ӨС ЕТЕ
Хикәйә
Билал ҡарт үлергә йыйынды. Таң һыҙылыу менән түшәгенән ҡалҡынды ла — хәйер, йоҡоһо йоҡо булманы, дөрөҫөрәге, керпек тә ҡаҡманы — яңылышмайыммы, бөгөн ысынлап та етеһеме, тип ике тәҙрә араһындағы стенаға ҡаҙаҡланған йыртма календарға текәлде. Әлегә алтынсы число тора, кисәге көн, календарь бите йыртылмаған. Йыртһа, етеһе тыуа. Ҡарттың арҡаһы буйлап һалҡын тулҡын үтте. Үтер ҙә шул, был яҡты донъяла һуңғы көн йәшәй бит. Йыртырғамы, юҡмы? Йыртмаһа, үлер көнө тыумаған да һымаҡ, йыртһа, үҙе теләп теге донъяға китеүен яҡынайтыр төҫлө. Хәйер, ус аяһындай ғына ошо ҡағыҙ киҫәгендәге ҡап-ҡара ете һаны былай ҙа көнө буйы, онотма, бөгөн етеһе, бөгөн етеһе, тип барыбер ҡысҡырып торасаҡ. Икеләнде Билал ҡарт һәм... ҡағыҙҙы йыртырға ҡарар итте. Ҡапыл тартыуға өҙөлгән ҡағыҙ ҡарттың ҡалтыранған ҡулынан ысҡынды ла ағасынан айырылған ҡоро япраҡ һымаҡ бәүелә-сайҡала иҙәнгә төшөп ятты. Үлер көнө тыуҙы Билал ҡарттың, оҙаҡҡа һуҙылған тормошоноң аҙағы етте.
Хырылдап йоҡлаған ҡарсығын уятмаҫҡа тырышып, ул һаҡ ҡына өй ишеген асты, солан ишеге келәһен ысҡындырып болдорға аяҡ баҫты.
Иртәнге һауа дымлы, һалҡынса. Тирә-йүнгә һөттәй аҡ томан ятҡан, кәртә, аласыҡ, лапаҫ баштары күренмәй ҙә тиерлек. Картуф баҡсалары артындағы ерек, муйыл ҡыуаҡлыҡтары яғынан ҡоштар сутылдашыуы, Хәсән күленән баҡалар баҡылдашыуы ишетелә, яҡында ғына бытбылдыҡ бытбылдай. Ул да Билал ҡарттың бөгөн һуңғы көн йәшәүен белгән һымаҡ шул яңылыҡты ҡыуанып тарата: "Юҡ була, юҡ була!"
Билал тәбиғәт менән хозурланып, ҡоштар һайрауын тыңлап, йондоҙҙар һанап ваҡыт әрәм итеүселәр затынан түгел. Уларҙы ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә, ишеткән-күргән кешеләрҙе лә аңламай, бындай ҡылыҡты йәш-елкенсәк эше тип кенә һанай. Ул ғүмере буйы ергә текәлеп ҡабаланып йәшәне, атлап йөрөй белмәне, гел генә йүгерҙе, гел генә ашыҡты. Шунлыҡтан ауылдаштары уға "Өтөк" тигән ҡушамат та таҡты. Ә бына бөгөн барыһын да күреп, ишетеп, тойоп, хәтеренә һеңдереп ҡалырға тырыша. Ә ниңә икәнен үҙе лә белмәй.
Ҡарт тәрән итеп тын алды, көрһөндө, болдорҙан төштө, бәҙрәфкә барып килде, йыуынды. Унан аласығынан оҫта балтаһын алып сығып, һәнәк һабы йыуанлығындағы, метр ярым оҙонлоғондағы таяҡтың бер башын осланы, икенсе башын юнды, ҡәләм киҫәге менән таяҡтың юнылған осона үҙенең исем- фамилияһын, тыуған һәм үлгән көндәрен, йәшәгән йылдарын яҙып ҡуйҙы. Ә "7 июль" тигәнен ҡат-ҡат яҙҙы. Унан балтаһын, көрәген тотто ла ҡапҡаһына йүнәлде. Ниәте — зыяратҡа барып үҙенә ҡәбер урыны билдәләү. Быны ул төнөн уйланып ятҡанда таң атҡас иң беренсе сиратта башҡарыла торған эш тип хәл иткәйне.
Ауыл урамы әлегә буш һәм тын. Билал ҡарт бур шикелле алан- йолан ҡаранып саңлы, тиҙәкле урам буйлап өтәләнеп атланы. Килә килә лә башын курткаһының ҡыҫҡа яҡаһы эсенә тарта, унан өй тәҙрәләренә ҡарап ала. Барыһы ла уға баға, таң тишеге менән ҡайҙа барғанын, ниндәй маҡсат менән барғанын белеп тора һымаҡ.
Ауылды, тимер-томор һибелгән соҡор-саҡырлы урындарҙы үтте (әүәле бында колхоздың машина-трактор паркы ине), ваҡ мал йөрөп тигеҙләгән үләнлеккә аяҡ баҫты. Тимерсыбыҡтан ишеп ҡулайлаштырылған элмәкте ҡапҡа менән бағана башынан һурып алды ла зыяраттың ҡапҡаһын асты, эскә атланы.
Быйыл үлән шәп. Оҙаҡламай Миңлеғәли ҡарт төшөр ҙә инде бесәнгә. Зыяраттың бесәнен ул саба, малына ҡышлыҡ бесәнде ошонда еткерә. Зыярат ҙур ғына, өсөнсө йыл уратып кәртәләп алдылар.
Ҡарттың атаһы менән әсәһенең ҡәберҙәре ҡапҡанан кергәс тә уң ҡулда. Уларҙың эргәһендә – йәшләй генә тракторы менән күперҙән ауып үлгән оло, өсөнсө йыл вафат булған иң бәләкәй энеһенең ҡәберҙәре. Бына шулар янына ятырға тейеш Билал. Өс бер туған, атаһы менән әсәһе. Биш ҡәберҙе бергә кәртәләп алһаң, туғандар ҡәберлеге кеүек була ла ҡуя. Уныһын әбейенә әйткән, үҙен ерләү менән башҡарып ҡуйырға тейештәр. Әбейенең ҡәбере лә үҙенең янында дөйөм кәртә эсендәбуласаҡ.
Ҡарт үҙенең баш яғын самаланы ла көрәген ергә ҡаҙаны, былай биш ҡәбер ҙә тигеҙ буламы һуң, тип ситкәрәк китеп ҡарап торҙо, унан белгәнен уҡыны, доға ҡылды, көрәген ергә батырҙы. Кескәй генә соҡор яһағас, алып килгән таяғын шунда ҡаҡты.
Ата-әсәһенеке, энекәштәренеке ише уның да ҡәберен үлән баҫыр, тупрағы шиңер, рәшәткәһе тутығыр, тора-бара ҡыйшайыр. Байтаҡ йылдарҙан һуң үҙе лә, исеме лә онотолор, төрлө тарафҡа таралған балалары һирәгерәк иҫкә алыр, ә ейән-ейәнсәрҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уларға инде олаталары бынан бер быуат элек йәшәгән кеүек тойолор, ҡарт, ҡартлас, тип кенә ебәрерҙәр... Уйҙарынан ҡурҡып китте Билал, йәшәгән тормошо ҡапыл шундай мәғәнәһеҙ булып күренде, үҙенең ниңә көн иткәнен, кешеләр, туғандары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре алдында үҙен оноттормаҫ өсөн ни ҡылырға кәрәк булған икән һуң, тип аптыраны. Әммә быны сисергә башы етмәне – уның өсөн был һорау үтә ҡатмарлы ине.
Уйҙар солғанышында йөрөп ҡарт бер мәлгә ойоп-онотолоп китте, атаһының ҡәбер рәшәткәһенә ҡунған һайыҫҡандың шыҡырлауына терт итеп ҡалды. Башын күтәрҙе, уйҙарын бүлдергән оятһыҙ ҡошҡа боролдо. Һайыҫҡанды яратмай ул, яратмауы малай сағынан уҡ килә. Кәүҙәһенең килбәтһеҙ булыуы бер хәл, тауыҡ ояһынан йомортҡа урлауы, ҡош-ҡортҡа ултыртҡан емде ашауы менән йәненә тейә торғайны. Әле лә шулай. Ана, зыяратҡа ла эйәреп килгән бит, бында нимәһен юғалтҡандыр.
Тирә-яҡта әлегә кеше юҡ. Томан яйлап тарала, һыйыр һауырға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә, биҙрәләргә һөт аға, әтәстәр ҡысҡыра. Билал ҡарт ҡаҡҡан таяғын тотоп байтаҡ торҙо, көрһөндө, балтаһын алды, йәнә һайыҫҡанға ҡараны. Ҡош ҡарттың үҙенә текәлгәнен күреп йәнә шыҡырҙаны. Шыҡырҙауы ҡартҡа: "Ятыр урын билдәләнеңме? Дөрөҫ эшләнең. Энеләрең үлеп бөттө, тиңдәштәрең дә ҡырылды, ә һин һаман йөрөйһөң. Оят кәрәк әҙерәк", – тигән һымаҡ ишетелде.
Билал йәне көйөп ҡулып һелтәне – һайыҫҡан шыҡырҙай- шыҡырҙай ауыл яғына осоп китте. Был юлы: "Ҡыуһаң-ҡыумаһаң да ошонда килеп ятасаҡһың инде, ә мин һинең баш осоңда тағы шыҡырҙаясаҡмын әле, хи-хи-хи", – тигән төҫлө тойолдо.
Ҡәбер урыны билдәләүенә ҡарт ҡәнәғәт ҡалды. Кем белә, берәй туң башы, ниңә бында тығылдырабыҙ, әйҙә асығыраҡ урынға ерләйек, тип алды китте. Әйҙә һуң, тип икенсеһе ризалашһа, ҡалғандары, өндәшмәҫ-ҡыҫылмаҫ ҡалғандары, көрәген тотоп улар артынан эйәрҙе ҡуйҙы. Ятыр шунан ике энеһенән, ата-әсәһенән башҡа. Теге донъяла аралашыу мөмкинлеге булһа, бер-береһенә терәлеп ятырға кәрәк. Тән-кәүҙәләре осрашмаһа ла рухтары бергә йөрөр.
Тамағы кибеп киткәйне, шуға ҡайтыу менән сәйнүгенә һыу ҡойоп уны электрға тоташтырҙы.
Һыйыры ауыр мышнап ята, башмағы ҡалҡынған, һарыҡтары ялан аҙбарҙың мөйөшөнә һырлығышҡан. Билал ҡарт ниндәйҙер бер кинәнес менән уларҙы күҙәтеп торҙо, башмағының арҡаһынан, һыйырының башынан һыйпаны. Һыйыры ҡымшанманы ла, ә башмағы ситкә тайпылды – хужаһының иркәләүен был юлы ниңәлер ҡабул итмәне. Ярар, минән ҡотолорһоң, әммә бынан ары көнитмешең ауыраясаҡ: аҫтың һирәк таҙартылыр, иртәнге аш әллә ниҙә бер эләгер, ҡышын бесән самалап төшөрөлөр. Шунда, бәй, беҙҙер хәстәрлекле хужа ҡайҙа булды, тип аптырарһың, рәхәт йәшәгән көндәреңде һағынырһың, тик һуң булыр.
Дөйөм ҡыйыҡ менән көпләнгән ике лапаҫ аралығындағы бушлыҡтың бер өлөшөн Билал ҡарт йылдың-йылы бесән тултырмай ҡалдыра ла шунда кәрәге тейерҙәй эреле-ваҡлы таҡта, кәртә, һайғау, көрәк, һәнәк, тырма һаплыҡтары һалып ҡуя. Уларын инде ҡайҙан тура килә — урмандан, яландан алып ҡайта, ат, һарыҡ фермаларынан сәлдерә.
Ҡәбергә кәрәк булыр тип хисаплағандарын әлеге шул аралыҡтан төшөрөп утынлыҡҡа алып барҙы, келәтенән ҡаҙаҡтар һалынған биҙрәһен, сүкешен, сөй һурғысын килтерҙе. Шунан, тағы нимә кәрәк һуң әле тип, берәйһе үлһә үҙенең зыяратҡа нимә тотоп барғанын иҫләргә кереште. Көрәк! Эйе, ҡәбер ҡаҙыуҙа төп ҡорал — көрәк. Эҙләп йонсомаһындар, кәрәк булһа, керһендәр ҙә алһындар — Билал ҡарт ғүмере буйы тәпәй булды, барыһын да алдан хәстәрләп ҡуйған икән, тиһендәр, аптыраһындар, һоҡланһындар...
Хәйер, туҡта, бөгөн ерләмәйҙәр бит әле, ул әле үлмәгән, шулай икән, нимәгә ул көрәк, ҡаҙаҡ, сөй һурғыстар? Ләхетлек ағасынан, бағаналарынан башҡаһын ул урынына кире индереп ҡуйҙы. Үҙе шуларҙы кире йыйып йөрөй, үҙен-үҙе әрләп йөрөй: ҡартайҙың инде Билал, етмеш етегә еттең, хәтерең юҡ, эштең рәт-сиратын онотаһың, тимәк, ысынлап та, теге донъяға үтергә ваҡыт еткән.
Болдорҙа әбейе пәйҙә булды.
– Атаҡ-атаҡ, бөгөн ниңә иртәләнең ул? – ҡартының таң һарыһынан тороп йөрөгәненә тамам аптыраны.
– Йоҡо бөткәс, нишләп ятайым? – һорауға һорау менән яуап бирҙе ҡарт. Алдағаны өсөн үҙенә нисектер ҡыйын булып китте. Ҡарсығы аласыҡҡа инде, ҡысҡырып ебәрҙе:
– Сәйең ташып ултыра бит, нишләп ҡарамайһың?
– Аһ, сәй ҡуйғайным бит әле, онотҡанмын, дуңғыҙ, тип иҫенә төштө Билалдың.
– Ал, иҫтән сыҡҡан, – тигән булды, әллә ни иҫе китмәгән ҡиәфәттә.
Әбейе һыйыр һауҙы. Ҡарт аласыҡтан ҙур көршәктәге йыуынты һыуын сығарып ике тасҡа бүлде лә береһен һыйыр, икенсеһен башмаҡ алдына ултыртты. Түгә-сәсә ашап бөткәстәре, уларҙы көтөүгә ҡыуа китте.
Көтөүҙе ауылдың ҡап уртаһында йыялар. Ә ауыл, нигеҙҙә, бер- береһе менән киҫешкән ике ҙур урамдан тора – мал-тыуарҙы дүрт яҡлап килтереүе бик тә йәтеш.
Билал ҡарт һыйыры менән башмағын көтөү араһына индереп ебәрҙе лә саҡ ҡына ситтәрәк йыйылышҡан ирҙәр янына барҙы. Малын килтергән ир-ат көтөү ҡуҙғалғансы шулай өймәкләшеп гәпләшеп тороуҙы ғәҙәт иткән.
Иҫәнләште, көн торошо, ҡасаныраҡ бесәнгә төшөү тураһындағы хәбәргә ҡолаҡ һалды, үҙе лә һүҙгә ҡушылып китте. Эргәһендә торғандарҙың барыһын да бөгөн ул һуңғы мәртәбә күрә, улар ҙа уны аҙаҡҡыға. Айырма тик шунда, улар шуны белмәй, баштарына ла килтермәй, ә Билал белә. Ошо ирҙәр иртәгә лә бөгөнгө ише һыйыр-башмаҡтарын ҡыуып килтерерҙәр, тик һауа торошо, бесәнгә төшөү тураһында түгел, ә Билал хаҡында һөйләрҙәр. Кисә иртәнсәк кенә ошонда гәпләшеп торҙо, бәй, нимә булды икән һуң, тип аптырарҙар, бынан ун ике йыл элек булған ваҡиғаны – туғыҙ сөгөлдөрсө ҡатындың үлеү фажиғәһен иҫтәренә алырҙар. Хәбәрҙәре яйлап уның холоҡ-фиғеленә төшөп китер, уның менән бәйле берәй мәҙәк йәки ғәжәп хәлде иҫләрҙәр. Шунан берәйһе, ситтә йөрөгән ике малайының береһе бөтөнләй ҡайта инде былай булғас, йорт-ҡураһы ныҡ, мал-тыуары ишле, хужа кәрәк, тип өҫтәр. Икенсеһе, ситтә йөрөгән балаларына телеграмма һуғырҙар, барыһы ла йыйылмайынса ерләү юҡ инде, тип һүҙ ҡыҫтырыр. Ә ҡәбер ҡаҙған саҡта, теге ос Рәүеф, әлеге ише әллә кемгә соҡой инек, һөйәктәргә юлыҡтыҡ, шунан уларҙы ситкә эттек тә артабан ҡаҙҙыҡ, быны шул кешенең эргәһенә һалдыҡ, хәҙер ҡосаҡлашып яталар, тип зыяратҡа барған һайын һөйләгән хәбәрен тылҡыр. Сәлим, ара-тирә, да, кеше йәшәй ҙә үлә лә китә, бер мәғәнәһе юҡ был тормоштоң, тип аҡыл һатыр, ә Наил, һәр ваҡыттағыса, дөрөҫ ҡаҙмайһығыҙ, киңерәк итегеҙ, һыймаясаҡ бит, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерер, белгәнен дә, белмәгәнен дә өйрәтеп маташыр. Шулай булыр, тап шулай булыр. Билал ҡарт улар менән байтаҡ ҡәбер ҡаҙғас, барыһының да холоҡтарын яҡшы белә.
Ҡарт, ҡайтып, бәйле быҙауын ысҡындырып урам буйына сығарып ебәрҙе, ашау талап иткән ҡаҙҙарына, аласыҡ ишеге төбөнә йыйылған тауыҡтарына ем ултыртты ла ялан аҙбарҙы таҙартып сығарҙы, һөт ҡайнатыу өсөн әбейенә сатыр-сотор ҡырҡып аласыҡҡа индерҙе, картуфы саҡ ҡына тәпкеләнеп бөтмәгәйне, шуны тәпкеләп ҡуйҙы ла, йә урамда йығылып үлермен, етер йөрөү, тип өйгә инде. Ултырып хәл алды, шунан аласыҡҡа сығып сәй эсте, кире инеп, ишекте элеп ятырғамы, әллә асыҡ килеш ҡалдырырғамы, тип аптырап туҡтап ҡалды. Элһә, әбейе керә алмай хитланасаҡ, элмәһә, теләһә кеме бимазалап йөрөүе бар. Уйланды-уйланды ла элмәй генә ятып үлергә ҡарар итте. Күлдәген, мал, тиҙәк еҫе аңҡыған салбарын систе. Себерҙә эшләп йөрөгән улы етмеш биш йәшенә бүләк иткән костюмын шифоньерҙан алын ултырғыс артына элде. Таҙа күлдәк кейҙе, улы онотоп ҡалдырған галстукты бәйләне, байрамдарҙа ғына кейә торған туфлиҙарын кейҙе лә көҙгө алдына баҫты. Ҡаршыһында көлһөү аҡ сәсле, тәрән ултыртылған сәгер күҙле, ас яңаҡлы, ҡылыс танаулы, ҡымтыулы тар иренле кеше баҫып тора ине. Ҡалҡып торған күмәгәйле оҙон муйын, йоҡа, әммә беше тығыҙ тән, көслө ҡулдар. Аллаға шөкөр, ҡарап тороуға бик бирешмәгәнмен икән әле, тип уйланы көҙгө алдында торғаны. Уның яҡшы кәйефен күреп көҙгөләге кеше ҡәнәғәт йылмайҙы. Тик ҡәнәғәт йылмайыу шундуҡ ниндәйҙер мыҫҡыллы көлөү менән алышынды, сәгер күҙ ҡыҫылды, ҡуйы ҡалын ҡаштар һелкенде. Билал ҡарт үҙенең йөҙө үҙгәреүен һиҙмәне, ә көҙгөләге бәндәнеке үҙгәреүенә аптыраны.
Ятырға кәрәк. Бөгөн ул үлергә тейеш – ҡарт мейес буйындағы киң һикегә һуйлайҙы. Ятҡан ере бик йомшаҡ түгел дә, нишләйһең, түҙергә тура килә. Аяҡтарын бер-береһенә яҡын ҡуйҙы, ҡулдарын күкрәгенә һалды, күҙҙәрен йомдо. Күңеле тыныс, йөрәге ярһымай, ҡуй үлмәйем әле, тигән уйы ла юҡ. Йәшәрен йәшәне, ашарын ашаны. Хоҙай ғүмерен дә бирҙе, зарлана алмай, һуғышта ҡатнашты, зәғифләнмәй-нитмәй әйләнеп ҡайтты, өс малай, ике ҡыҙ үҫтерҙе, улдарын өйләндерҙе, ҡыҙҙарын кейәүгә бирҙе, башҡа сығарҙы, ике өй һалды, ата-әсәһен ҡараны, уларҙы тәрбиәләп ерләне, үҙе пенсияға тиклем эшләп йөрөнө. Төрлө сағы булды, әммә ләкин уңманым, тейешен алманым, тормоштан ҡағылдым-һуғылдым, тип әйтергә теле әйләнмәй. Эйе, үкенесле мәлдәре, йәшлек иҫәрлеге менән ҡылған хаталары булды – сәкәләште, әрләште, һуғышты, тура килгәнендә кеше бисәләренән дә баш тартманы.
Шығырҙап ҡапҡа асылды. Уйҙарына батҡан ҡарт тертләп китте лә ни сәбәптән һикегә һуйлайғанын да онотоп, һикереп торҙо. Шәмсетдин икән. Бер өй аша ғына йәшәгән күршеһе. Моғайын да, электр йышҡыһына киләлер. Улы алып ҡайтып биргән ул йышҡыны Билал үҙе йүнләп тотона ла алмай, урам буйлап кешенән-кешегә тик йөрөй. Әле лә өйҙә түгел.
Шәмсетдин һайғау ише оҙон, дуға кеүек кәкре аяҡтарын арҡыры баҫып, оҙаҡ итеп бының ихатаһын байҡаны, әйтерһең, үҙенә кәрәк әйберҙе эҙләне, ҡаршы кәртәгә һөйәлгән таҡталарға, имән ярҡаларына туҡталды, был үҙе лә нимәлер оҫталай, ахыры, тигәндәй уйланып торҙо, шунан әлеге әйберҙәр янына килде. Һәр береһен тотҡолап, әйләндергеләп ҡараны ла яй ғына ишеккә йүнәлде. Билал яңы костюм-салбарын йәһәт кенә сисеп шаршау эсенә ырғытты ла үҙенең көндәлек кейемдәрен кейҙе.
– Әссәләмәғәләйкүм! Өйҙәләрме? — тип ҡысҡырып иҫәнләште Шәмсетдин солан ишегенән үк. Ҡысҡырып һөйләшеүенең сәбәбе бар — ҡолаҡҡа ҡатыраҡ. Үҙе ишетмәгәс, башҡаларҙы ла шулай тип уйлай.
– Өйҙә, өйҙә, кер, – Билал да ул ишетһен тип тауышын күтәреберәк әйтте.
– Арыу ғынамы?
– Ҡапылда арыу әле. Йышҡы кәрәкме?
Шәмсетдиндең күҙе шар булды.
–Ҡайҙан белдең?
– Ҡайҙан белдең тип ни... һин миңә шул йышҡы кәрәк булһа ғына керәһең бит.
– Ныу? — Шәмсетдин берауыҡ уйланып торҙо. — Хотя, шулайҙыр, һин хаҡлылыр. Үҙеңдеке булмағас, нишләйһең? Улым ҡайта малайҙары менән. Шуларға йоҡлап йөрөргә һике һымаҡ берәй нәмә төрәкәләргә ине, күмәгәйеп китһәк, өйгә һыйып булмай.
– Ал, тик Наилдан барып ал. Эшең бөткәс килтер, үҙемә лә кәрәк була, – Билал ҡарт тәҙрә янына килеп тышҡа ымланы, йәнәһе, ана, мин дә йышырға таҡталар әҙерләгәнмен.
Шәмсетдин ризалыҡ билдәһе, итеп баш ҡаҡты.
Әлбиттә, йышып маташмаҫ Билал ҡарт ул таҡталарҙы, былай ғына әйтте, килтерһен өсөн генә — үлгәс йә үҙендә торғоҙоп ҡалдырыр. Шундай ҡиммәт, кәрәкле әйберҙе йомһа ҡыйын буласаҡ.
Бөгөн ҡалай ҡыҙыҡ был, тигән һымаҡ йәнә бер ҡараны Шәмсетдин. Күрәһең, йорт хужаһының йөҙөндә, ҡылығында быға тиклем булмаған ниндәйҙер үҙгәрештәрҙе шәйләне. Билал күршеһенең һынсыл ҡарашынан уңайһыҙланып китте, әллә үлеремде һиҙҙе инде, тип шикләнде. Ҡараҡтың бүрке яна тигәндәре шулдыр.
Бына бәлә, Шәмсетдин сығып ҡына киткәйне, әбейе ҡайтып керҙе. Ярай әле ятып өлгөрмәгәйне. Нишләһен, әбейе менән ултырып яңынан сәй эсте, теге-был һорауына яуап бирҙе, үҙенекен һөйләгән булды. Үҙе һөйләшеп ултыра, үҙе, быны бер ярты көнгә ҡайҙа олаҡтырырға икән, тип баш вата.
– Әлимәләрҙән күптән хәбәр-хәтер юҡ түгелме? Әллә барып әйләнәһеңме? Ниңәлер төшкә керҙе бөгәсә, - Билал әбейенә ҡарамай ғына шулай тине. Тауышы урыны-урыны менән ҡалтыранып китте — хәйләләп өйрәнмәгәс ни алдауы ҡыйын. Ә төшкә керҙе, тип, алданы.
Әлимә оло ҡыҙҙары. Биш саҡрымдағы күрше ауыл егетенә тормошҡа сыҡты ла шунда йәшәй, һатыусы булып эшләй.
– Өсөнсө көн генә сәләм әйтеп ебәргән, иҫән-һаубыҙ, тигән. Һиңә әйтмәнемме ни? — әбейе аптырап ҡартына ҡараны.
– Юҡсы.
– Онотҡанмын инде.
– Миңә тигәндә шул инде һин. Балаларҙың хәл-әхүәлен дә йәшергәс...
Ҡарсығы, әлбиттә, ҡыҙының сәләмен әйткәйне. Ҡарт инде быны махсус рәүештә танды — ҡатыраҡ бәрелһәң, ҡарсығының юғалып ҡалыуын, шул эште башҡарырға тырышыу ғәҙәтен бик яҡшы белә. Ҡарсығы өҫтәлен йыйыштырҙы ла төйөнсөгөн төйөнләй ҙә башланы.
– Быҙау һыуһап ҡайта торған, эсереп ҡыуырһың, ҡаҙҙар, тауыҡ...
– Ярар, ярар, беләм, беренсе көнмө?.. Сәләм әйт.
Әбейе сығып киткәс, ҡарт көндәлек кейемен сисен, яңыларын кейҙе, тағы берәйһе килеп кермәҫ элек ята һалайым тип, солан ишеген элде лә һикегә барып ятты.
...Ун ете йыл элек булды был хәл. Пенсияға сығыуын байрам итеп йөрөгән мәле ине, дөрөҫөрәге, шуның икенсеме, өсөнсөмө көнө ине. Шаңҡыған, саҡ айнып килгән башы менән ҡапҡа төбөндәге эскәмйәһенә сығып ултырғайны. Эңер төшөп килгән саҡ. Башы сатнаһа ла, кәйефе шәп, күңеле күтәренке. Эргәһенән үткән ауылдаштары менән ихлас һөйләшә, иҫәнлек-һаулыҡтарын һораша, бала-сағаны шаярта.
Бер ваҡыт ауылдың теге осонан яурындарына тоҡтар артмаҡлаған ике ҡатын күренде. һис ауыл бисәләренә оҡшамағайны улар: күҙҙәренә төшөрөп яулыҡ ябынғандар, оҙон, ялпылдап торған киң күлдәк кейгәндәр. Ауыр атлап — йыраҡтан киләләрҙер, төйөнсөктәре лә тос күренә — Билал тапҡырына еттеләр ҙә аҙымдарын әкренәйттеләр. Береһе юлын дауам итте, икенсеһе, олорағы, тултырып ҡараны ла Билалға боролдо. Билал тәүҙә, бәләһенән баш аяҡ, сиған бушҡа йөрөр тиһеңме, тип кереп китергә уйлағайны ла унан, ашамаҫ, нимә тип алдар икән, тип ҡалҡынған еренән кире ултырҙы. Ҡыҙыҡһыныусанлығы еңде, ҡыҫҡаһы. Ҡатын тәүҙә ауыл исемен, күрше ауылға нисә саҡрым икәнлеген һораны, унан Билалдың күҙенә туп-тура ҡарап, әйҙә, егет кеше (тап шулай тине, егет тине), яҙмышыңды юрайым, алда нимә көткәнен әйтеп бирәм, үкенмәҫһең, ғүмер буйы миңә рәхмәт уҡып йәшәрһең, тине.
Сиған халҡы — әүәл-әүәлдән шикле, кешегә ҡурҡыу һалған халыҡ. Билалдың бала сағында ауыл аша улар күп үтте. Шәлъяулыҡ, стенаға элә торған сыбар балаҫтар һатты, күрәҙәлек ҡылды, теләнселәне. Ауылдан киткәс, улар кергән өйҙәрҙә нимә булһа ла юғалыуын аңғара торғайнылар. Һүгәләр, бер-береһен асығауыҙлыҡта ғәйепләйҙәр ауылдаштары, икенсе юлы һағыраҡ булырға өндәйҙәр, әммә икенсе юлы ла шул уҡ хәл ҡабатлана. Хәтерендә Билалдың, шулай байтаҡ кешенең әйберҙәре юғалғанын асыҡлағас, биш-алты егет арттарынан ҡыуып етеп, бар мөлкәттәрен туҙҙырғайны, тик үҙҙәренең әйберҙәрен таба алманылар. Әллә шул арала ҡайҙалыр йәшереп өлгөрҙөләр, әллә арттарынан килеүҙәрен белеп ташлап киттеләр, белмәҫһең... Бына бит, ҡартайып бөткән Билал да ҡурҡып урынынан саҡ китмәне – бала саҡтан ҡалған шөрләү ғәҙәте.
Әйҙә, тине Билал. Сиған ҡатыны уның ҡулдарына ҡараны ла, һин хәҙер һауалағы ҡош, һыуҙағы балыҡ, алдағы көндәрҙә әллә нисә кеше янып үләсәк, ә һин унан тере сығасаҡһың, биш балаң бар, донъяң етеш, тине. Ете һаны ярата үҙеңде, өс етегә етәһең, тине. Аңламаны Билал өс етенең мәғәнәһен, асығыраҡ һөйлә, тине. Етенсе йыл, етенсе ай, етенсе число, тип аңлатты ҡатын, тормошоңдоң аҙағы шул ете һанында, шул өс ете бергә килгән көндә булыр. Тамсы ла ышанманы Билал, шулай ҙа алтмышҡа ун ете йыл "өҫтәүе" күңеленә май булып яғылды. Был бит етмеш ете йәшкә етә тигән һүҙ. Ҡуйсәле, әкиәт, тине, ә сиған ҡатыны, ышан, ысынды һөйләйем, ҡулыңа, күҙҙәреңә шулай яҙылған, тине, өс ете тоташҡан көндө һүҙемде иҫеңә төшөрөрһөң, тик юлға сыҡма, ҡунаҡ йыйма, тине. Ергә ныҡ баҫып торған, был донъяла тик үҙенә, үҙенең көсөнә генә ышанған Билал, ниндәйҙер иҫкелек, хөрәфәтлек аңҡыған был хәбәргә ҡайҙан ышанһын инде. Нимә һорайһың, тигәнгә ҡатын, ризығыбыҙ бөттө, берәй икмәк булмаҫмы, йомро көҙгөм төшөп ватылды, шуны ла тапмаҫһыңмы, тигәс, ҡатынының аласыҡта йөрөүенән файҙаланып, өйөнән йомро көҙгө, бер икмәк, ике баш ҡорот сығарып бирҙе...
Ҡарттың уйҙарын бүлеп, урам буйында арба тауышы ишетелде. Ул келтер-келтер итеп һикергеләп килде лә былар тапҡырына еткәс кенә ауып китте, ахыры. Артынса нәҙек кенә тауыш иламһырап тр-р ҙа тр-р тип атын туҡтатырға маташты.
Шул ғына етмәгәйне, уға мотлаҡ минең өй тапҡырында туҡтарға кәрәк булған, тип йәне көйҙө Билалдың. Ә теге һаман тырылдай, инәлә, ялбара. Тауышы бер ҙә оло кешенекенә оҡшамаған. Маташыуы оҙаҡҡа һуҙылғас, ҡарт түҙмәне, ҡалҡынып тәҙрәнән ҡарарға мәжбүр булды. Ысынлап та,тап уның өй тапҡырында арбаның кендеге ысҡынған. Йәш ат, дөрөҫөрәге, март айында ғына өйрәтелгән тай, үҙе ише йәш малайҙың дилбегәне тартҡылауын еңергә тырышып алға ынтыла. Малай бер ҡулы менән дилбегәне, икенсеһе менән артҡы арбаның башын тотоп уны алғыһына ултыртырға маташа, әммә кендеген һис тура килтерә алмай — йә аша һала, йә аты тартылып артҡа төшөрә. Сыҡмай булмаҫ, ҡамасаулап ҡына торасаҡ, тип хәл итте ҡарт, кеше йонсоғанда нисек түҙеп ятаһың инде. Ул өтәләнеп ихатаға атланы.
Билал ҡарт аттың йүгәненән тотто ла осон дуға башынан ысҡындырып, ҡапҡа бағанаһына бәйләне, малайға арбаның артын алғыһына килтереп ултыртырға ҡушты.
– Кендеге ҡыҫҡа, шуға ысҡына, - тине. — Мә, тотоп тор әле. — Ул ихатаһына инде, терһәк оҙонлоғондағы тимер сыбыҡ һындырып алып сыҡты, уның бер осон кендектең аҫ яғының тишегенән үткәреп уратып бәйләне лә бөкләп ҡуйҙы. — Шәп йөрөмә, атың йәш, арбаң буш булғас, һикертеп тағы ысҡыныуы бар. Оҙонораҡ тимер киҫәге йә трактор гусеницаһы палецы ҡуйыр кәрәк.
Билал ҡарт уның Наил малайы икәнен таныны. Малай ҡуҙғалып киткәс, керәйем, кешегә бик күренмәйем әле, тип ихатаһына ашыҡты. Ҡапҡаһын япҡанда шәйләп ҡалды: яңы костюмы менән сыҡҡан, имеш! Салғыйына, тубыҡтарына май тейгән. Нишләргә? Билал ҡарт ҡаҡҡылаған булды, ҡулйыуғысҡа барып һыулап ышҡыны, ә май бөтә буламы, һылашты ла ҡуйҙы. Нишләп шул ҡәҙәре иҫһеҙ икән, ә? Шуны бит сисеп сыҡһа була. Керер ҙә кире кейер ине. Хәҙер нисек бысраҡ кейем менән ятырға һуң? Ул үҙен кинәнеп һүкте, "өтөк" тип атаны, шунан эш уҙғанын аңлап, бер аҙ тынысланды. Башты ташҡа бәреп булмай бит инде.
Ғәжәп, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр бик уйланмай торғайны, дөрөҫөрәге, уйланырға ваҡыты булмай торғайны — ғүмере буйы йорт-ҡуралары, хужалыҡтағы бөтмәҫ мәшәҡәттәр әсирлегендә йәшәгән икән дә! Үлеү көнө яҡынайғас ҡына нисектер донъя, тормош, балалары, уларҙың алдағы көндәре хаҡында фекер йөрөтә, нисек йәшәлде һуң әле, тип үҙ-үҙенә һорау бирә, үҙенекен бүтәндәрҙең тормошо менән сағыштыра башланы.
Шулай ҙа тормоштоң әллә ни мәғәнәһен таймай хәҙер Билал ҡарт. Беренсенән, ғүмер тигәне үтте, икенсенән, үҙгәртеп ҡороу тип аталған боламыҡҡа тиклем барыбер ҙә тынысыраҡ, өмөтлөрәк ине көнитмештәре, ниндәйҙер ынтылыш, маҡсаттары бар ине. Хәҙер тормош бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа төшөп китте — маҡсат та, гел былай булмаҫ, рәтләнер, тигән өмөт тә юҡ, төнөн юлһыҙ ерҙә таяҡ менән һәрмәнеп барған кеүек хәс тә. Колхозда эшләүҙең дә фәтүәһе ҡалманы — кеше өс йылға яҡын аҡса ала алмай. Бушҡа йөрөгәнсе ти ҙә эшкә сыҡмай, үҙ хужалығын, үҙ донъяһын хәстәрләү менән мәшғүл. Был бит бер көн түгел, айҙар, йылдар буйы шулай бара. Юғары етәкселек уңайы тура килгән һайын, колхоздарҙы бөтөрөүгә юл ҡуймабыҙ, тип хәбәр һөйләй, әммә уның барлығы ҡағыҙҙа ғына, нигеҙҙә, ул таралған, күҙгә салынырҙай нәмә урланған, мал-тыуар, техника тәләф ителгән.
Бынан өс йыл элек дүрт ауылдан торған колхоз икегә бүленгәйне. Әммә береһе лә мантый алманы. Ҡарттар идараға йыйылышып барып, бүленмәйек, ике хужалыҡ та бөлөр, тип әйтеп ҡараны, тик уларҙы тыңлаусы булманы. Береһе, беренсе бригадаға ингән ауылда йәшәгән баш агроном, икенсеһе — инженер, икенсе бригадаға ҡараған ауыл кешеһе, айырып ике хужалыҡҡа рәйес булып алдылар. Бүленгәнде бүре ашар, айырылғанды айыу ашар тигән мәҡәлдең дөрөҫлөгөн белер өсөн өс йыл кәрәк булды быларға. Ике яҡ та үҙҙәренең өлөшөн әрәм-шәрәм итте, һатты, урланы, әллә күпме белгес икенсе колхозға күсте, район үҙәгендә эш тапты, ҡалаға олаҡты, алып-һатарлыҡҡа бирелде. Хәҙер, мал-тыуар, техника бөткәс, яңынан ҡушылырға йөрөйҙәр, имеш, тип ишетелә.
Өй эргәһенән ҡаңғылдашып әллә күпме оя ҡаҙ үтте, кемдеңдер юлын быуып күршенең эте өрҙө. Билал ҡарт һаман ята, тик һаман үлә алмай. Әллә ваҡыты етмәй, әллә теге сиған ҡатыны алданы. Ул, Билал да, бер ҡатлы нәмә, шуға ышанып ята бит әле. Ошолайтып әллә килгән, әллә килмәгән әжәлде көтөп ятҡансы, өй-ҡура тирәһендә нимәлер эшләй алыр ине.
Ятты-ятты ла һикереп торҙо, бер нисә секунд эсендә үҙенең элекке хәленә ҡайтты, ул хәҙер — өтөк. Тынғыһыҙ, эшсән, әрһеҙ зат. Уның ҡалҡыныуын ғына көткәндәй, ҡапҡа төбөндә быҙауы баҡырҙы. Ҡарт егеттәрсә ныҡлы баҫып тышҡа сыҡты, быҙауын индерҙе, аласыҡтан йыуынты һыуҙы сығарып алдына ултыртты. Мал тиһәң дә мал инде, эсеп бөттө лә, бүтән юҡмы ни, тигән һымаҡ башын ҡапыл ғына ҡалҡытып, томшоғон ҡартҡа һондо. Һоноуы булды, ауыҙындағы шайыҡ бының салбары буйлап аҡты китте. Ай, дуңғыҙ, ай, сәсрәгер, нишләй, ә?! Шул ғына етмәгәйне! Ҡарт, быҙауының ҡылығына ышанмаған кеүек, салбарына ҡарап торған арала уныһы бышҡырып ебәрҙе: ауыҙ, танауынан һирпелгән шыйыҡса костюмын ҡойондорҙо. Һәләк итте, табутҡа ятасаҡ арыу кейемен тамам эштән сығарҙы! Ҡарт йәне көйөп быҙауҙың эсенә типте. Быҙауы ситкә ырғыны ла аҙбары яғына ҡарай сабып китте. Ҡарттың күңелен ҡапыл үс алыу, салбар-костюмының ҡонон ҡайтарыу тойғоһо биләп алды: ул үҙ-үҙен онотоп, аҡылын юйып быҙауы артынан йомолдо. Быҙауы ялан аҙбарға барып инде, күҙҙәрен алартып әле бер мөйөшкә, әле икенсе мөйөшкә ташланды. Ҡарт таяҡ алды ла һуғырға тип киҙәнде, ә тегеһе өзөлдәне, арт һанын һикертеп, тибенде. Ярай әле ҡарт алыҫтараҡ ине, аяғына йәки эсенә тейһә, имгәтә ине. Аяғынан осҡан шыйыҡ бысраҡ шап иттереп йөҙөнә килеп тейҙе. Билал ҡарт ҡапыл туҡтаны ла артҡа ҡайҡайып китте, усы менән битен ҡапланы. Ә быҙауға нимә, үҙ этлеген эшләне лә туҡталған хужаһын йыға яҙғансы төкөп ихатаға сыҡты, ҡойроғон сәнсеп йәнә артын һикертте. Бер нисә генә айлыҡ быҙауҙың мыҫҡыллауынан Билал ҡарттың күңеле тулды, үҙен меҫкен, көсһөҙ итеп тойоуҙан күҙҙәренә йәш тығылды. Уның бөгөн үлерен бынау иҫәр быҙау ҙа белә, күрәләтә мыҫҡыл итә. Еңе менән йөҙөн һөрттө, күҙен асҡас, һәрмәнә-һәрмәнә тигәндәй аласыҡ янына барҙы, йыуынды, һөртөнгәс, таҫтамалдың бер осо менән быҙау бәрелеүенән бысранған итәген, еңен таҙартты, ә бына тубығын һөртә башлағайны, бысрағы йәйелеп һылашты ла ҡуйҙы. Аһ, был көйө ятыу хөрт буласаҡ бит әле. Арыуыраҡ костюмы булманымы икән ни, тип аптыраясаҡ ерләшергә килгән халыҡ. Быҙау менән көрмәкләшеүен, Наил малайына ярҙам иткәндә майға буялғанын белмәҫтәр.
Билал ҡарт, барыбер тынғылыҡ бирмәҫ, баҡырып торор, тип быҙауын яланға ҡыуырға булды. Юлда Сәғит, йәшләй генә ауылдан сығып китеп пенсия ала башлағас ҡына ауылға ҡайтып йәшәй башлаған "Зимагур", осраны. Йыраҡтан уҡ уға ҡарап килә икән. Яҡынайғас, Билал ҡарт уның ғәжәпләнеүле ҡарашын шәйләне.
– Билал ағай, никах яңыртмайһыңдыр ул?
Тамам ғәжәпкә ҡалды ҡарт был һүҙҙәрҙән. Кейемгә берәй нәмә йәбешкәнме әллә, тип өҫ-башына күҙ һалғас ҡына төшөндө тегенең йылмайыу сәбәбенә.
– Юҡ та! — тигән булды үҙе. Кейенеп-яһанып үлергә ятҡайным, бынау мәхлүк ҡайтты ла ҡапҡа төбөндә баҡырып тәҡәтте ҡоротто, нишләйһең, торорға тура килде, эсереп, кире яланға ҡыуа барыуым, тип әйтә алмай бит инде. — Ҡабалан ғына барып киләһе йомош бар ине.
Сәғит, әлбиттә, ышанманы, сөнки йомош-юлға бындай кейем кеймәйҙәр, бындай кейемде туйға, оло ҡунаҡҡа йәки ҡалаға барғанда ғына кейәләр. Шуға йөҙөнән мыҫҡыллы көлөмһөрәүен алмай ғына баш сайҡаны.
– Мин ни, кейәү егете һымаҡ кейенгәс, бисә яңыртамы икән әллә тип торам шул, хи-хи-хи.
– Тоҙһоҙ хәбәр һөйләмә! — Билал ҡарт, йәне көйөп, Сәғитте йәһәтерәк уҙып китергә ашығып, быҙауының арҡаһына сыбығы менән һуҡты.
Телдәр Сәғит уның үлгәнен ишеткәс, моғайын, юҡты һөйләмәгеҙ, мәйетен алдыма килтереп һалмайынса ышанмайым тиер, ул бит яңы ғына өр-яңы костюм кейеп быҙау ҡыуып йөрөй ине, был ни ҡылығың, әллә никах яңыртаһыңмы, тип һораным, тип һөйләр, баҡһаң, ул үлергә йыйынған икән, ниңә һикегә генә ятҡан, бер ыңғай табут эшләп шуның эсенә кереп ятырға кәрәк булған, тип осһоҙ ғына шаяртҡан булыр, бот сабыр. Эйе, эйе, бот сабыр — ғәжәпләнһә, уның шулайта торған ҡылығы бар.
Үр яҡ урамдың быҙау йөрөткән ере — бригаданың баҫыу башында. Баҫыу кәртәләнгән, әммә ситән тишек-тошоғонан быҙауҙар кереп-сығып йөрөй. Баҫыу ҡарауылсыһы ул йәш малдың һәр береһен сыбыртҡылап ҡыуып тора, тегеләр яңынан керә тора. Үләндең унда тәмлерәк тә, мулыраҡ та икәнен беләләр шул.
Бына әле лә ҡарауылсы? Моталлаптың төпсөгө һыбайлап быҙауҙарҙы йән-фарман баҫтырып йөрөй — яра, ҡысҡыра, һүгенә, аты менән тапатып алып бара. Үәт, дуңғыҙ, шул ҡәҙәре ҡайыҙламаһа, тип әсенде Билал ҡарт быҙауҙарҙы йәлләп.
Баҫыу һаҡсыһы тишек-тошоҡтан быҙауҙарҙы яра-яра сығарып бөттө лә еңеүсе ҡиәфәте менән тегеләргә йоҙроҡ күрһәтте, ҡайыш сыбыртҡыһын шартлатып алды.
– Ниңә шул тиклем яраһың, ә? — тине ҡарт уның эргәһенә килеп.
– Кермәһендәр! — тип яуапланы малай, тауышын күтәреп.
– Бәй, улар ашарҙарына күберәк булған ергә керә инде. Былай йонсомаҫ өсөн ситәндең тишек-тошоғон бөтәштерергә кәрәк.
– Минме? — малай аптырай.
– Һин булһаң да. Йәки атайың менән. Атайың бригадирға әйтһә, ул кеше ҡушыр ине.
Малай аҡыл өйрәтеүҙе оҡшатманы, ялан аяҡтарының үксәләре менән атының бөйөрөнә типте лә картуф баҡсалары артындағы һуҡмаҡтан өйҙәре яғына ҡарай сапты. Билал, баш сайҡап, быҙауын шунда, ситән буйында ҡалдырҙы ла ҡайтыу яғына атланы. Ун-ун биш аҙым атлағас, кире килде, йомшаҡ ҡына итеп быҙауының арҡаһынан һөйҙө. Был уның эсенә тибеүе өсөн ғәфү үтенеүе ине. Быҙау ҡойроғон һелтәп ситкә ташланды. Билал уға байтаҡ ҡына ҡарап торҙо ла ҡайтыу яғына боролдо.
Был яҡлап остан беренсе йорт — Наилдыҡы. Йорто, кәртә- ҡураһы теүәл, малы ишле, ҡулы оҫта кеше. Бына әле лә лапаҫ күләгәһендәге верстагы янында тырмамы, һәнәкме һаплай. Ағас тырма яһайҙыр, ахыры — ҡыҫҡа ғына таяҡ-тештәрҙе юна, әйләндергеләп ҡарай, күҙенә терәп, төҙлөгөн тикшерә. Бесәнгә әҙерләнә, тимәк. Ә Билал быйылғы бесән әҙерләүҙә ҡатнаша алмаясаҡ. Быйылғы ғына түгел, бынан ары бер ҡасан да. Әлбиттә, йәл, был эш уның яратҡан шөғөлдәренең береһе ине.
Йыл әйләнәһенә "Беларусь" тракторы арбаһы ултырған, тимер- томор сәселеп ятҡан, май түгелгән майҙан ҡаршыһында — Ишморат йорто. Ауылға кергән юл гел бысраҡ, ямғыр яуһа, үтермен тимә, ә тракторсының ҡапҡа алды тап-таҙа — техника үҙ ҡулында булғас, йылға буйынан бер нисә арба ҡырсынташ килтереп түккән. Шул тирәләге соҡор-саҡырға ла бер аҙ ауҙарһа, ҡыйыш китмәҫ ине лә, юҡ, ыжламай. Бата-сума сығып китә, әммә рәтләмәй, ә бит ул соҡор-саҡырҙы тракторы менән үҙе йырмаслаған.
Камил йортоноң рәшәткә буйында малай-шалай мәж килә. Көлгән булалар, ҡысҡыралар, ә береһе, иң бәләкәйе, ниңәлер илай. Билал ҡарт былар янында аҙымдарын әкренәйтте.
– Нимә булды? Ниңә илайһың?
Биш йәштәрҙәге малай илауҙан туҡтаны ла Билалға маңлай аҫтынан һөҙөп ҡараны, күлдәгендәге һиҙәпте борғосларға тотондо. Уны өҙөп төшөргәс, йәһәт кенә усына йомдо. Икешәр-өсәр йәшкә өлкәнерәк өс малай йән фарман йылға буйына ҡасты. Араларындағы берҙән-бер ҡыҙ, уныһы ла шул биш-алтылар тирәһендәлер:
– Турғай бирәбеҙ тип, һыйыр буғы тотторҙолар, шуға илай, – тине сыйылдыҡ тауыш менән.
– Нисек буҡ тотторҙолар? — ҡарт аңламаны.
– Һыйыр буғын фуражка менән япҡандар ҙа турғай тоттоҡ, һин фуражканың ситенән ҡулыңды тыҡ та тот, тинеләр. Был тыҡты ла тотоп алды, – тип аңлатты ҡыҙ ишараты. Үҙе туҡтауһыҙ бауы менән һикерҙе, малайҙың ҡайғыһына шатланамы, көйәме икәнен аңлауы ҡыйын ине.
– Ах, оятһыҙҙар! — тигән булды Билал ҡарт, арттарына ҡарай- ҡарай һаман йылға яғына сапҡан малайҙарға боролоп. — Ә ауыҙы нишләп бысраҡ һуң?
– Буҡ йәбешкән.
– Уныһы ҡайҙан? — ҡарт йәнә аптыраны.
– Йәбешкән буҡты төшөрәм тип ҡулын һелккәйне лә, рәшәткәгә бәрҙе. Ауыртҡас, бармағын ауыҙына ҡапты.
Билал ҡарт был юлы көлөүҙән тыйыла алманы. Малай йәл булһа ла, һикерәндәк ҡыҙ һөйләгән ваҡиға уға ҡыҙыҡ ине. Ус бысраҡ, ауыҙ бысраҡ. Малай яңынан иларға тотонғас, йонсотмайым, тип китергә ашыҡты. Эй, балалар, уйындан башҡа бер нәмә лә белмәгән сағығыҙ шул, тип уйланы үҙе, уларҙан көнләшеп, һеҙҙең ҡайғығыҙ миндә булһа!
Байтаҡ атлағас, артына әйләнеп ҡарағанда "турғай" тотҡан малай аяҡтарын тарбан-торбан ташлап иптәштәре артынан йылға буйына йүгерә ине...
Ҡайтһа, йәшелсә баҡсаһы тулы кәзә! Бәй, бәй, ҡапҡаны ябып сыҡҡан кеүек инем дәһә, тип аптыраны ҡарт, тимәк, япмаған, йә берәйһе асып киткән. Әйтеүенә үс итеп, теге баҫыу ҡарауылсыһы малайҙың этлеге түгелме икән?
– Яуыздар, дуңғыҙҙар, мин һеҙҙе! — ҡарт таяҡ алды ла ярһып баҡсаһына ташланды. Сос кәзәләр бының килеүен шәйләп, ашауҙарынан туҡтаны ла бер мәлгә генә баштарын күтәреп ҡолаҡтарын ҡайсыланы, унан берҙәм рәүештә ҡойма буйлап сабышырға тотондо. Билал ҡарт ныҡ һелтәнеп таяғын кәзәләр өҫтөнә бәрҙе — береһе бәләсел баҡырып ебәрҙе. Өйөр тағы ла ҡыҙыуыраҡ саба башланы. Улар баҡсаның бер мөйөшөнән икенсеһенә, икенсеһенән өсөнсөһөнә йүгерҙе, һырыҡты, баҡырышты, ниһайәт, асыҡ ҡапҡаны шәйләп, этешә-төртөшә ихатаға, унан урам буйына, эркелде.
Емеш-еләге бешеп килгән баҡса һөрөнтө ергә әүерелгәйне. Түтәлдәрҙә элек нимә үҫкәнен һис белерлек түгел. Помидор һабаҡтары һынған, һытыҡ помидорҙары ерҙә тәгәрәшеп ята, кәбеҫтә баштары кимерелгән, ҡыяр һабаҡтары ҙур йүкә йыуғыс һымаҡ ишелеп-таралып баҡса буйлап һуҙылған. Йә инде, йә, йәй уртаһына тиклем ҡарап-тәрбиәләп үҫтер ҙә шулай ике минут эсендә юҡҡа сығар инде! Күпме хеҙмәт, ваҡыттары сарыф ителде, иң ҡурҡынысы — ашарҙарына ҡалманы. Хәйер, Билал ҡарт өсөн хәҙер ҡыяры ла, помидор, кәбеҫтәһе лә кәрәкмәй, әбейе йәл. Иҫенә төшөргән һайын ҡарғап бер булыр инде.
Баҡсаһы буйлап йөрөй торғас, Билал ҡарт күршеләре яҡлап тишек шәйләне. Тишек кәзә башы һыйырлыҡ ҡына, кәзәнең башы һыйған ергә кәүҙәһе лә һыя. Тимәк, ошонан кергәндәр. Оҙаҡ ҡына аптырап торҙо Билал, был көйө уның үлеп ятырға хаҡы юҡ, ул үлер ҙә китер, донъя мәшәҡәттәренән ҡотолор, ә әбейе йонсор. Ул ҡайтып етмәҫ борон тишекте бөтәштерергә кәрәк!
Бер ике бағана ултыртырмын да кәртәләрен шуға ҡаҙаҡлармын тип ниәтләп лапаҫ башынан нәҙегерәк бағаналарын төшөргәйне лә күршеһе менән үҙенең йәшелсә баҡсаларын айырып торған араның бөтә оҙонлоғонда бағаналарының сереүен шәйләне. Һуңғы бер нисә йыл эсендә йорт-ҡура тирәһендә байтаҡ эштәр башҡарҙы Билал: лапаҫының башын яңыртты, утын һарайы ҡорҙо, картуф баҡсаһының арт яғын кәртәләп алды, ә бына йәшелсә баҡсаһына һис ҡулы етмәгәйне. Моғайын, күршеһенә ышанғандыр йә торорлоҡ әле, тип уйлағандыр. Нишләргә? Рәтләмәй булмай. Йүнәтеү өсөн ваҡыт кәрәк. Ул юҡ. Иртәгә үлһә өлгөрөр ине лә. Туҡта, ул сиған ҡатыны үлеүең иртәнсәк булыр тип әйтмәне бит, төш мәле лә тимәне, бәлки, ул төнөн генә йән бирер? Ә төнгә тиклем әллә күпме ваҡыт бар.
Ҡарт йүгереп тигәндәй өйгә инде, яңы костюм-салбарып систе, ишек төбөндә ятҡан көндәлек кейемен кейҙе лә эшкә тотондо. Тәүҙә иҫке кәртәне ауҙарып, утынлыҡҡа ташыны, яңы бағаналар осланы, соҡор ҡаҙып, шуларҙы ултыртты, өс рәт кәртә сөйләне, урам яғына тип һаҡлаған штакетниктарын ошо кәртәләргә ҡаҙаҡланы. Бәләкәй баҡсаға былар йәл дә инде, тик нишләйһең, кәрәк, оҙаҡҡа етер, әбейенең ғүмеренә етер, унан килеп урам яғының кәртәһе ныҡ әле, өсөнсө йыл ғына тотто, тағы биш-алты йыл ғына торорлоғо бар.
Ҡояш лепкә тапҡырына еткәндә ҡойма ҡойолоп бөттө. Ҡарт ҡәнәғәт булып берауыҡ эшенә ҡарап торҙо, оҡшатты, шул арала тауҙай эш башҡара алғанына үҙ-үҙенә һоҡланды. "Өтөк", тип атауҙарында хаҡлыҡ барҙыр шул — өтөлдө, ҡырылды, әммә башҡарып сыҡты бит. Ҡорамалдарын келәтенә ташыны, тәһәрәт яңыртып, аласығына керҙе, ҡорһағы кәпәйгәнсе айран һыйыҡлап эсте лә өйөнә инде, ишеген элеп, һикегә һуйлайҙы. Ята торғас, кейемен алыштырмағаны иҫенә төштө, ай, хәтер юҡ шул, тип көндәлек күлдәк-ыштанын йәнә ишек төбөнә быраҡтырып, костюмын кейҙе. Ҡарсығы ла оҙаҡламаҫ инде хәҙер, ҡайтып етер, үлеп өлгөрөргә кәрәк. Ҡарт күҙҙәрен йомдо, тик һис тыныслана алманы, эш ярһыуы баҫылманы. Тулҡынланыуы саҡ ҡына һилләнгәйне, уйҙар даръяһы ялманы, шунан йоҡомһорап китте. Үлем тигән нәмә шулайыраҡ киләлер инде, тип уйлай ғына башлағайны, ишек ҡаҡтылар. Ҡарт тертләй һикереп торҙо, тәнен тотҡолап ҡараны, үҙенең һаман тере икәнлегенә ышанғас, кеше шулай оҙаҡ йән бирәме икән ни, тип аптыраны. Солан ишеген элгәндер, ахыры, аса алмайҙар. Тағы ҡамасаулайҙар, йән көйөктәре, өтөктәр, үлергә лә форсат юҡ. Ниндәй тормош был, ә?
Билал ишекте асмаҫҡа ҡарар итте. Моғайын да, ҡарсығы ҡайтҡандыр. Йөрөһөн, көтһөн әле. Тағы бер ике дөбөрҙәтер ҙә китер, унан тәҙрәгә ҡапланыр. Әбейе, ысынлап та, йәнә бер дөбөрҙәтте лә тәҙрә янына килде, маңлайын быялаға терәп, ҡаштары өҫтөнә ҡулын ҡуйып өй эсенә текәлде. Оҙаҡ байҡаны өй эсен, әйтерһең дә, Билалдың өйҙә икәнен белә. Аһ, үлеп өлгөрә алманы, былайтып йәшенмәк уйнарға тура килмәҫ ине. Шулай гел киреһен эшләй бит әбейе — башҡа ваҡыт, кәрәкмәгәндә, ауыл араһына сыҡһа йәки берәйһенә йомошҡа керһә, донъяһын онота — сәйнүге ҡайнай бөтә, күнәгендә ҡамыры күпсей ултыра, быҙауы имә, һөтө таша. Ғүмер буйы киреһен эшләне, ә бөгөн оҙаҡҡараҡ йөрөргә кәрәк булғайны, иртүк ҡайтып керҙе.
Ҡарсығы урамда тапанды-тапанды ла ишеккә барҙы, асыуланып йәйә бер тартты, унан ихата уртаһына килеп баҫты. Әфисәрме ни, хәтәр тора ҡайҡайып. Бына бер мәл йәшелсә баҡсаһының яңы рәшәткәләре күҙенә салынды бит! Тәүҙә аптыраны, шунан яйлап ҡына ҡапҡаһын асып эскә үтте лә шаҡ ҡатты.
Ҡарсығы ҡара ергә әйләндерелгән түтәлдәрен, һындырылған помидор һабаҡтарын, түбәләре кимерелгән кәбеҫтә баштарын шәйләп төпкәрәк үтте. Үтте лә ике ҡулы менән башын тотто...
Ай, ярай янында түгелмен, кәрәкте бирер ине, тип уйланы ҡарт, тәҙрә ситенән генә әбейен күҙәтеп. Ярар, үлгәс баҡса онотолор, ҡышлыҡ емеш-еләген бер башына табыр әле, ә бына ҡойма тураһында, ҡайһы арала өлгөргән, мин киткәндә башламағайны ла, ике сәғәт эсендә ҡойоп ҡуйған (ярты көн тимәҫ, тап ике сәғәт тирәһе генә тир), тип һөйләр, илай-илай. Хәйер, кем белә, бәлки, иламаҫ та, ҡасандан бирле йәшелсә баҡсаһының кәртәһен тот тип әйттем, тыңламаны, үлгән көнө саҡ төрәкәләп ҡуйҙы, хәстрүш, тип яманлар әле.
Ниһайәт, әбейе баҡсанан сыҡты. Билал ҡарт ҡарап-күҙәтеп торған тәҙрә янына килеп йәнә тапанды-тапанды ла урам буйына йүнәлде. Күршеләргә, йә булмаһа берәй әхирәтенә юлланғандыр. Ҡарт тәрән итеп көрһөндө, тынысланды, хәҙер донъяһын онотасаҡ, тип ҡул һелтәне лә йәнә һикеһенә һуйлайҙы.
Аһ, нишләп һаман килмәй икән бынау үлем тигәне? Ғазраил юлда әллә аҙаштымы, әллә сират етмәйме Билалға? Күптән төш ауҙы, ә ул һаман тере. Төндә килерме икән ни? Улай булһа, һигеҙенсе числоға сыға бит. Әллә яланға йәки урманға барып ҡына үлергәме? Ана, былтыр, тиңдәше, юҡ, ике йәшкә олораҡ бит әле, Мөҙәрис, үлерен һиҙеп, тау яғына сығып киткәйне бит. Салғы алған (сентябрь аҙағы), әбейенә, тауҙағы яланды сабып ҡайтам, ашарға һал әле, ти икән. Аптырап ҡалған ҡарсығы, бәй, уны сапҡайның түгелме һуң, ти икән. Кисә барып ҡараным, тағы үҫкән, тип яуаплаған Мөҙәрис. Ҡурпымы ни? Эйе. Киткән. Төш ауған, кис еткән, юҡ ти был. Ул көн ҡайтмаған. Иртәнсәк иртүк ейәнен тауға ебәрһә, ҡыуышта үлеп ята ти. Алдаған әбейен, кеше күҙенән ҡасып үлергә барған... Шуның ише әллә Билалға ла тауға юлланырғамы? Юҡ. Эҙләргә сығасаҡтар, уныһы бер мәшәҡәт, тапҡас, мәйетен алып ҡайтыуҙары икенсе мәшәҡәт. Тапҡансы бынау эҫелә таралып бөтөүең бар, ә иң насары — кешегә сәйнәнергә урын ҡала. Ниңә сығып киткән, әбейе йәки балалары менән һүҙгә килешкәндер, берәй нәмә бүлә алмағандыр, башына зәғифлек килгәндер... Ләститкә аҙыҡ биргәнсе, өйҙә генә ятып үлгәнең мең артыҡ. Кисә генә мунса төштө, сисендереп, яңынан кейендереп тораһы юҡ, әҙер, һикелә ята, тейешле доғаңды уҡы ла алып кит зыяратҡа. Зыяратта урыны билдәле. Кешегә әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмай ғына...
Урам буйында эт өрҙө, һайыҫҡан шыҡырҙаны (уға эйәреп зыяратҡа барған һайыҫҡандыр), ҡапҡа асылып ябылды. Кемдер шәп-шәп атлап ихатаға керҙе лә ишекте тартты. Асылмағас, йәнә тартты. Унан шәп-шәп атлап ихатанан сыҡты — ҡапҡаның шартлап ябылғаны ишетелде. Ҡартты ҡыҙыҡһыныусанлығы еңде — ҡалҡынды ла оло урам яғы тәҙрәһенә ҡапланды. Бәй, Сәғиҙә түгелме һуң? Почта ташыусы. Шул бит. Пенсия таратып йөрөмәйме икән? Шулай булһа, ҡалай ваҡытһыҙ йөрөй. Тәҙрәһен ҡаҡты ҡарт. Ҡатын ишетмәне. Ҡарт йәнә ҡаҡты. Был юлы ла тауыш барып етмәне. Ала алмай ҡалһа, харап бит, өс ай алғандары юҡ, йәнә өс ай йөрөтәсәк, барҙым, өйҙә юҡ инегеҙ, тип әйтәсәк, хәҙер инде аҡса бөттө, тараттым, көтөгөҙ, тиәсәк. Ә уларға, дөрөҫөрәге, әбейенә, аҡса бик тә кәрәк буласаҡ — ерләү мәсьәләләре, хәйерлек, тегенеһе-быныһы. Ҡарт ихатаһына йүгереп сыҡты, ҡапҡаһын шар асып ҡысҡырҙы:
– Сәғиҙә!
Ҡатын әйләнеп ҡараны ла кире боролдо.
– Әйҙә кер, мин өйҙә, – шунан үҙенең костюмда, әммә ялан аяҡ икәнен шәйләп, Сәғиҙәне лә көтөп тормай өйөнә ашыҡты.
– Мин өйҙә юҡтар тип торам, ишегегеҙ бикле ине түгелме һуң? — тип аптыраны ҡатын өйгә ингәс, унан аптырап ҡарттың өҫтөнә күҙ һалды. — Берәй ергә йыйына инегеҙме әллә?
– Юҡ та. Кейеп ҡарайым тигәйнем. Шифоньерҙа тора ла тора. Себерҙәге улым алып ҡайтҡайны, йүнләп кейеп сыҡҡаным да юҡ, - Билал ҡарт уңайһыҙланды, өйө буйлап тегеләй-былай йөрөнө, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙапланды. — Пенсия юҡтыр?
Сәғиҙә яурынына аҫҡан сумкаһын һикегә ултыртты, уны асып, ҡалын дәфтәр сыгарҙы, уны асып оло исемлектән ҡарттың фамилияһын эҙләп тапты ла ҡулына ручка тотторҙо.
– Бар. Бер айға ғына, – тип көттөрөп кенә яуапланы шунан. — Хәлимә апай өйҙә юҡмы ни?
– Юҡ. Әлимәләргә киткәйне.
– Улайһа, уның өсөн дә ҡул ҡуй.
Ҡарт үҙенең, әбейенең исем-шәрифе тапҡырына ҡулын ҡуйҙы.
Хат ташыусы бәләкәйерәк икенсе бер сумка сығарҙы, байтаҡ аҡса араһынан тейешен һанап ҡарттың ҡулына тотторҙо.
– Ә ҡалған айҙарҙыҡы ҡасан була?
– Ҡасан ебәрәләр — шунда, – тип ҡоро ғына яуапланы Сәғиҙә. Уның өй һайын ошо һорауҙы ишетеп ялҡып бөткәне йөҙөнә яҙылғайны. Ул сумкаһын яурынына ташланы ла һелкетә баҫып сығып китте.
Тамам кәйефе ҡырылды Билал ҡарттың — өс айҙың аҡсаһын алам тип өмөтләнгәйне, бер айҙыҡын ғына бирҙе. Әллә нимәһенә шуны тотҡарлаған булалар бит, әйтерһең дә, хөкүмәттең аҡсаһы юҡ. Ул эшләгән ваҡытта берәү ҙә пенсия фондына тотайыммы, тип һораманы, тейешен дә, тейеш түгелеп дә ҡайырып ала барҙы. Эш хаҡын да ваҡытында тарата торғайнылар. Хәҙер әллә ниндәй тәртиптәр, дөрөҫөрәге, тәртипһеҙлектәр китте, үҙҙәренең хәләл аҡсаһын айҙар буйы көтөргә мәжбүрҙәр. Билал ғына булһа икән, бөтә ауыл, район, хатта Рәсәй пенсионерҙары интегә бит. Бының осо-ҡырыйы юҡ, киреһенсә, торған һайын сиктән сыға баралар, сыға баралар.
Билал ҡарт аҡсаһын һанап та тормай шифоньер тартмаһына ырғытты ла ишеген элеп, йәнә һикеһенә ауҙы. Юҡҡа торҙом, әбей алыр ине әле, тип үкенә генә башлағайны, үлгәс ул аҡсаны тоттормаясаҡтары иҫенә төшөп тәүге уйынан кире ҡайтты һәм әлдә саҡырып индерҙем, тип ҡыуанды.
Ҡарттың үлеүенә Сәғиҙә лә ышанмаҫ, бәй, кисә генә пенсияларын индереп бирҙем, шап-шаҡтай, өр-яңы костюм кейеп йөрөп ята ине, тип аптырар, аҡса бар ине, ҡалған ике айҙыҡын да юҡҡа биреп китмәгәнмен, тип үкенер...
Ул тәүгә ятҡанда ҡояш ихата яғынан төшә ине, хәҙер урам тәҙрәһе аша ҡарай, тимәк, көн кискә ауыша. Ауышһа ла, көн эҫе. Айға яҡын ямғыр яуғаны юҡ. Көндәр йәнә бер аҙ ошолай эҫе торһа, игендең харап булыуы бар. Билал эҫе ҡояшты бүтән күрмәҫ, уның сығыуын, әлеге ише ҡыҙҙырыуын, байыуын тоймаҫ, ятҡан донъяһы гел генә дөм ҡараңғы булыр — унда бер ваҡытта ла ҡояш төшмәй, гел төн тора. Ямғыр юҡ, игенде бөтөрә, үләнде яндыра тип тә хафалана алмаҫ, бесән сапмаҫ, үҙенә тейешле игенен ырҙындан барып алмаҫ. Уныһы рәхәт, тик шуныһы, ауылында йәшәп ятҡан кешеләр ҙә, ҡарсығы менән балалары ла уны яйлап онотор. Эйе, өсөн, етеһен, ҡырҡын уҡытырҙар, йыллығына ла йыйылырҙар һәм... вәссәләм. Билал бар ине, хәҙер юҡ, бер ҡасан да булмаясаҡ. Бөтәһе лә йәшәп ята, ә ул юҡ. Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Хәйер, тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың инде. Тик барыбер ҙә үкенесле. Кеше ғүмеренең шулай үтә ҡыҫҡа булыуы үкенесле. Сиған алдаманымы икән? Уның һүҙенә, йәғни үҙенә етмеш ете йәш биреүенә тәүҙә бер ҙә ышанмағайны, ауылды, районды, хатта бөтә республиканы тетрәткән ваҡиғанан һуң тамам ышанды.
...Пенсияға сығыуының өсөнсө йылында булды был хәл. Бригадир, кеше юҡ, сөгөлдөрсөләргә һыу ташы әле, ағай, тигәс, утауға төшкән ауыл ҡатын-ҡыҙына һыу килтереү менән мәшғүл булып йөрөгән йәй ине. Арбаға дүртәр биҙрә һыймалы ике феләк ултырта ла, уларға шишмәнән һыу тултырып, ике саҡрым самаһындағы сөгөлдөр баҫыуына юллана. Көнөнә бер, ҡай саҡ ике лә бара. һыу ҡатын-ҡыҙға аш-һыу әҙерләү, йыуыныу өсөн кәрәк.
Ифрат ҡыҙҙырған бер көн, төш ваҡыттарында, ҡапыл ел сыҡты, күкте ҡара болот ҡапланы. Ямғыр килгәнен һиҙеп, ялан буйынса һибелгән ҡатын-ҡыҙ тәпкеләрен ташлап, ялан уртаһындағы ҡыуышҡа ашыҡты. Билалдың шишмә буйынан килеп кенә торған сағы ине, ул да ҡыуыш эсенә йомолдо.
Ямғыр оҙаҡ көттөрмәне, шаптырлап яуа ла башланы. Ҡыуыш ауыҙында ултырған Билал әленән-әле тышҡа күҙ һала һәм күктән төшкән йыуан һыу һыҙыҡтарының бармаҡ буйындай ғына сөгөлдөрҙө ергә йығыуын, тупраҡ менән бутауын күрә лә, имгәтә, кире ҡалҡына алмаҫлыҡ итә инде, тип хафалана. Ярай, ҡыуышҡа һыу үтмәй, ерек, муйыл ағастары өҫтөнән ҡалын итеп күрән ябылған.
Тау яғында, Еҙем, Мәндем йылғалары буйында йөрөгән йәшен менән ялағайы ла һә тигәнсе килеп етте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың олорағы "Алла! Алла!" — тип уҡына, ҡыуыш ауыҙына ҡарамаҫҡа, ҡоторған ямғырҙы күрмәҫкә тырыша, йәшерәктәр йәлп-йөлп бер-береһенә ҡараша. Барыһының да йөҙөп ҡурҡыу, хәүеф баҫҡан.
Ҡапыл яҡында ғына йәшен атты. Еҙем буйындағы берәй тирәкте бәрҙе, ахыры. Ҡатын-ҡыҙ аһ итте, һырлығышты, башын күршеһенең арҡаһына йәшерҙе. Бер-берегеҙгә яҡын ултырмағыҙ, бер-берегеҙгә һөйкәлмәгеҙ, тине Билал. Тыңламағастары йәнә әйте, әммә тегеләр һаман өймәкләшеп, ҡосаҡлашып тигәндәй ултырыуҙарын белде. Ҡыуыш эсен яҡтыртып ялағай ялтланы, артынан күк күкрәне, нимәлер сырт итеп ҡалды. Гөрһөлдәү шул ҡәҙәре ныҡ булды, әйтерһең, яҡындағы Мағаш тауы емерелеп төштө. Унан йәнә, йәнә. Һәр береһе үҙенән алдағыһынан көслөрәк, ҡеүәтлерәк тауыш сығарырға тырышты. Билал, атҡан һайын окопҡа яҡынайған мина һымаҡ ҡыуышҡа яҡыная лаһа, тип уйланды ҡурҡып. Тағы, тағы. Сираттағыһы мотлаҡ ҡыуышҡа бәрәсәк... Шул саҡ ямғыр аҫтында ҡалған бейәһе тауыш бирҙе бит. Әллә йәшен атып йыҡтымы, тип тышҡа һонолоп ҡараны. Аты бәйләнмәгән, ямғырға түҙә алмай ауыл яғына йә урман шырлығына олағыуы ла бар. Һыу шойҡаны аша бейәһен күрә алмағас, Билал тышҡа атланы. Таш һымаҡ ауыр тамсылар башын төйҙө, йөҙөнә, муйын-арҡаһына бәрҙе, үҙе шундуҡ лысма һыу булды. Меҫкен бейәһе башын эйгән дә тора, хужаһы сыҡҡас, уның яғына боролоп та ҡараманы, әйтерһең, бынау мәхшәрҙә ҡалдырыуына үпкәләгән. Ярай оло мал, тай-тулаҡ булһа, моғайын, түҙмәҫ ине, күптән башы һуҡҡан яҡҡа сығып китер ине. Билал ҡыуышҡа кире кереп кәжәнен алды ла бейәнең арҡаһына япты, иҫке бишмәтен башына бөркәндерҙе. Керәйем инде тип боролғайны ғына, тирә-яҡ ҡапыл яп-яҡты булып китте, артынса уҡ ҡолағын тондороп күк күкрәне, нимәлер сарт итеп ҡалды. Ҡыуыштағылар бер юлы тигәндәй ҡысҡырып ебәрҙе. Билал саҡ ҡоламаны, ашығып ҡыуышҡа инде. Тәүге мәлдә бер ни ҙә күрә алманы: төтөн, көйөк, янған үлән еҫе һәм... шомло тынлыҡ. "Эй, - тип өндәште ул. — Һеҙ тереме, әллә үлеп бөттөгөҙмө? Ҡалай ата, ә?" Яуап булмағас, һәрмәнергә кереште — барыһы ла нисек ултырған шул көйө ҡатып ҡалған, береһе лә ҡуҙғалмай. "Һеҙ нимә, мине шаяртырға булдығыҙмы, тороғоҙ, нишләп ултыраһығыҙ, ямғыр үтә", - тине. Әммә ҡуҙғалыусы, тауыш биреүсе табылманы. Тик шунда ғына мейеһен ялағай ише шикле уй телеп үтте — быларҙы йәшен атҡан түгелме һуң? Тик ышанманы, ышанғыһы килмәне, ҡыуыш эсенә ағып кергән һыуҙы шаптырлатып әле бер, әле икенсе ҡатын янына барҙы, ҡулын, тәнен, унан йөҙөн тотто, береһенең дә ҡуҙғалмауына, тауыш-тындары сыҡмауына тамам ышанғас ҡына ҡот осҡос хәл килеүенә төшөндө. Ҡыуыштағы төтөн, ят еҫ таралғас күрҙе, тойҙо — туғыҙ ҡатындың барыһы ла үлгәйне. Шашыр сиккә етеп һәр береһен яңынан тотоп сыҡты, ҡулдары ҡалтыранды, күҙенән субырлап йәштәр аҡты, ә үҙе тубыҡланған килеш батҡаҡ араһында йөрөнө лә йөрөнө.
Ямғыр үтте. Тирә-яҡты күҙ ҡамаштырырлыҡ яҡтылыҡҡа сорнап ҡояш ҡараны. Билал тәнтерәкләй-тәнтерәкләй, батҡаҡҡа бата-сума арбаһы янына барҙы, феләктәрен этеп төшөрҙө лә атын ауыл яғына борҙо — фажиғәне тиҙерәк кешеләргә ҡайтып әйтергә кәрәк ине.
Һүҙ күп булды — нишләп бер һин генә тере ҡалдың, ниңә ҡатындарҙы ҡыуышҡа индерҙең, ә үҙең тышта йөрөнөң?.. Колхоз идараһында ла, ауыл советында ла ҡатындарҙың ирҙәре, тормошҡа сығып өлгөрмәгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре алдында ваҡиғаның нисек булғанын аңлатты Билал, бының осраҡлы хәл икәнен, улар урынында бүтәндәрҙең дә шул көнгә ҡалыу ихтималлығын һөйләне. Ҡат-ҡат һөйләне, миҫалға өсөнсө йыл йәшен атып үлтергән көтөүсе Хөрмәттең яҙмышын иҫтәренә төшөрҙө. Йыуан тирәккә һөйәлеп ултырған еренән генә йәшен һуғып үлтергәйне уны. Тәбиғәт закондары бер кемгә лә буйһонмай, бер кем дә уның менән идара итә алмай, тик бына йәп-йәш, береһенән-береһе матур туғыҙ ҡатында уның ниндәй үсе булды икән? Күпме кеше балаһыҙ, күпме бала әсәйһеҙ ҡалды, ғаиләләр емерелде, яҙмыштар селпәрәмә килде... Ул һағыш, ҡайғы һаман да ауыл өҫтөндә йөрөй, телдән төшмәй, мәңгелек яра булып һулҡылдауын белә.
Ҡатындарҙың һәр береһен айырым ерләһәләр ҙә, дөйөм рәшәткә менән уратып алдылар. Ифрат күп булды кеше, бөтә район түрәләре килде, фажиға тураһында республика гәзиттәре яҙҙы. Ай самаһы ваҡыт үткәс, төнөн, өйөнән саҡырып сығарып Билалды һыу эскеһеҙ итеп туҡмап киттеләр. Ҡарт кемдәр икәнен белде, таныны, милициянан килеп, ғариза яҙығыҙ, судҡа бирегеҙ, тип йөрөһәләр ҙә, ҡараңғы ине, береһен дә аңғарманым, шулай булғас нисек яҙайым, тип уларҙың ныҡыш теләген кире ҡаҡты. Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың үлемендә минең дә ғәйеп бар, тип иҫәпләй ине. Шуға күрә больницанан оҙаҡ йөрөтөп йомошон түләгән кеше һымаҡ тынысланып, мин дә үҙ өлөшөмдө алдым, тигән тойғо менән ҡайтты. Тегеләр бүтәнсә үсләшеп йөрөмәне, тынысланды. Әгәр бейәһе тауыш бирмәһә, уның янына сыҡмаҫ ине, йәшен иң беренсе уны һуғыр ине, сөнки ул ҡыуыштың ауыҙында, ут йомғағының юлында ғына, ултыра ине. Бәхете. Уның сығыуы осраҡлы хәл, шул уҡ ваҡытта осраҡлы ла түгел, тимәк, ғүмере бөтмәгән булған, тимәк, ат тауышы менән Хоҙай үҙе өндәшкән. Билал ошо мәхшәрҙән дә тере ҡалғас, үҙенең етмеш етегә етәсәгенә тамам ышанды. Был ваҡиғанан һуң да ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған әллә күпме ҡурҡыныс хәлдәргә осраны: "Беларусь" тракторы арбаһынан, кәбән башынан йығылып төштө, аттан ҡоланы, һыуға батты, әммә барыһынан да ҡотолдо, иҫән ҡалды. Донъяла мөғжизәләр юҡ тиһәләр ҙә бар икән шул.
...Аһ, һаман үлә алмай! Күҙҙәрен йома, уйланмаҫҡа тырыша, тик әле береһе, әле икенсеһе иҫенә төшөп хәтер даръяһына әйҙәп тик тора. Үҙенең бөтә аңлы тормошо дауамында уйланмағанды бер көндө тулыһы менән кире ҡайтара. Нисек килә икән һуң ул үлем тигәндәре? Моғайын, тәүҙә аяҡ-ҡулдары һыуына башлайҙыр, һалҡынлыҡ балтырҙар, терһәктәр буйлап өҫкә күтәреләлер, йөрәккә ынтылалыр, унан нисек тә мейеһен ялмап алырға тырышалыр...
Ихата яғы тәҙрә рамына һайыҫҡан килеп йәбеште. Бая, таң тишегенән уға эйәреп зыяратҡа барған һайыҫҡан. Ҡара суҡышлы башын артҡараҡ ташлап, ижау һабы һымаҡ оҙон ҡойроғон быялаға терәне лә йәмһеҙ итеп шыҡырларға кереште. Туҡтап торҙо, тирә- ягына ҡаранды, ҡаҡ һикелә ятҡан ҡартты шәйләп, тағы ла ҡыуаныбыраҡ шыҡырҙаны. Ҡәһәрең, был ниндәй мәлғүн булды, ә, тип ҡарт һайыҫҡанға текәлде. Моғайын да, әжәлең килә, һиңә лә сират етте, тип һөйөнсө һорап йөрөүелер: "Һин, ҡартлас, һаман үлмәнеңме ни әле, көн үтеп бара бит."
Билал ҡарт, ярар, китер әле, шыҡырҙауына ниңә борсолорға, уның бүтән эше бармы, тип үҙен тынысландырырға тырышһа ла, тамам дошманына әйләнгән ошо ҡоштоң тауышы йәненә тейҙе, мейеһен бырауланы. Ә һайыҫҡан уның һайын һикерә, еңел холоҡло ҡатын һымаҡ борғолана, үртәй, үсектерә. Ҡарт түҙмәне, һикереп торҙо ла "көш" тип ҡысҡырып ҡулдарын һелкте – һайыҫҡан шырҡылдай-шырҡылдай осоп китте. Тауышында ниндәйҙер ҡыуаныс, ҡартты урынынан ҡалҡыта алыуы өсөн оло ҡәнәғәтлек бар ине.
Билал ҡарт стеналағы сәғәткә ҡараны. Бәй, ете тулып уҙған да баһа! Ҡайһылай оҙаҡ ятҡан! Көтөү ҡайтырға ла күп ҡалмай, быҙауын барып алырға кәрәк, ҡаҙҙары ла тауыш бирер — ҡапҡа төбөндә ҡаңғылдашып ихатаға индереүҙе, индерһәң, ашарҙарына биреүҙе талап итәсәктәр. Әбейе һаман юҡ. Берәйһенә кергән дә сәйгә сумғандыр инде, хәйерсе. Шәмсетдин электр йышҡыһын килтерергә тейеш, күршегә, нисек итен кәртәләп ҡуйҙым, тип әйтергә, һин, давай, картуф баҡсаһы яғын тот, тип өгөтләргә, маҡтанып намыҫына тейергә тейеш. Юҡ, өтөлһә лә үлә алманы, тотонған һәр эшен тиҙ башҡара торғайны, быныһына эшкинмәне. Шулай булғас нимә тип һуйлайып ятырға, килмәгән үлемде көтөргә? Тимәк, теге сиған бисәһе алдаған, төп башына ултыртҡан, ә Билал ята шуға ышанып. Юҡ, һис үлгеһе килмәй Билалдың, ғүмере бөтмәгән әле, ул бисәгә, Аллаһы тәғәләгә үс итеп йәшәргә тейеш ул!
Ҡарт ихатаһына ҡараған тәҙрәһенә күҙ ташланы, унан ҡарашын урам яғындағыһына күсерҙе, кеше-фәлән күренмәгәс, костюмын систе, уны ҡағып-һуғып шифоньерға индереп элде, тир, мал, тиҙәк еҫе аңҡыған, майланып бөткән салбарын, күлдәген кейҙе лә солан болдорона сығып баҫты. Тәрән итеп тын алды, көрһөндө, тирә-яғына ҡараны, лапаҫ башына ҡунаҡлаған һайыҫҡанды шәйләп, көлөмһөрәне, бармаҡ янаны — был юлы ул уға элекке кеүек яуыз һәм бур булып күренмәне, киреһенсә, юҡ менән булаһың, үлмәйәсәкһең һин, ул сиған бисәһенә ышанып йөрөймө кеше, тип шыҡырҙаған кеүек тойолдо.
Киске һауа томра, баҫымы юғары ине, тимәк, төнөн йәки иртәгәләргә ямғыр яуыуы ихтимал.
Хәлимә ҡарсыҡ ҡараңғылы-яҡтылы тертләп уянды ла, ҡабаланып бисмиллаһын уҡырға кереште, шунан үҙен уятҡан шомло тынлыҡты тыңлап ятты, ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, ҡарты яғына боролдо, ҡаҡ ҡулын уның йөҙөнә тигеҙҙе һәм... ҡысҡырып ебәрҙе — Билалдың тәне боҙ кеүек һалҡын ине...