Офоҡ
Хикәйә
Сейәлетау башына менгән Йәмил тирә-яҡҡа ҡарап торғас ҡартатаһына:
— Ҡартатай, ана ҡаршылағы тауҙың осоноң аръяғында нимә икән? – тип һорап ҡуйҙы.
— Улым, ул тауҙың башында булған офоҡ шикелле аръяғында ла
офоҡ.
— Ә офоҡтоң аръяғында?
— Шулай уҡ офоҡ.
— Нисек улай? Ә офоҡ нимә була ул, ҡартатай?
— Офоҡ – ул күҙ күреме еткән ерҙең сиге.
— Ә ерҙең сиге буламы ул?
— Юҡ, улым, Ер үҙе бер түңәрәк шар.
— Ҡояш, Ай һымаҡмы?
— Әйе.
— Ҡартатай, ә көндөҙ яҡтыртып торған Ҡояш төнөн ҡайҙа була ул?
— Офоҡ артына үтеп, Айға урын биреп, Ерҙең икенсе яғына шыла.
Йәмил бер аҙ уйланып торғас:
— Ҡартатай, Ай менән Ҡояш һәр саҡ шулай айырым йөрөйҙәрме?
— Юҡ, улым. Улар һәр саҡ Ер менән бергә.
— Ә Ер улар менән нисек бергә була ул? – бер ни аңламаны Йәмил.
— Ҡояш, Ай, Ер бер-береһенә бәйләнгән татыу бер ғаилә. Ер – ул биләүҙә ятҡан кескәй бер бала. Ҡояш ул – наҙлы әсәй. Ерҙе туйындырыр, йәшәтер өсөн ул көн һайын үҙенең йылыһын, наҙын өлөшә. Ә Ай ул – атай. Ер-бала менән Ҡояш-әсә ял итһен өсөн төндәрен һаҡта тора.
— Хәтәр, ҡартатай. – Йәмил һоҡланып ҡуйҙы. – Мин Ерҙе лә, атай-әсәйемде лә, Ай-ҡояшты ла һәм һинең менән өләсәйҙе лә ныҡ яратам.
Ҡартатаһы Йәмилде ҡосаҡлап алды:
— Улым, мин дә һеҙҙең барағыҙҙы ла яратам!
Йәмил ҡартатаһының күкрәгенә башын һалды, ә ҡартатаһы офоҡтарға ҡарап йылмайып ҡуйҙы.
Помощь дедушки
Ямиль шел по улице со своим дедушкой. Через два-три дома они увидели, как мальчик Вакиль, который учится в шестом классе, рубит дрова.
— Дедушка, давай поможем ему.
— А как?
— Будем рубить дрова. Посмотри на него. Пока он замахивается топором, чурбан, который он хотел разрубить, падает.
Тогда дедушка подошел к Вакилю и сказал ему:
— Вакиль, сынок, принеси вон ту автомобильную шину.
Мальчик быстро принес её. Дедушка поставил чурбан внутрь и показал мальчику, как нужно правильно рубить дрова. А потом отдал ему топор со словами:
— Ну, сынок, покажи, как рубить. Теперь и чурбан, и поленья не будут падать.
Вакиль с радостью сделал так, как показал ему дедушка Ямиля.
— Ничего не падает. Спасибо!
Дедушка с внуком пошли дальше, и Ямиль спросил:
— Дедушка, а почему мы не помогли ему?
— Мы же помогли.
— Нет, дедушка, мы только научили его. А рубить дрова не помогли. У Вакиля еще много работы.
— Сынок, работе он должен научиться сам. Если бы мы вместо него нарубили дрова, то он не смог бы научиться и повторил бы свои ошибки.
Посмотри на природу. Вот, например, дятел. Если не научить дятла добывать пищу, он потеряет все свои навыки. Когда он долбит древесину, его клюв становится тонким и крепким. Пусть Вакиль радует своих близких усердием и умением.
— Дедушка, и меня научи! — попросил тогда Ямиль.
Улыбнувшись, дедушка похлопал его по спине.
— У тебя ещё все впереди!