҡарар инеме? Ю-уҡ, әлегә сер бирергә ярамай. Нисек тә иренең ышанысын яуларға кәрәк. Сәйфетдин түҙеп өйрәнгән, һәр нәмәгә үҙ ваҡыты.
Оҙаҡ уйланып ятты «моряк» аласыҡ түренә ҡуйылған карауатында. Ошо көнгә төшөүенә бар донъяны һүкте. Барыһы ғәйепле ине: бала-сағында ата- әсәһе ағаларын, апайҙарын нығыраҡ яратты, мәктәптә уҡытыусылар һәләтен баһаламаны, йыл һайын икешәр баш мал һатып та колхозник атаһы институтта уҡытып сығара алманы — башҡаларҙыҡы аҡсаһын зачет-имтиханға ла арттырҙы, армияла командирҙар йүнһеҙ ине — диңгеҙгә яҡын ебәрмәнеләр, беренсе мөхәббәте кейәүгә сыҡты, тәүге ҡатыны артынан икенсеһе ҡыуып сығарҙы — уларға бит аҡса ғына кәрәк... Ҡатын тигәндән икенсеһе нисауа ғына ине лә, тик, күпмелер йәшәүгә, уныһына ла бала кәрәкте, паспортында мисәт мөһим ине. Йо-оҡ! Мисәт һуҡтырып, башын күрәләтә элмәккә тығырға Сәйфи иҫәүәнме ни? Ир ҡәҙерен белмәне, йүнһеҙ. Балаһыҙ ҙа, загсһыҙ ҙа йәшәп буласы. Беренсе ҡатынынан саҡ ҡотолғайны. Инде быныһы. Етмәһә, берәй ергә эшкә урынлашыр инең тип йонсотто. Эһе, керҙең ти, хәҙер йүнле эш табып буламы? Эшләтәләр эшләтәләр ҙә, аҡсаһын түләмәйенсә, сығарып ебәрәләр. Ахыр килеп, ҡатыны мыжыны мыжыны ла, ишекте теге яҡлап ябырға ҡушты. Етте, йылдан ашыу ҡараным, тине. Ах, йүнһеҙ бисә булды ул. Хәҙер ирҙәр ҡәҙерле икәнен аңламаны. Ер шарында бер иргә ете ҡатын-ҡыҙ тура килгәнен ҡайҙан белһен инде ул наҙан. Шулай ғына, бер йыл ғүмерен ошо ҡатынға әрәм итеп, буш сығып китә буламы Сәйфетдин — алтын- көмөш «тәтәйҙәр»енән тыш, йәшереп кенә йыйған буйтым аҡсаһын һыпырып алып, тегенең кәмәһен ҡомға терәтеп китте. Тик... Донъяла хәшәрәт кешеләр бөткәнме ни, төнгө кафела бер сибәркәй менән танышып, фатирына барғайны, ваннаға инеп киткән еренән уныһы юғалды ла ҡуйҙы. Түшәктә көтөп ятҡан еренән ҡайҙандыр пәйҙә булған әзмәүерҙәй ирҙәр үҙен фатирҙан ғына түгел, подъездан да сығарып осорҙо. Етмәһә, ҡан ҡоҫорлоҡ итеп туҡмап ташланылар. Күпме ятҡандыр, кемдер өндәшкәнгә аңына килгәндәй булды. Шулай итеп, ул подвалға эләкте...
Барыһы — барыһы ғәйепле. Тик үҙе генә түгел. Ә ниңә үҙеңде ғәйепләргә? Был донъяла кеше бер генә йәшәй: борондан шулай килгән, кемдер йөктө һөйрәй, кемдер дилбегәһен тотоп ошо йөк башында ултыра. Элек кенә ул, кем эшләмәй — шул ашамай, ти торғайнылар. Ашай, ишу как тығына. Бөгөн Сәйфи Айтуғандың аҙбарында буҡ таҙарта икән, уныһы ваҡытлыса ғына. Әлегә түҙергә кәрәк, нисек тә түҙергә. Шулай ҙа, бөтә нәмәгә түҙеп була,тик бынау үлтереп эске килеүенә генә әмәле ҡалманы. Айтуған мунсаға әйткәйне, келәтендәге бер-ике шешә һыраһын йәлләмәҫ. Магазин тауарын шунда ҡуя бит.
* * *
Туҡ-туҡ-туҡ... Моғайын, Айтуғандыр. Ул шулай интелигинтсә ҡылана. «Әйҙүк, ишек асыҡ таһа!» Сәйфи ҙә тора һалды. «Ней, Сәйфетдин, йыуынып сығыр инең. — Бына яңы кейемдәр ҙә алғайным. — Мунса мунса булыр әле. Шунан һуң, ҡарап торам-торам да, һин донъя күргән кеше бит. Күреп тораһың, бер нигә өлгөрөп булмай.
Тауарға, тим, Зәлифә менән йөрөмәйһеңме?» Көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡыған балыҡ һымаҡ булып ҡалды Сәйфи. Ни әйтергә белмәне. Хәйер, әйтеү кәрәк инеме икән? Өйҙә Айбулаттың ҡатыны әллә нисә көн ҡолаҡ итен ашай. «Правамды алдырғанға биш былтыр бит минең», — Сәйфетдин елкәһен тырнаны. Их, булманы шуул... Нисауа, Айбулат төшөп ҡалғандарҙан түгел, уныһын ғына хәстәрләр. Һырамы?! Һы, Һы — ра...
Ошонда эселде тәүге шайтан һыҡраһы. Ошонда әйтелде «брат, мин һине кеше итәм», тигән һүҙҙәр. Ә күп тә тормай, Зәлифәнең тубығына Сәйфетдиндең устары ятты...
* * *
Сәйфетдин иркенләп кирелде. Зәлифәне һу-урып үпте.
— Торайыҡ, ҡарсыҡ, Өфөгә барып килергә кәрәк. Хужалыҡ Аллаға шөкөр, хәҙер ҙурайҙы инде. Берәй хеҙмәтсе алып ҡайтмаһаҡ булмаҫ...
— Бәй, һин үҙең бож-моряк булып килеп ингәйнең түгелме был йортҡа? — ҡатын кирелде, юхаланып, яңы иренең ҡосағына һыйынды.
— Эйе, йәшәй белмәгән Айтуған, йүнһеҙ булған. Һинең ҡәҙерҙе белмәгән. Күтәне сыҡҡансы йүгереп, ирлек бурысына ла ваҡыты ҡалмаған... Сәйфи ҡала буйлап оҙаҡ йөрөмәне. Кем ҡайҙа эш һорап тора, бар ерҙе белеп бөткән. Баҙар тирәһендә эш сығарып булмай, уларҙың тамаҡтары туҡ. Эсергә лә яраталар. Ә ауыл ерендә эшләргә елкә кәрәк. Ашатып эсерһәң, шул еткән. Шуға ул Затон биҫтәһен ҡараны. Заманында үҙе лә шул тирәлә йөрөгәне. Хәйер, йөрөгәйне, тип әйтеүе ни тора, машинала килеп төшөүе булды, әшнәләре һырып та:
— Һин ҡайҙан? Фәсмәтән...
— Оҙаҡ фәстерергә ваҡыт юҡ, мәгеҙ мәгәрислек, миңә уңған ғына эшсе кәрәк. Смотрите, уңған да, честный ҙа булһын..
Тегеләр бер аҙға тынып ҡалды. Һуңынан гөж килделәр:
— Ә-ә теге ней, фермер! — Кемдер «фермер» артынан сапты. Бик оҙаҡ көттөрмәй генә үҙе лә күренде. Ҡулдарын сепрәккә һөртә-һөртә Айбулат атлай ине...
Волшебная чаша
— Инсаф!
— Что?
— Инсаф!
— Да!
— Господи, говорю же, Инсаф!
— Сколько можно отвечать — да!
Туговатая на ухо бабушка не впервые так общается с внуком.
— Внучок, ответь, глядя на меня. Приготовил уроки?
Инсаф покачал головой — «нет». Мальчик ждет маму. «Она обещала прийти, и до сих пор ее нет. Почему она появляется все реже и реже?»
Вдруг, соскочив со своего места, он воскликнул:
— Бабушка! Мама пришла!
Старушка Зиля, занятая прядением шерсти, не сказала ни слова. Да и что она скажет? Инсаф очень любит свою мать. Как бы хорошо ни ухаживала бабушка за внуком, тот все равно тянется к матери: как маленький птенец, день и ночь живет в ожидании ее появления. Хотя кто же виноват в том, что так неудачно сложилась судьба ее дочери Гульзифы? Инсафа она родила без мужа. Когда ребенку исполнилось два годика, вышла за мужчину из соседней деревни. Жили плохо. Развелась. Уже год как живет с таким же разведенным Акрамом на другом конце деревни. «Он неуживчивый, скандальный, ты не сможешь с ним жить», — отговаривали Гульзифу. Так и есть — она уже не раз приходила к матери с подбитым глазом. «Не ходи к нему. Вернись домой. Разве это жизнь?» — говорила мать. Гульзифа не послушалась: «Уже поздно. Что —людей смешить, снова разводиться?.. А так —будто бы замужем». Но что хуже всего —Акрам не любит Инсафа, при виде мальчика просто зеленеет от неприязни. А мальчишка, конечно, все чувствует. И дни напролет ждет появления своей мамы. Гульзифа появляется нечасто —то не может вырваться со своей работы, то неурядицы дома...
—Мамочка!
Инсаф, раскинув руки, с радостным криком бросился к вошедшей в дом матери.
—А я по родному языку получил четверку! Мам, а почему ты не пришла на концерт нашего класса? Ты же обещала!
—Времени не было, сынок. Иди-ка займись уроками. Мне с бабушкой нужно поговорить.
Глаза Инсафа, только что искрившиеся радостью, погасли.
—Ну хорошо... Но ты не уходи, ладно?
—Да, сынок.
Гульзифа повернулась к своей матери.
—Мам, оставь, пожалуйста, свое веретено! Ты даже не интересуешься моей жизнью... Этот изверг всю ночь бесился. Даже стыдно признаться, перебил всю посуду.
Веретено бабушки Зили завертелось еще быстрее.
— Ты мое горюшко, доченька! — наконец сказала она, не оборачиваясь.
— Я, говорит, все равно уйду, — задрожал голос Гульзифы. — Представляешь?
— Мамочка! Вернись к нам!
Гульзифа вздрогнула от внезапного возгласа сына.
А малыш торопился высказать свою тоску по матери:
— Нам вместе так хорошо! Я тебя всегда буду слушаться. За водой ходить, дрова таскать. Мамочка, только вернись!
— Ты почему подслушиваешь разговоры старших? Из глаз ребенка покатились крупные слезы.
— Иди, внучок, придешь, как мы поговорим, — Бабушка Зиля, ворча на свою дочь, отвела Инсафа в дальнюю комнату и закрыла дверь. — Он души в тебе не чает, а ты всю свою злость срываешь на нем. Гульзифа заплакала навзрыд.
— Все мои страдания из-за него! Кто знает, и моя судьба сложилась бы по-другому, если б не он...
— Конечно! Но где же был твой ум раньше? Ты слушала меня в свое время? А теперь, ишь, какая умная стала!
Но Гульзифа, успев успокоиться, уже перевела разговор на другое. Некоторое время рассказывала деревенские новости, потом взглянула на часы:
— Ой, задержалась. Акрам начнет возмущаться — скажет, где гуляла? Дайка мне тарелок, наши-то все перебиты.
— Конечно, у меня-то бездонное богатство. Ты таскаешь, а твой дурень бьет.
Гульзифа, не обращая внимания на слова матери, пересчитала тарелки в шкафу.
— Ругай, ругай! Подумаешь, будто посуда не бьется...
Услышав шорох за своей спиной, повернулась и увидела своего сына, виновато шмыгающего носом. Гульзифа рассмеялась:
— И с каких пор ты торчишь тут?
— Знаешь, мам, мы в школьной мастерской начали посуду из дерева вырезать...
— Прекрасно! Только ножом не прихвати пальчики- то.
— Мамочка, я из дерева тебе такую чашу вырежу! Она никогда-никогда не разобьется!
— Не разобьется? Мама, наш мальчик мастером становится!
Инсаф с мольбой посмотрел в глаза матери:
— Вернись к нам, мамочка! Без тебя мне плохо! Правда — темно и холодно...
— Вот как? Мама, ты слышишь? Холодно, говорит. Уж единственного-то ребенка... Мама! Слышишь, чаще нужно топить печь!
«Холодно? Почему мама меня не понимает?» — думает Инсаф.
— Как только сделаю небьющуюся чашу, подарю тебе, мамочка моя! А ты потом вернешься к нам насовсем? Гульзифа опять засмеялась. Что она ответит?
— Никто, говоришь, не сможет разбить, да? Ты пока делай чашу. Закончишь работу, потом посмотрим. — Гульзифа снова начала перебирать посуду в шкафу. — Мама, неужели у тебя нет приличных чайных чашек? «Мама сказала: „Сделай“, — думает Инсаф. — Значит...»
* * *
Инсаф из школы начал приходить поздно. Бабушка ворчит, но мальчик ничего не говорит: «Потом узнает, а пока — секрет».
Он в мастерской делал небьющуюся чашу. Оказывается, очень трудно выдалбливать чашу! То нож соскользнет, то палец порежешь... Другой, послабее характером, махнул бы рукой на затею, а Инсаф еще настырнее работал. Все равно он ее сделает — пусть мама увидит, каков ее сын! А у отчима никакого мастерства-то нет, только и знает, что посуду бить. Уж эту-то чашу он не разобьет — она будет волшебной! Как только мама ушла, в доме будто все померкло. Не с кем поделиться своими радостями и горестями. От бабушки только и слышишь: «Не балуйся, будь дисциплинированным, слушай учителей!» А мама вместе с ним играла, смеялась, помогала готовить уроки. Правда, и журила иногда, но это быстро забылось. Инсаф готов на все, лишь бы мама любила его по-прежнему.
Неужели она не вспоминает, как им было хорошо раньше вдвоем? Постоянно жалуется бабушке на свою жизнь, на Акрама. Иногда восклицает с отчаянием: «Все, хватит, брошу его! Из-за этой сволочи свое дитя растет сиротинушкой». А потом снова уходит. Может, и Инсаф бы Акраму все простил, но чувствует его ненависть к себе. Раньше, не выдержав разлуки, изредка навещал мать. А сейчас и мама к себе не зовет больше, не замечает слез сына, тоскующего без материнской ласки.
Волшебная чаша! Помоги мне вернуть маму!
* * *
Чаша, украшенная резьбой, была получше тех, что продаются в магазинах. То-то обрадуется мама! Прошло уже два дня, как Инсаф принес чашу домой. Но почему- то мама не идет и не идет. Неужели она не чувствует, с каким нетерпением он ее ждет?
Вечерело. Неужели и сегодня не придет? Но вот дверь открылась — о счастье, мама! Инсаф бросился к ней, схватил ее за руки и повел в другую комнату. Достал драгоценный подарок.
— Мама, вот, видишь?
— Что это?
— Неужели ты забыла?
Гульзифа побледнела.
— Вспомни, мама, ну же!
— Очень красивая посуда. Неужели сам? Смотри-ка!
Вот и мой сын подрос... Ладно, заберу ее домой.
— Как? — Инсаф часто-часто заморгал. — Ты опять уйдешь?
— Ты же сказал, что подаришь.
Инсаф лишился дара речи. Мама не помнила, для чего была сделана чаша? Он бесцельно вертел чашу в руках. Потом поднял голову и резко сказал:
— Нет! Это — нам. Нашему дому! Не вам этот подарок!
— Сынуля, не сердись на мамочку... Подожди, Инсаф, потом поговорим, — Гульзифа нетерпеливо переминалась с ноги на ногу. — Сейчас, я скажу бабушке твоей свою просьбу. Мама, оставь-ка свою работу! Акрам заболел. Где мед?
— Сядь, Гульзифа. Не торопись, сейчас будет готов обед. Покушаем вместе. А мед в кладовой. Бабушка Зиля, видя изменившееся выражение лица дочери, пригорюнилась.
— Я тороплюсь, мама. Сначала мед достану. Инсаф вздохнул облегченно — значит, мама сразу не уйдет, еще пообедают вместе. Но что-то долго ее нет... Почему до сих пор она возится в кладовой? Ага, вот ее шаги... Но почему все дальше и дальше? Хлопнула наружная дверь... Ушла! Забыла и меня, и чашу! Нет, мама не забыла. Она не захотела принять подарок. Не взяла. Не приняла...
— Инсаф! Чего молчишь? — окликнула его бабушка, поставила кастрюлю с супом на стол.
— Бабушка, я же ответил тебе «да», —потянул Инсаф бабушку за подол платья.
Бабушка, заинтересовавшись, спросила:
—А это что такое? Деревянная... Где взял?
—Бабушка, я это сделал для нас с тобой. Только нам двоим, ладно?
—Конечно, —бабушка взяла в руки чашу.
До нее дошло, для кого на самом деле была сделана эта посуда. «Ребенка с ангельской душой променяла на чудовище, Гульзифа. При рождении каждый ребенок чист —откуда же потом появляются люди с черной душой? И Акрам, наверное, был когда-то таким же чистым и невинным...» Бабушка худыми заскорузлыми пальцами бережно ощупала чашу. Восхищенно покачала головой.
— Какая чудесная вещь... Даже жалко будет пользоваться ею! Вот ведь как время течет... Только-только лежал в колыбели, своим агуканьем радуя нас. Думала, доживу ли до того времени, когда ты побежишь своими ножками? Слава Аллаху, держась за мои руки, сделал ты свои первые шаги по матушке-земле. Думала, увижу ли, как ты в школу пойдешь? Благодарю Аллаха — сама проводила до школы. Не успела оглянуться, как ты уже и подрос. Кто же знает, может, еще доведется увидеть, как ты и школу окончишь. А потом смогу и умереть спокойно.
— Нет, бабушка, хоть я и вырасту большой, ты не умирай! Нам ведь вдвоем очень хорошо...
— Когда я была маленькая, у нас дома много было такой деревянной посуды... А потом куда она вся подевалась? Как в магазине посуды много стало, деревянная уже и не понадобилась. Когда чего-то в изобилии, люди уже не ценят, вот и ссорятся — посуду бьют. А потом бегут к матери — то дай, другое дай. Ладно, кто не ел с деревянной посуды, тот ее не ценит. Слава Аллаху, эта не пропадет, — бережно вертела в руках чашу бабушка. — Мы из такой вот посуды ели бульон с курутом. Деревянная посуда не портит вкуса пищи.
В этом-то и ценность ее!
Помолившись, бабушка налила в чашу суп. Инсаф ладонями вытер слезы, катившиеся по щекам.
— Это волшебная чаша, а мама не захотела понять этого.
Бабушка бережно поставила чашу, полную наваристого бульона, на стол...









