Кем бүләктәрҙе урлаған?
Ҡыш бабай балаларға илселәр аша бүләктәр ебәрә. Яңы йыл байрамына үҙем дә килермен, тип вәғәҙә бирә.
Илселәр, арбаларға бүләктәр тейәп, урман аша бер яландан үтәләр. Ҡапыл көслө дауыл сыға. Ҡар өйөрмәһе уларҙы солғап ала һәм бөтә бүләктәрҙе осороп алып китә.
Илселәр илай-илай балаларға буш ҡул менән килә. Өйөрмә тураһында һөйләйҙәр. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Һумс менән Вәтһинде саҡыра.
Тәфтишселәр урман йәнлектәре менән һөйләшә. Тегеләр: “Бер ниндәй ҙә ҡар өйөрмәһен күмәнек” — тип яуап ҡайтара.
Һумс менән Вәтһин яланда бүре, төлкө эҙҙәрен күреп ҡала.
— Был бит элементар, Вәтһин! — тип ҡысҡыра Һумс. — Әйҙә Бүре менән Төлкөгә ҡунаҡҡа барайыҡ! Ҡараһалар, ни күрһендәр — өй тулыурланған бүләтәр ята, ти.
Баҡтиһәң, ҙур һурҙырғыс ярҙамында Бүре менән Төлкө урманда дауыл ҡуптарған. Илселәр ҡурҡышып торған арала, ҡараҡтар бүләктәрҙе урлап алып киткән булған.
Шулай итеп, бүләктәр балаларға таратыла, ә Бүре менән Төлкө ғәфү үтенә. Тәфтишселәр тағы бер мәсьәләне сисә.
— Вәт һиндә баш! — тип маҡтай Һумсты Вәтһин.
Кто украл подарки?
Дед Мороз отправил гонцов с подарками к лесным жителям. Сам же обещал приехать прямо перед Новым годом.
Когда гонцы на своих телегах ехали через лес, неожиданно поднялся буран, и когда он стих, стало ясно, что все подарки пропали. Пришлось вызвать знаменитых детективов.
Хумс и Ватхен опросили всех лесных жителей. Никто из них даже не заметил никакого бурана. Но зато внимательные детективы углядели на месте преступления следы волка и лисы.
— Это же элементарно, Ватхен! — воскликнул Хумс. — Нужно навестить их.
Явившись в гости к хитрым хищникам, детективы обнаружили там гору пропавших подарков. Оказалось, что при помощи большого вентилятора хулиганы вызвали небольшой буран. И пока гонцы пережидали его, волк и лиса незаметно унесли все подарки.
Детективы вернули подарки зверятам, а хулиганы попросили прощения.
— Ну ты и голова! — похвалил Хумса доктор Ватхен.