Алыш
Купе ишеген аяғы менән гөрһөлдәтә этеп килеп ингән көйәҙ ханым эстә ултырған ауырлы ҡатынға һәм уның ике малайына селтәр эшләпәһе аҫтынан көйҙөргөс ҡараш ташланы ла текә баҫып төпкә уҙҙы. Ҡулындағы матур сумкаһын һәндерәнең уң яҡтағыһына ҡуйҙы, өҫтәгеһенә шапылдата һуҡты.
— Был урындар — беҙҙеке. Малай, әсәйең яғына күс. Бығаса уға иғтибар итмәй, йонсоған төҫ менән тышҡа текләгән ҡатын, ғәжәпләнеп, боролоп ҡараны:
— Нисек инде? Аҫтағы урын беҙҙеке бит. Билетыбыҙ бар, — тип өндәште.
— Беҙҙеке лә бар, — тине ханым, тауышын күтәрергә самалап. — Малай, урынды бушат. — Ҡыйыуһыҙ ғына ҡалҡып, әсәһе эргәһенә ыңғайлаған балаға сумканы тотторҙо. — Әйбереңде ал.
— Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ. Беҙ бында ғаиләбеҙ менән барабыҙ. Асыҡларға кәрәк.
— Белмәйем, белмәйем. — Ханымҡай ашыға-ашыға ике һәндерәгә лә әйберҙәрен урынлаштырҙы. — Мин биләнем инде. Үҙегеҙ асыҡлағыҙ.
Ул арала ауыр сумаҙан өҫтөрәгән ике ир купеның ярым асыҡ ишеге алдына килеп туктаны ла бер юлы:
— Һеҙгә бындамы? — тип бер-береһенә ҡалҡып ҡараны. Күҙҙәре осрашҡас та, сырамытышып, юғалып ҡалдылар.
Быны күреп ҡатындар ҙа бер-береһенә иғтибарлыраҡ күҙ һалды. Ҡапыл дүртеһенә лә уңайһыҙ, хатта хәүефле булып китте. Үҙҙәренең тойғоларын йәшерергә тырышып мәшәҡәтләнергә, мәж килеп әйберҙәрен урынлаштырырға тотонған булдылар. Иң тәүҙә үҙен Ильяс ҡулға алды. Әйберҙәрҙе тыҡҡыслап, улдарын, ҡатынын ипләп ултыртҡандан һуң, турайып баҫты ла:
— Йә, һаумыһығыҙ әле, — тине. Күңелле итеп әйтте. Тутлы йөҙөнә хәүеф ҡунған ҡатыны Фәниәнең дә, ғәйепле кешеләй шымтайған сибәр ханым Мәғдәниәнең дә, ҡараштарын ҡайҙа йәшерергә белмәй аптыраған Вәғиздең дә ирендәренә йылмайыу ҡунды.
— Һаумыһығыҙ!
Тағы тындылар.
— Бер урынға ике билет һатылған буғай, Ильяс, нишләйбеҙ? Балаларҙы ҡайҙа һалабыҙ?
Һүҙҙе нисек дауам итергә белмәй торған Ильяс был мәшәҡәт килеп сығыуға шатланып китте. Арлы-бирле иткеләгәнсе эске ҡалтырауын баҫырға, тойғоларын яйға һалырға тырышты.
Ә тынысланырға өлгөргән Вәғиз, ҡатынының Ильясҡа төбәлгән яндырай ҡарашын күреп, көлөмһөрәп ҡуйҙы: «Әһә, минең йыртҡыс ҡорбанына тоҙаҡ ҡора ла башланы. Ә ҡорбан һуң, ҡаршы торорлоҡмо? — тип уйланы ул, Ильясҡа һынсыл ҡарап. — Һм. Янындағы һөйкөмһөҙ бисәһе менән йонсоу малайҙары һис тә ҡалҡан булырға оҡшамай. Эйе, шәптән түгел, шәптән түгел егеттең эштәре!»
Ул арала Мәғдәниәһе, өҫ-башын алмаштырып, буяуҙарын яңыртып, иҫерткес хушбуй еҫе аңҡытып, купеға ҡабат килеп инде.
«Ү .т, бына хә .ер минеңҡатын тулы хәрби әҙерлектә».
Вәғиз шулай уйлап, Мәғдәниә йәтешләп ултырып, башҡалар урын йәйеп тә өлгөрмәне, вагондағы утты һүрәнәйттеләр. Көн оҙоно Мәскәү буйлап сабып арманһыҙ булған юлаусылар йоҡларға әҙерләнде.
«Йәтеш булды, — тип эстән генә яһилланды Вәғиз. — Тоҙаҡтарының бөгөнгә кәрәге булманы».
«Их, Мәғдәниә, Мәғдәниә! Һаман да элекке кеүек үк күҙ ҡамаштырырлыҡ матурһың икән!» Ильясты иһә йоҡо алырлыҡ түгел ине. Күпме хыялланды ул был осрашыу хаҡында, әйтер һүҙҙәрен тел осонда йөрөттө. Әле килеп уйҙарынан башы ҡайнай, зиһене тарҡала, йөрәге ярһый. Үҙе йөклө ҡатынына ҡарарға ла ҡыймай. Бындай хәлендә уны кем менәндер сағыштырыу эт ботонан да ҡырын, әлбиттә. Ә шулай ҙа, шулай ҙа...
Уйҙары Ильясты бынан һигеҙ йыл элек булған яҙғы кискә алып китте.
Уйын хәтәр шәп ине. Йәштәр ҙә күп, гармун, магнитофон. Һалдат кейемен сисеүенә әле аҙна ла тулмаған Ильяс үҙен һыуҙағы балыҡ, йәки, әсәһе әйтмешләй, «бәйҙән ысҡынған эт» шикелле тойоп кинәнеп йөрөй.
Тик, ниңәлер, Мәғдәниә генә оҙаҡлай. Ул да килһә, күңелдең бер китеге лә ҡалмаҫ, донъя түп-түңәрәк булыр кеүек.
Ильяс Фәниә эргәһенә барып ултырҙы. Ике класҡа түбәнерәк уҡыған был ҡыҙҙың үҙен мәктәптә саҡта уҡ оҡшатып йөрөүен һиҙә ине егет. Әле лә уның оялып ҡыҙарыныуы, ә күҙҙәренең балҡып китеүе ҡыҙыҡ тойолдо.
— Ҡалай ҙурайып киткәнһең, — тип шаяртҡан булды. Бейергә саҡырҙы. Ҡыҙ кәүҙәһен ғәжәп еңел йөрөтә, әйтерһең дә аяҡтары ергә теймәй. Үҙе лә бик оҫта бейегән Ильяс рәхәтләнеп өйөрөлдө генә. Тик бер мәл кемдеңдер аяҡ салыуына саҡ ҡоламай туҡтаһалар: дуҫы Вәғиз икән. Ул, ҡара әле, тигәндәй, ымланы. Тотош аҡтан кейенгән, сәсен килешле итеп ҡабартҡан Мәғдәниә, башын ғорур ҡайҡайтып, ишек яңағына һөйәлгән дә уларға төбәлгән. Һөйгән ҡыҙының сибәрлегенә хайран ҡалған Ильяс, Фәниәне әптән онотоп, сихырланғандай уға табан атланы. Мәғдәниә лә яй ғына урынынан ҡуҙғалды. Күтәрмәле туфлиҙары менән шыҡ-шыҡ баҫып егеткә табан йүнәлде. Башын аҙ ғына ҡырын һалған, бер ҡулы — кеҫәһендә, ҡараштары — зәһәр... Бына ул Ильястың алдына килеп баҫты, һоҡланыулы ҡарап ниҙер әйтергә уҡталған егеттең күҙҙәренә текләп торҙо ла көтмәгәндә сикәһенә сабып ебәрҙе: бер, ике, өс... Унан ҡырт ҡына боролдо ла, янбаштарын матур бәүелдереп, шыҡылдата баҫып сығып та китте. Ә ғәрлектән, аптырауҙан шаңҡып ҡалған Ильяс ҡып-ҡыҙыл булып янып сыҡҡан сикәләрен ирекһеҙҙән услап тороп ҡалды.
— Нишләп тораһың, йүгер артынан, — эргәһенә килеп баҫҡан Вәғиздең тауышы шып-шым булып ҡалған залда яңғырап китте.
— Йүгермәйем.
— Алйот, тынысландыр, ғәфү үтен.
— Ғәйебемде күрмәйем.
— Атыу мин барам.
— Мәйелең.
Шул саҡ Мәғдәниәнең артынан йүгермәгәнгә, юҡ, атылмағанға, ғәфү үтенеү генә түгел, тубыҡланып инәлмәгәнгә күпме һүкте үҙен Ильяс аҙаҡтан. Әле лә был үкенес йөрәген семетеп-семетеп алғандай тойолдо.
...Икенсе көндө Ильяс шым ғына һөйләшеүгә уянып китте.
— Аталары Мәскәүҙе күрһәтергә күптән вәғәҙә биргәйне. Мине алып бармаҫҡа иткәйнеләр ҙә, инәлеп эйәрҙем. — Фәниә көлөп ҡуйҙы. — Ҡайҙа ғына барманылар, ниҙәр генә күрмәнеләр. Күпме тәьҫорат! Улар күҙлегенән ҡарап, күп нәмәгә Ильяс менән беҙ хайран ҡалдыҡ.
— Ә беҙҙең маршрут — ГУМ да ЦУМ, — быныһы Вәғиз тауышы. — Дә, беҙгә лә малайҙы алып барырға булған, — тине ул үкенес менән.
— Берәү генәме әле?
— Баламы? Берәү. Уныһын да ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ.
— Ниңә хәйерсе ишәйтергә? — Әһә, Мәғдәниә лә уянған икән. Ильястың биттәре янып китте.
— Шулай. Минең Марина: «Һигеҙ һыйыр аҫырағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра», — тигән ҡарашта тора.
— Эшкә ашмаған бисә бала таба, — йәне көйөп һикереп торған Мәғдәниә Фәниәгә мәғәнәле ҡараш ташланы.
— Нишләп?! Минең әсәйҙең — һигеҙ, — тип ҡаршы төшөргә маташҡан ирен ҡырт киҫте: — Һинең әсәң дә шул инде.
— Ниңә, һеҙ ҙә алтау бит, — Вәғизе лә һаман һүҙен бирмәне. — Әллә һинең әсәң...
— Ә минең егеттәр, — Фәниә талаш сығыуынан ҡурҡып ашыға-ашыға һүҙгә ҡыҫылды, — минең егеттәр, ҡыҙ кәрәк тә ҡыҙ кәрәк, тип тәҡәтте ҡоротто.
— Әлбиттә, ҡыҙһыҙ булмай. — Ильяс та һәндерәһенән һикереп төштө. — Хәйерле иртә, — тип сәләмләне. — Юҡ, иптәштәр, ни генә тимәгеҙ, ә ҡыҙ кәрәк ул. — Ул ҡолас ташлап йоҡлап ятҡан малайҙарының өҫтәрен рәтләп япты. — Юғиһә, был юлбаҫарҙар ҡотто алып бөттө. Эштән ҡайтһам, ишекте асырға ҡурҡып торам. Йә сыр-сыу килеп ябырылалар, йә әсир итеп бығау һалалар, ул бокс, ул каратэ. Ә ҡыҙым булһа, — ул шаярып күҙҙәрен йомдо. — Ләззәт... Иркә генә итеп ҡосаҡлар, сәсемдән һыйпар ине. Ҡыҙһыҙ булмай. Вәғиз менән Фәниә көлөп ебәрҙе, тик Мәғдәниә генә Ильястың әртисләнеүен оҡшатманы, иренен ҡымтыны.
Йыуынып килгәндән һуң Ильяс, купеға инергә баҙнат итә алмай, коридорҙа туҡтап ҡалды. Ул һаман да үҙен нисек тоторға белмәй йонсой ине. Шул саҡ эстә кесе улының:
— Әсәй, — тигән сағыу тауышы яңғыраны. Йәнләнеп киткән ата инергә тип ишек тотҡаһына тотонғайны, Мәғдәниәнең һүҙ башлауын ишетеп тағы туҡталды.
— Әсәй, тисе. Әллә башҡортса һөйләшә инде, хоҙайым.
— Эйе.
— Ә мин улыма башҡорт батырының исемен ҡушһам да, башҡортса өйрәтмәнем. Үҙемдең русса белмәй ыҙаланғаным да еткән.
— Минең кеүек русса ла, башҡортса ла һәйбәт белһә насармы ни, тип әйтеп ҡараным да, тыңламаның бит, — Вәғиздең тауышында мыҫҡыл ишетеп, Ильястың йәне көйөп китте. «Гел генәтөрткөләшеп тора, ахырыһы, былар. Вәғиз дә инде, ир булып аҙыраҡ ҡатынына юл ҡуйһа ни булған?»
— Һин, хөрәсән, ҡыҫылма. Башҡортса һөйләшеп, кеше көлдөрөп йөрөмәҫ инде.
— Бына ни өсөн Марина булып киткәнһең икән дә. — Ильяс купеға көлөп килеп инде. — Юғиһә, мин баянан бирле, әллә яңылыш ишетәмме тип баш ватам.
— Шулай шул. — Мәғдәниә башын матур итеп һелкеп, маңлайына төшкән сәстәрен артҡа ташланы.
Был таныш ишаранан эҫтәре өҙөлөп китте Ильястың. Хас та йәш ваҡыттағы кеүек. — Беҙҙең халыҡтың бер йүнле исеме бармы? Тапҡандар шунда: Әсҡәпъямал, Әптелбөкө, Мәғдәниә. Тел әйләнмәҫлек. Әһәмиәтһеҙерәк документтарҙы мин Марина Федоровна тип алам.
Ильяс менән Фәниә ҡысҡырып көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып, бер-береһенә ҡарашып алды. Шулай ҙа Ильяс сыҙаманы, башын артҡа ташлап, шарҡылдап, рәхәтләнеп көлдө.
— Фәтхелислам бабай үҙенең Федор булып киткәнен беләме һуң? — Унан Мәғдәниәнең ҡылтая башлауын абайлап:
—— Ғәфү ит, Марина Федоровна, Өфөнән башҡа ергә артыҡ сығып йөрөмәгәс, мәҙәниәт самалы бит инде беҙҙә, — тигән булды, күҙҙәренең йәшен һөртөп.
— Балаларыбыҙ менән туған телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәйек, тинек шул, — Фәниә үҙҙәренең көлөүе өсөн ғәфү үтенгәндәй йомшаҡ ҡына итеп әйткәйне лә, был күндәмлек сәмсел Мәғдәниәнең зитына барып ҡаҙалды. Үткәндәре уртаҡ ине был өсәүҙең. Кемде, нимәне генә иҫләмәһендәр, гел бергә: Ильяс, Вәғиз, Мәғдәниә. Шуға күрә һөйләшеүе ҡурҡыныс та, мауыҡтырғыс та, әйтерһең дә упҡын ситенән бормаланып илткән тар һуҡмаҡтан һөйгәнеңә атлайһың. Саҡ ҡына яҙа баҫтыңмы — упҡын, уйламай әйттеңме — ғазап. Шулай ҙа Вәғиз өҙөлөргә генә торған әңгәмәнең ебен ялғарға тырышты. Класташтарының әле уныһын, әле быныһын хәтергә алды.
— Фәнәүиҙе күргәйнем бит әле. Өйләнгән икән. Эй ҡәнәғәт инде, — тигән булды.
— Яңғыҙлыҡтан ялҡҡанға алғандыр, юғиһә. Уның да бисәһе йәмһеҙ. — Мәғдәниә мәғәнәле итеп тәүҙә Ильясҡа, унан Фәниәгә күҙ ташланы. — Ямаҡтың ямағы.
— Ҡәйнәм дә шулай ти ине шул, — тип уға ҡушылды Фәниә лә. — Ҡарар күҙгә йәмһеҙ генә кеүек тә, әллә ниндәй һөйкөмлө һөйәге бар, күңелде йәлеп итә лә ҡуя, тип аптырай ине.
Ильястың иләҫләнгән күңеле һүҙҙең айышына төшөнөргә ирек бирмәй, ә Вәғиз иһә Фәниәнең тапҡырлығына, үҙ баһаһын төшөрмәүенә эстән генә тантана итеп кинәнде.
Тағы шымдылар. Һәр кем үҙ уйына сумды. Ильястың күңеле Мәғдәниәгә, Мәғдәниәнең — Ильясҡа ынтылыуы барыһына ла күренеп тора. Бына сибәр ҡатын, стакандағы сәйен болғатып, ҙур ҡара күҙҙәрен болоҡһотоп, туп-тура Ильясҡа ҡараны. Икеһе генә ҡалғандай итеп (хәйер, ул үҙен ысынлап та шулай тоя ине, сөнки йөклө бисәне һис тә үҙе ҡасандыр үлеп яратҡан кешенең ҡатыны тип уйлағыһы килмәй, ә Вәғизде күптән кешегә һанамай):
— Ә ҡайһылай йүгерә инең һин минең арттан, — тип ҡуйҙы. Тауышында әсе үкенес, шул уҡ ваҡытта үҙенә саҡырыу яңғырап китте.
— Кем артынан ғына йүгерелмәй йәш саҡта, — тигән булды Ильяс, ҡатынына борсоулы ҡараш ташлап, әммә тулҡынланыуы тауышына сыҡты.
— Кеше көнләштереп ҡайһылай татыу йөрөй торғайныҡ беҙ...
— Эйе, һоҡланмаған кеше юҡ ине һеҙгә. Ниндәй пар килгәндәр, тип әйтәләр ине. Икегеҙ ҙә оҙон буйлы, һылыу. — Фәниә лә, хәтирәләргә бирелеп, моңһоу ғына шулай әйтеп ҡуйҙы.
Был уңалған яраларҙы ҡабатлап ярһытыуға бәрәбәр булған ғазаплы һөйләшеүгә нисек сик ҡуйырға белмәй аптыраған Ильяс өҫкө һәндерәнән оло улының башы һәленеүгә ҡыуанып китте.
Малайҙарҙың кисәге һүлпәнлегенең эҙе лә ҡалмағайны. Улар ысыҡ менән йыуынғандай сафланып килеп торҙолар ҙа үҙҙәренен сағыу тауыштары, ҡыҙыҡ һорауҙары, шаян хәбәрҙәре менән купены ғына түгел, бөтә вагонды тултырҙылар.
— Миңә тынғылыҡ бөттө, — тип шаяртып юрый ауыр һуланы Ильяс. Уның балҡып киткән ҡиәфәтенә ҡарап, Вәғиз тағы улын иҫенә төшөрҙө, эсе янып китте. Бер ҙур станцияла Ильяс улдары менән перронға сыҡты, Мәғдәниә лә: «Бигерәк бөркөү», — тип улар артынан ҡуҙғалды.
Башы ауыртыуға һылтанып өҫкө һәндерәгә менеп ятҡан Вәғиз йоҡлағанға һалышты, үҙе йәшереп кенә уйға сумып тәҙрәнән ҡарап ултырған Фәниәне күҙәтте. Ғәжәп һөйкөмлө ине бөгөн был ҡатын. Ундағы сәскәгә хуш еҫ, емешкә тат кеүек ҡатын-ҡыҙға ла мотлаҡ кәрәк булған аңлатып биргеһеҙ мөләйемлекте кисә абайламаған икән Вәғиз. Бына ул ҡулдарын ҡаушырып күкрәгенә ҡуйған да, башын тәҙрә яңағына терәп, тышҡа төбәлгән. Вәғиз ҡапыл уны әсәһенә оҡшатты. Шундай уҡ яғымлы аҡыл, кеше хәтерен һаҡларға тырышыу. Ҡатынының ҡәҙерен беләме икән Ильяс? Юҡтыр. Тоғролоҡто баһалар өсөн Вәғиз кисергән әрнеүҙәрҙе баштан үткәрергә, йәнең теләгәндән биҙергә кәрәктер.
— Бигерәк ныҡ үҙгәргәнһең, Вәғиз. — Фәниәнең күтәрелеп ҡарамай ғына уйсан тауыш менән шулай өндәшеүе ҡаушатты ирҙе. Бер аҙ өндәшмәй торғас, Вәғиздең һүҙһеҙ һорауын аңлап, ҡатын тағы дауам итте. — Тураһын ярып әйткәнгә үпкәләмә. Бер юлы шылғаҡ та, сәнскеле лә кеүек булып киткәнһең.
— Нисәмә йыл буйы йыртҡыс менән бер ситлектә йәшәп ҡараһаң ине һин, белер инең. — Вәғиз ғәҙәтенсә уҫал шаярыу менән сикләнмәксе булғайны, Фәниәнең тауышындағы йылылыҡ, хатта борсолоу ихтыярһыҙҙан телен систе. — Үҙгәрмәнем мин, ә үҙемде үҙем ҡайҙалыр юғалтып киттем, ахыры, — тип әйтеп һалды. Был һүҙҙәргә ғәжәпләнмәне Фәниә. «Аңлайым», — тигәндәй баш ҡағып ҡына ҡуйҙы. Хәйер, ҡайҙалыр юғалттым, ахыры, — тип мутлашты Вәғиз. Ҡайҙа икәнен белә ул.
Мәғдәниә менән урам аша ғына йәшәнеләр. Шуға күрә Вәғиз үҙен иҫлай башлағандан күҙ алдында ине был ҡыҙ. Гелән бергә уйнанылар, еләккә йөрөнөләр, муйылға барһалар, малай әйештерер, ҡыҙ тирер ине. Мәктәптә лә бишенсе класҡа тиклем бер партала ултырҙылар. Бер туғандар кеүек булып бөткәнгә. үҫмер ҡорона ингәс, үҙенең тойғолары һөйөү' икәнен аңламайыраҡ ҡалды Вәғиз. Хатта дуҫы Ильястың ғишыҡ хаттарын Мәғдәниәгә ташығанда ла үҙенең ни өсөн шулай эсе бошоуын төшөнөп етмәгәйне. Аңлап алғас иһә, кешеләрҙән генә түгел, үҙенән дә йәшерҙе. Ә теге кистән һуң: «Ғорурлығын аша атлап сыға алмағас, Ильяс Мәғдәниәне мин яратҡан ҡәҙәр яратмай, тимәк, бәхетле итә алмаҫ», — тип уйланы. Мәғдәниә хаҡына дуҫлыҡтан да, үҙенән дә ваз кискәйне. Тик тормош килеп сыҡманы. Ҡатынының кешене һәр саҡ кәмһетергә, һытырға әҙер тороуы, көндәлек талаш, рәнйеш икһеҙ- сикһеҙ тойолған һөйөүен ҡоротто. Ысын кисерештәрен йәшерергә, бөтә нәмәгә мыҫҡыллы йылмайыу аша ҡарарға күнектерҙе үҙен Вәғиз. Фәниә әйтмешләй, шылғаҡ та, сәнскеле лә булып китте. Тормошонан ни тиклем екһенеүен әле яңы аңланы шикелле Вәғиз.
— Һин шул тиклем сабырһың, киң күңеллеһең, әйтерһең дә бәхеттең серен беләһең... — шаярыу ҡатыш әйтмәксе ине ул был һүҙҙәрен, тик тауышы шул тиклем ялбарып сыҡты, хатта ҡыҙғаныуҙан Фәниәнең тәндәре сымбырҙап китте.
— Бәхет сере, тиһең инде, — тип ҡабатланы ул уйсан гына. — Бәхет сере.
* * *
«Һин бик ҡыуанма. Мин һине яратмайым. Мәғдәниәнең Вәғизгә кейәүгә сығыуына асыу итеп кенә өйләнәм». Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә Ильяс Фәниәнең ҡолағына эйелеп шулай тип бышылданы. Унан, бер ни ҙә булмағандай боролоп, эргәһендәгеләр менән көлөшөп һөйләшә башланы. Ҡырау ҡурған гөл кеүек һығылып төшкән кәләш керпектәренә ҡунған йәштәрен нисек йәшерергә белмәй, башын түбән эйҙе. «Таптың әйтер ваҡыт, — тип өнһөҙ һыҡтаны ул. — Аҙ ғына сабыр итһәңсе». Тороп сығып китергәме? Баш тартырға әлегә һуң түгел! Юҡ, нисек кенә булмаһын, Ильясһыҙ йәшәгеһе килмәй ине ҡыҙҙың. Шуға күрә: «Уныңҡарауы мин һине яратам. Икебеҙгә лә етерлек, хатта артып ҡалырлыҡ яратам», — тип уйлап, үҙ-үҙен тынысландырҙы.
Аҙаҡтан да рәнйеһә лә, үпкәләһә лә, хәсрәтләнһә лә доға кеүек, тылсым кеүек ошо һүҙҙәрҙе ҡабатланы йәш ҡатын.
Ә Ильяс, бөтә донъянан үсен алырға теләгәндәй, ҡатынына ябырылды, аҙым һайын Мәғдәниә менән сағыштырып кәмһетергә тырышты.
— Сепрәк һин. Көсһөҙ, ихтыярһыҙ бәндә. Бөтөнләй ғорурлығың юҡ. Әгәр ҙә аҙ ғына ғорурлығың булһа, әллә ҡасан сығып киткән булыр инең. — Ап-аҡ түшәккә бысраҡ аяҡтарын һалып ҡырын ята ла Ильяс, һалҡын ҡараштарын ҡатынына төбәп, кис һайын ошондай аяуһыҙ һүҙҙәрен бәрә генә. Фәниәнең ғазапланыуы уға аңлайышһыҙ рәхәтлек бирә.
— Һин кешеме ни? Кеше ғорур булырға тейеш. Бына Мәғдәниә ғорур, исмаһам. Ҡалай ярата ине ул мине, ә ғорурлығын аша атлап сыҡманы, мин дә... — тип ҡабатлай.
«Һеҙҙең ғорурлығыҙҙан кемгә файҙа, кемгә бәхет, — тип уйлай Фәниә күҙ йәштәрен йотоп. Ире менән үҙ алдына ғына әрепләшеп иҙән йыуа, өй йыйыштыра, тегә, бешеренә... — Ғорурлыҡ түгел был, тәкәбберлек. Һеҙ үҙегеҙҙән башҡаны ярата белмәйһегеҙ. Ә мин һеҙҙән көслөрәк, сөнки мин һеҙҙе ғәфү итә алам. Барыбер бәхетле буласаҡмын, һине лә бәхетле итәсәкмен. Күреп торорһоң!» — тип илай-илай һөйләнә ул эсенән генә.
Бына шундай ауырлыҡтар менән ҡорған донъяһының ныҡлығы һынала ине бөгөн.
«Ә Мәғдәниә, ысынлап та, табыныр өсөн генә яратылған.
— Шулай тип танымай булмай ҡарап-ҡарап ултырғас.
Ә Ильяс, ни тиклем генә үҙ-үҙен йүгәнләргә тырышмаһын, тойғоларына бирелеп бөтөнләй донъяһын онотто. «Йылдар һиңә бөтөнләй ҡағылмаған», — тип, ҡат-ҡат ҡабатлап, эргәһендә баҫып торған ҡәҙерле кешеһенең тауышын, көлөүенең моңон тыңлап кинәнде. Бығаса кисергәндәрен, мәшәҡәт-хәсрәттәрен, хатта шатлыҡтарын, яурынынан һелкеп ташлап, яңынан элекке булмышына ҡайтҡандай тойҙо. Күҙҙәр ҡамашырлыҡ, йөрәк сәнсешерлек был сибәрлек!
Ильястың иләҫләнеүен, үҙенә мөкиббән китеүен тойған ҡатын тағы ла ҡанатланыбыраҡ, рухланыбыраҡ китте. Йәмһеҙ генә бисә менән тормоштоң барлыҡ матурлығынан төңөлөп әрәм булып йәшәүен төшөндөрөргә ашыҡты. Аҙна араһында ыһ та итмәй Ригаларға барып әйләнеүен дә, Себерҙәге аҡсаның «оҙон»лоғон да, сираттарҙа тороп затлы әйберҙәр алыуын да һөйләп-һөйләп ялҡыта башлағас, ауыҙының ҡыбырлауына ғына ара-тирә баш ҡағып, һүҙенән түгел, ҡыланышынан йәм табып тора башланы. Үткәндәре тынғылыҡ бирмәй тағы ябырылды.
...Шул саҡ Мәғдәниәнең артынан йүгермәгәненә нисәмә тапҡырҙар үкенде ул. Тик эш үткәс, үрһәләнеүҙән ни файҙа. Уның үҙ ғаиләһе, Мәғдәниәнең үҙенеке. Шулай ҙа хыялланды, бергә булырға хыялланды. Тик нисек кенә булмаһын, ул кистәге донъяның бөтөнлөгөн бер нисек тә ҡайтарып булмай. Йәр булһа, дуҫ юҡ, дуҫ булһа... Дөрөҫөрәге йәр ҙә юҡ, дуҫ та юҡ, йәм дә юҡ.
...Бер ҡараңғы көҙгө көндә һыуланып, йонсоп эштән ҡайтып инде. Шатлыҡһыҙ, шыҡһыҙ. Әйтерһең дә, йөрәгендә таш. Ул был тойғоға, әрнеүгә күнгәйне, тик барыбер һыҡрай, һыҡрай. Ә күңелдә эңер. Ҡатыны өйҙә юҡ ине. Еүеш кейемдәрен дә сисмәй бүлмә ишеге янына уҙҙы. Диванда мендәргә һөйәлеп ултырған сабый, күҙҙәрен емелдәтеп көлөп, уға табан талпынды. Уның балҡыу ҡарашында, ике генә бөртөк тешен күрһәтеп йылмайыуында, туҡтауһыҙ йыбырлап торған яланғас тәпәйҙәрендә иҫерткес йәшәү дәрте кинәнә. Ҡапыл Ильясҡа тормош ошо сабый сүрәтенә инеп үҙенең бөтә гүзәллегендә балҡып торған кеүек тойолдо. Сабыйға ҡарап уның шатлығына иҫермәү, уның менән бергә ҡыуанмау мөмкин түгел ине. Йөҙө көләсләнеп, эсе йылынып киткән Ильяс улына эйелде. Ә бала, ояһынан осоп сығырға ашҡынған ҡош кеүек, тағы ла нығыраҡ талпынды, гөрөлдәп, кинәнеп атаһының муйынынан ҡосаҡланы. Наҙҙың эҫе тулҡыны баштан-аяҡ ялмап алған Ильяс улын аяуһыҙ ҡыҫып ҡосаҡланы. Уның нәфис, тығыҙ тәненә битен йәшерҙе, һуштан яҙып хуш еҫен һуланы. Баш китерлек ләззәт аша тыуҙы унда атайлыҡ тойғоһо. Ошо көндән башлап ҡайҙа ғына бармаһын, улын һағынып өйөнә ашҡынды. Барлыҡ хәсрәттәре сигенде. «Бына кемдең йылмайыуы өсөн ярты батшалыҡты бирергә була», — тип һөйөп кинәнде. «Ни өсөн атаның балаһына булған һөйөүе хаҡында бер нәмә лә яҙылмаған, — тип аптырап уйланы. — Быуаттар буйы ир менән ҡатындың мөхәббәтен данлағандар, ә атаның улын яратыуы хаҡында ләм-мим. Был тойғо таңғы ысыҡ кеүек сафландырғыс булғанға бәндә балаһының уны данларға теле зәғифтер бәлки?!» «Ә һин ошо бәхетте бығаса ла белдеңме, кисерҙеңме?» — тип ҡатынына һынап ҡараны. Тәүҙә сәйер көнләшеү менән, унан әсәлек Фәниәне шул тиклем матурлағанын абайлағас, һоҡланып. Ильяс тертләп уйҙарынан арынды: малайҙар ҡайҙа, ниңә шымып ҡалдылар? Ихтыярһыҙҙан, мөкиббән китеп үҙ хәбәрен һөйләгән Мәғдәниәне бүлдерҙе, һорауын ҡабатланы.
— Бер ҡарт эйәртеп үҙенең купеһына алып инеп китте, — тине ҡатын, Ильястың улдары тип өҙгөләнеүенән матур кәйефе боҙолоп. Хатта: «Мужлан», — тип тумалаҡ яурынын һикертеп ҡуйҙы. Шулай ҙа купеға инергә ашыҡманы, Ильястың кире сығырын көтөңкөрәне. Аталарынан алда шау-гөр килгән малайҙар күренгәс ене ҡупты.
— Етенселә Өфөгә экскурсияға барғанды иҫләйһеңме? — тине Ильяс. — Рим Ғәлиевич беҙгә, егерме бишебеҙгә, нисек күҙ-ҡолаҡ булып өлгөрҙө икән? Быларҙың икәүһе менән баш ҡалмай. — Ул ҡәнәғәт төҫ менән малайҙарының сәсен туҙыратты. Өфө вокзалында хушлаштылар.
— Киләһе осрашҡанда ла ошолай матур итеп күрергә яҙһын һине, Марина, — тине Ильяс, үҙе ниңәлер көлөп ҡуйҙы. — Тик Вәғизде улай ҡартайтма. — Ҡаты итеп Вәғиздең ҡулын ҡыҫты. — Ә һин, дуҫ, бирешмә. — Унан Фәниәгә боролдо. — Киттекме, кәләш! — Йомшаҡ ҡына итеп яурынынан ҡосаҡланы. — Их, был ауырлы ҡатындарҙың баштарын ҡайҡайтып ғорур баҫып йөрөүҙәре!
Схватка
С грохотом толкнув купейную дверь ногой, элегантная дама круто шагнула вглубь комнаты, бросив из-под кружевной шляпы обжигающий взгляд на сидящую внутри беременную женщину и двух ее мальчиков. Положила красивую сумочку на правое нижнее место, и хлопнула ладонью по верхней полке.
— Эти места наши. Мальчик, пересядь к маме. Женщина, с измученным видом смотревшая на улицу и до того не обращавшая ни на что внимания, удивленно повернулась:
— Как это? Ведь нижнее место наше. И билет есть, — сказала она.
— И у нас есть, — ответила дама, уже намереваясь повысить голос. — Мальчик, освободи место. Вещи возьми! — Она всучила сумку несмело поднявшемуся, чтобы пересесть к маме, ребенку.
— Постойте, постойте. Мы здесь с семьей едем, нужно разобраться.
— Не знаю, не знаю. — Дамочка торопливо расположила свои вещи на обоих местах. — Я уже заняла. Сами разбирайтесь.
В это время перед полуоткрытой дверью купе остановились двое мужчин и одновременно спросили друг у друга:
— Вам сюда?
Когда их глаза встретились, они растерялись. Увидев это, женщины тоже внимательнее посмотрели друг на друга. Вдруг всем четверым стало неуютно и даже страшно. Стараясь скрыть свои чувства, все засуетились и начали устраивать свои вещи. Первым взял себя в руки Ильяс. Расположил багаж, бережно усадил сыновей, жену, а после встал, выпрямился и заговорил.
— Ну, здравствуйте, — сказал он. Весело сказал. И на слегка напуганном, конопатом лице его жены Фании, и на красивом лице, виновато притихшей дамы Магдании, и на лице Вагиза, незнавшего куда деть свой взгляд, появилась легкая улыбка.
— Здравствуйте!
Вновь молчанье.
— По всей видимости, на одно место продано два билета, Ильяс, что будем делать? Куда уложим детей? Ильяс, не знавший, как продолжить разговор, обрадовался появлению этой заботы. Он постарался успокоить свою внутреннюю дрожь и привести в порядок чувства.
А Вагиз, который к этому времени уже успел успокоиться, увидев пламенные взгляды своей жены, направленные на Ильяса, усмехнулся:
«Ага, моя хищница уже начала расставлять сети для своей жертвы. А жертва-то, способна ли противостоять? — подумал он, испытывающе посмотрев на Ильяса.
— Хм. Не похоже, что его непривлекательная жена и измученные дети смогут его остановить. Да, плохи у парня дела, плохи!»
Тем временем, его Магдания, переодевшись, обновив макияж и издавая пьянящий аромат, вновь вошла в купе.
«О, вот теперь моя женушка в полной боевой готовности». Не успел Вагиз так подумать, Магдания удобно сесть, а остальные расстелить постель, как свет в вагоне приглушили.
Обессиленные путники, целый день скакавшие по Москве, готовились ко сну.
«Вот, хорошо, — злорадствовал Вагиз. — Ее сети сегодня не пригодились».
«Ах, Магдания, Магдания! Оказывается, ты, как и прежде, ослепительно красива!» Ильясу все же было не до сна. Сколько мечтал он об этой встрече, носил на кончике языка слова, которые хотел сказать. А сейчас от мыслей голова кипит, память слабеет, сердце ноет. Сам и не смеет взглянуть на беременную жену. Естественно, сравнивать ее с кем-то в таком состоянии просто абсурдно. А все же, все же... Мысли Ильяса увели его в тот весенний вечер, что случился восемь лет назад.
В клубе было весело. Молодежи много, гармонь, магнитофон. Не прошло и недели, как Ильяс снял солдатскую форму. Он чувствовал себя как рыба в воде, или как говорит его мама: «как сорвавшейся с цепи пес» наслаждался жизнью.
Вот только Магдания почему-то задерживается. Ильяс подошел к Фание и сел с нею рядышком. Они учились в одной школе, она — на два года младше, но Ильяс чувствовал, что уже тогда нравился ей. И сейчас ему показалось забавным, как загорелись ее глаза и как она покраснела от смущения.
— Ты так повзрослела, — шутливо сказал он. Пригласил потанцевать. Девушка удивительно легко держала свое тело, словно ее ноги вовсе и не касались земли. Да и сам Ильяс очень хорошо танцевал. Они радостно кружились под музыку. Правда в какой-то момент они оба чуть не упали от того, что кто-то поставил подножку. Остановились. Оказалось, это был его друг Вагиз. Он жестами указал на дверь. Там, облокотившись о дверной косяк и глядя на них, стояла Магдания — вся в белом, с красиво уложенными волосами, с гордо поднятой головой.
Ошеломленный красотой любимой девушки Ильяс, тут же забыл про Фанию и словно заколдованный зашагал к ней. Магдания тоже медленно направилась в сторону парня, стуча каблучками.
Голова немного наклонена в сторону, одна рука в кармане, взгляд ядовитый... Вот она уже стоит перед Ильясом, пристально смотрит в глаза восхищенному парню, который пытается что-то сказать, и неожиданно бьет его по щеке: один, два, три... Затем резко повернулась и, стуча каблучками и красиво покачивая бедрами, вышла. Опозоренный, застывший от стыда, Ильяс, остался, держа ладонями вспыхнувшие щеки.
— Что ты стоишь, беги за ней, — прозвучал голос Вагиза в притихшем зале.
— Не побегу.
— Идиот, успокой ее, извинись.
— Не вижу своей вины.
— Тогда пойду я.
— Как хочешь.
Сколько раз Ильяс ругал себя потом за то, что тогда не побежал за Магданией и не извинился, за то, что не рванулся за ней, не умолял ее о прощении, стоя на коленях, И даже сейчас он почувствовал, как это сожаление ущипнуло его сердце.
...На следующее утро Ильяс проснулся от тихого разговора.
— Им папа давно уже обещал показать Москву. Меня брать с собой не собирались, но я тоже напросилась, — усмехнулась Фания. — Куда только ни ходили, чего только ни видели. Столько впечатлений! Глядя на все их глазами, и мы с Ильясом многому поражались.
— А наш маршрут ГУМ да ЦУМ, — раздался голос Вагиза. — Нам тоже нужно было взять сына, — сказал он с сожалением.
— Пока еще только один?
— Ребенок? Один. И его-то не знаем куда деть.
— А зачем нищету плодить? — Ага, вот и Магдания тоже проснулась. У Ильяса загорелись щеки.
— Так. Моя Марина считает: «Чем держать восемь коров, лучше держать одну, но толстую».
— Только бестолковые женщины много рожают, —раздраженно сказала Магдания, вскочив с постели и бросив многозначительный взгляд на Фанию.
— Почему?! У моей мамы восемь детей, — пытался возразить Вагиз.
— Твоя мама такая же, — оборвала Магдания мужа.
— Так вас же тоже шестеро, — все еще не сдавался Вагиз. — Или твоя мать...
— А мои мальчики, — поторопилась вмешаться в разговор Фания, опасаясь ссоры, — мои мальчики замучили нас, говорят девочка нужна, да девочка нужна.
— Конечно, без дочки никак, — спрыгнул с верхней полки Ильяс. — Доброе утро, — поприветствовал он всех. — Нет, товарищи, что ни говори, а дочка нужна. — Он аккуратно укрыл сладко спящих сыновей. — А то эти разбойники совсем запугали. Возвращаюсь с работы, дверь страшно открыть. То с криком набросятся, то свяжут и в плен возьмут, то бокс, то каратэ. А дочка была бы, — он шаловливо закрыл глаза. — Наслаждение... Нежно обняла бы, погладила бы по голове. Без дочки никак.
Вагиз с Фанией засмеялись, вот только Магдание не понравилась клоунада Ильяса, она поджала губы. После того как умылся, Ильяс, не решаясь войти в купе, остановился в коридоре. Он до сих пор мучался тем, что не знал, как себя вести. В этот миг из купе послышался звонкий голосок его младшего сына:
— Мама. — Очнувшийся от своих мыслей отец схватился за дверную ручку, но услышав, что Магдания начала что-то говорить, снова остановился.
— Он говорит мама. Господи, на башкирском, что ли, разговаривает?
— Да.
— А я, хоть и назвала сына именем башкирского богатыря, но башкирскому не учу. Хватит и того, что я намучилась, не зная русский.
— Я же пытался тебе объяснить: разве плохо если он, как и я, будет хорошо знать и русский и башкирский? Ты не послушала, — услышав в голосе Вагиза пренебрежение, Ильяс почувствовал раздражение. «Видимо эти двое все время ругаются. Вагиз тоже хорош. Как мужчина, мог бы немного уступать жене».
— Ты лентяй, не вмешивайся. Не будет он смешить людей, говоря на башкирском.
— Так вот почему ты стала Мариной. — Смеясь, вошел в купе Ильяс. — А я-то все голову ломаю, думаю, ослышался что ли.
— Вот так вот. — Магдания красиво встряхнула головой, чтобы убрать упавшие на лоб волосы. От этого знакомого жеста у Ильяса все внутри перевернулось. Прямо как в молодости. — У нашего народа разве есть толковые имена? Нашли тоже мне: Аскапьямал, Аптельбоко, Магдания. Язык сломать можно. Незначительные документы я беру на имя Марины Федоровны.
Ильяс с Фанией переглянулись, еле сдерживая смеха. И все же Ильяс не выдержал, закинув голову назад, громко расхохотался. — А дед Фатхислам знает, что он стал Федором? — Затем заметив, что Магдания начинает обижаться, сказал, вытирая слезы: — Прости, Марина Федоровна, мы же кроме Уфы особо никуда не ездим, вот и культурность у нас ограничена.
— Мы решили со своими детьми на родном языке разговаривать, — Фания сказала это мягко, словно извиняясь за их смех, но ее слова задели самолюбивую Магданию.
Прошлое у этих троих было общим. Кого бы или что бы ни вспомнили, всегда были вместе Ильяс, Вагиз и Магдания. Видимо поэтому разговаривать было опасно и в то же время увлекательно, словно шагаешь к любимому по извилистой, узкой тропинке, проходящей по краю пропасти. Чуть оступишься — пропасть, скажешь что-то, не подумав — мучение. Несмотря на это, Вагиз пытался связать нить беседы, которая была на грани разрыва. Вспоминал то про одного одноклассника, то про другого.
— Видел как-то Фанауза. Оказывается, женился. Такой довольный, — сказал он.
— Наверно надоело быть одному, вот и взял ее в жены. Его жена тоже некрасивая. — Магдания бросила многозначительный взгляд сначала на Ильяса, потом на Фанию. — Самая некрасивая из некрасивых.
— Свекровь моя тоже так говорила, — присоединилась Фания. — Вроде смотришь не красавица, но есть что-то такое, что душу греет, удивлялась она. Игривое настроение Ильяса не дало ему возможности вникнуть в суть сказанного, а Вагиз же молча наслаждался находчивостью Фании и тем, как она сумела с честью выбраться из сложившейся ситуации.
Снова все замолчали. Каждый погрузился в свои мысли. Всем было видно, что душа Ильяса устремилась к Магдание, а душа Магдании к Ильясу. Вот красивая женщина, помешивая чай в стакане, устремила волнующий взгляд своих карих глаз прямо на Ильяса. Словно они остались наедине (впрочем, ей действительно так казалось, потому что она не хотела думать о том, что эта беременная женщина — жена человека, которого она когда-то до смерти любила, ну а Вагиза давно уже человеком не считала):
— А как ты бегал за мной, — проговорила она. В ее голосе одновременно прозвучало горькое сожаление и призыв.
— За кем только не бегаешь в молодости, — сказал Ильяс, бросив взволнованный взгляд на жену, но в его голосе чувствовалась дрожь.
— Мы были такими дружными, на зависть всем...
— Да, не было людей, которые бы не восхищались вами. Они так подходят друг другу, говорили все. Оба высокие, красивые. — Тоже поддавшись воспоминаниям, грустно сказала Фания.
Ильяс, не знавший, как закончить этот мучительный разговор, который бередил зажившие раны души, очень обрадовался тому, что с верхней полки высунулась голова его старшего сына.
У мальчиков не осталось и следа от вчерашней вялости. Они проснулись свежими, словно умылись бодрящей росой. Своими звонкими голосами, забавными вопросами, веселыми рассказами они наполнили не только купе, но и весь вагон.
— Кончился мой покой, — в шутку тяжело вздохнул Ильяс. Посмотрев на его сияющий вид, Вагиз снова вспомнил своего сына и внутри у него все сжалось. На одной из больших станций Ильяс с сыновьями вышел на перрон, Магдания, сказав: «Очень душно» — направилась за ними.
Сославшись на головную боль, Вагиз забрался на верхнюю полку и притворился спящим, а сам незаметно следил за смотревшей в окно Фанией.
Удивительно прекрасна была сегодня эта женщина. Как цветы наполняются ароматом, а фрукты соком, так что-то очень важное для женщины, появилось в ней, но вчера Вагиз этого не заметил. Вот она сложила руки на груди, положила голову на оконный косяк, уставилась на улицу. Она вдруг напомнила Вагизу его мать. Такой же ласковый нрав и стремление в любой ситуации не огорчить человека. Знает ли Ильяс ценность своей жены? Вряд ли. Что бы оценить верность, видимо, нужно испытать боль, пережитую Вагизом, разочароваться в том, чего больше всего хотела душа.
— Ты очень сильно изменился, Вагиз. — Слова Фании, сказанные задумчивым голосом, не поднимая головы, заставили мужчину вздрогнуть. После некоторого молчания, словно поняв его бессловесный вопрос, женщина продолжила. — Не обижайся за прямолинейность. Ты словно стал одновременно скользким и колючим.
— Попробовала бы ты сама прожить столько лет в одной клетке с хищником, знала бы. — Вагиз как обычно собирался ограничиться злой шуткой, но тепло и даже какое-то беспокойство за него, которое было в голосе Фании, развязало ему язык. — Не изменился я, а сам себя где-то потерял, видимо, — выложил он. Фания не удивилась этим словам. Словно говоря: «Понимаю», —кивнула головой. Впрочем, Вагиз схитрил, сказав: «где-то потерял...». Он знает где. С Магданией они жили через дорогу. Видимо поэтому, с тех пор как Вагиз себя помнил, у него перед глазами всегда была эта девушка. Вместе играли, ходили за ягодами... если ходили за черемухой, мальчик наклонял дерево, а девочка собирала. И в школе до пятого класса они сидели за одной партой. Из-за того, что они стали как родные, войдя в подростковый период, Вагиз не сразу понял, что его чувство —любовь. Даже когда он таскал Магдание любовные письма от своего друга Ильяса, он не совсем понимал, почему у него так болит душа. А когда, наконец, понял, то спрятал свои чувства не только от людей, но и от себя самого. После того вечера он подумал: «Раз не смог перешагнуть через свою гордость, значит, Ильяс не любит Магданию также сильно как я, и счастливой ее сделать не сможет». Ради Магдании и от дружбы, и от себя отрекся Вагиз. Но жизнь не получилась. Готовность жены все время унижать, давить людей, ежедневные скандалы, обиды высушили его любовь, казавшуюся неиссякаемой. Вагиз приучил себя скрывать настоящие чувства, смотреть на все с насмешливой улыбкой. Как и сказала Фания, он стал и скользким и колючим. Насколько приелась ему его судьба, Вагиз, кажется, понял только сейчас.
— Ты такая терпеливая, великодушная, словно знаешь секрет счастья... — он собирался сказать эти слова шутливо, но его голос задрожал. И у Фании от жалости пробежала по телу дрожь.
— Секрет счастья, говоришь, — повторила она задумчиво. — Секрет счастья.
* * *
«Ты особо не радуйся. Я не люблю тебя. Женюсь на тебе только назло, потому, что Магдания вышла замуж за Вагиза». Эти слова Ильяс прошептал, нагнувшись к уху Фании прямо в разгар свадьбы. А потом как ни в чем ни бывало, смеясь, весело заговорил о чем-то с сидящими рядом. Словно задушенный заморозками цветок, сморщилась невеста, не зная, как спрятать слезы, коснувшиеся ее ресниц, опустила голову. «Нашел время сказать, — тихо всхлипнула она. — Потерпел бы немного». Может встать и уйти? Еще не поздно передумать! Нет, как бы там ни было, девушке не хотелось жить без Ильяса. Видимо поэтому, она успокоила себя: «Я люблю тебя, Ильяс, так люблю, что хватит на двоих, и даже еще останется». И даже потом, если обижалась, если ее унижали и оскорбляли, молодая жена повторяла эти слова, как молитву, как заклинание. Ильяс, словно пытался отомстить ей за обиды на весь мир, на каждом шагу он пытался унизить ее, сравнивая с Магданией. Бездельничая, положив на белоснежную постель грязные ноги и нацелив свой холодный взгляд на жену, каждый вечер он говорил ей беспощадные слова: «Тряпка ты. Слабое, безвольное существо. У тебя совсем нет гордости. Если бы у тебя была хоть капля гордости, ты уже давно бы ушла». Страдания Фании доставляли ему необъяснимое блаженство.
—Разве ты человек? Человек должен быть гордым. Вот Магдания —гордая. Как она меня любила, но через свою гордость не перешагнула, да и я тоже... —повторял он.
«От вашей гордости кому польза, кому счастье, — думала Фания, глотая слезы. Мыла полы, убирала дом, шила, готовила, про себя споря с мужем... —Это не гордость, это гордыня. Вы не умеете любить никого, кроме себя. А я сильнее вас, потому, что я способна вас прощать. Я все равно стану счастливой и тебя сделаю счастливым. Вот увидишь!»
Мир, который строился с таким трудом, сегодня испытывался на прочность.
«А Магдания действительно создана только для того, чтобы ей поклоняться. —Фания не могла не отметить этого. Как бы ей ни было тяжело, состояние Ильяса она хорошо понимает. Разве сможет человек, внутри которого есть душа, остаться равнодушным к такой красоте?! Еще и первая любовь, — его единственная любовь, — думала женщина. Она ведь знала, что ее муж не любит ее. — Совершенно нечему здесь удивляться». Только своему равнодушию, спокойствию удивилась Фания. Почему так: ведь она столько лет со страхом ждала этой встречи? Видя ее во сне, просыпалась в холодном поту. А сейчас сидит, как человек, махнувший на мир рукой.
«Наверное, природа так оберегает моего младенца, который должен родиться», — решила Фания. А Ильяс, как только ни старался обуздать себя, поддавшись своим чувствам, совсем про все позабыл. «Годы тебя совсем не коснулись», — повторял он много раз, наслаждался, слушая голос, смех, стоящего рядом дорогого для него человека. Он себя чувствовал так, словно сбросил со своих плеч, все, что пережил — все проблемы, заботы, даже радости. Словно вновь стал прежним. Ее красота такая, что может потемнеть в глазах, заколоть сердце.
Почувствовав, что Ильяс совсем потерял от нее голову, женщина еще сильнее окрылилась, вдохновилась. Поспешила дать ему понять, что с некрасивой женой он жил, разочаровавшись в жизни, не видя всю красоту мира. Подробно и увлекательно рассказывала она и про то, что ей ничего ни стоит посреди недели слетать в Ригу, про легкие сибирские деньги, про качественные товары, которые она покупала, стоя в очередях, про то, как один негр, влюбившись в нее, целый день, не отставая, ходил за ней по пятам... То, что она всегда ставила себя выше, а других пыталась принизить, сразу резало уши. «Видимо, красивые женщины должны быть такими», —вновь оправдывал ее Ильяс. Затем, когда однообразный разговор начал ему надоедать, он перестал слушать, лишь наблюдая за движением ее губ, кивал время от времени —стал находить радость не от слов, а от ее повадок. Прошлое, не давая покоя, снова набросилось на него. Долго жалел он о том, что тогда не побежал за Магданией. Эх, не только побежал бы, упал бы на колени. Но дело прошлое, что толку. У него своя семья, у Магдании своя. И все же он мечтал вместе быть, мечтал. Как бы там ни было, мир, который был у него в тот вечер, никак нельзя вернуть целиком. Если есть возлюбленная, нет друга, если есть друг... Вернее, и возлюбленной нет, и друга нет, и счастья нет.
В один темный осенний день, измученный, промокший пришел он с работы. Безрадостный, невзрачный. Словно в сердце камень. Он свыкся с этим ощущением, с этой горечью, но все равно страдал, страдал. А в душе —сумерки.
Жены в комнате не было. Не снимая мокрой одежды, прошел к двери комнаты. Младенец, сидевший на диване, облокотившись спиной на подушку, засмеялся, заблестел глазами и устремился к нему. В его сверкающем взгляде, в его улыбке, состоящей из двух зубов, в его беспрестанно шевелящихся ножках, была опьяняющая жажда жизни. Вдруг жизнь Ильясу показалась глазами этого младенца, и он почувствовал, что мир заблестел в своей полной красоте.
Глядя на сына, было невозможно, не опьянеть от его восторга, не радоваться вместе с ним. Губ Ильяса коснулась улыбка, душа наполнилась теплом, и он наклонился к сыну. А ребенок, словно птенчик, который рвался поскорее вылететь из гнезда, еще сильнее устремился к нему, загудел, с наслаждением обнял отца за шею. Почувствовав, как горячая волна нежности накрыла его целиком, Ильяс крепко обнял сына. Спрятал лицо в его изящном плотном теле, теряя разум, вдыхал его аромат. Через головокружительное наслаждение родилось в нем отцовское чувство. Начиная с этого дня, куда бы ни пошел, он спешил поскорее домой, скучая по сыну. Все горести куда-то отступили. «Вот за чью улыбку можно отдать полцарства », — думал он, лаская малыша. «Почему ничего не написано о любви отца к своему ребенку, — спрашивал он себя удивленно. — Веками восхваляли любовь между мужчиной и женщиной, а о любви отца к сыну ни слова. Почему? В любви к женщине спрятан какой-то грех, а это чувство кристально чистое, словно утренняя роса... видимо, человеческий язык слишком грешен, чтобы восхвалять его?!»
Он вопросительно смотрел на жену, словно говоря: «А ты об этом счастье и до этого знала, испытывала его?». Вначале его наполняла странная зависть, а потом, когда он заметил, что материнство сделало Фанию прекрасной, и восхищение.
Ильяс вздрогнул и отвлекся от своих мыслей. —А где мальчики, почему затихли? —спросил он Магданию, которая была поглощена своим разговором. Затем снова повторил вопрос.
— Один старик повел их в свое купе, —сказала женщина. Ее настроение испортилась, когда она увидела, как Ильяс беспокоился за детей. Она даже вздернула своими округлыми плечами, назвав его мужланом, но все же в купе не торопилась, немного подождала, вдруг Ильяс выйдет обратно. Когда увидела мальчиков, которые шумно шли впереди отца, рассердилась.
— Помнишь, как в седьмом ездили на экскурсию в Уфу? —сказал Ильяс. —И как Рим Галиевич успевал присматривать за нами, двадцатью пятью? Тут с двумя- то детьми голова идет кругом. И он с довольным видом потрепал волосы своих мальчиков.
* * *
Попрощались в Уфе на вокзале.
—Надеюсь и в следующий раз увидеть тебя такой же красивой, Марина, —сказал Ильяс, а сам почему-то усмехнулся. —Только Валеру береги.
Крепко пожал руку Вагизу:
—Ты, друг, крепись.
Затем повернулся к жене:
—Ну что пойдем, жена! —Мягко обнял ее за плечи.
—Ох уж эта гордая походка беременных!









