Электронные планшеты 

Автор:
Айнар Байбулатов
Перевод:
Айнар Байбулатов

Электрон планшеттар

 

Һумс менән Вәтһин йылы яҡтарҙағы бер утрауһа ҡояшта ҡыҙынып ята, ти.

— Вәтһин, тәфтишселәрҙең дә ялы булырға тейеш.

— Дөрөҫ әйтәһең, Һумс иптәш!

Ҡапыл Һумстың планшетына скайптан шылтыраталар. Был доктор Ҡуян Өфитәров икән.

— Һумс, Вәтһин әфәнделәр! Урманыбыҙға яңы бәлә килде. Барлыҡ йәнлектәр ҙә зомби-эшселәргә әйләнде. Ағастарҙы ҡырҡып ҡайҙалыр ташый башланылар.

Тәфтишселәр яҡындағы аэропортҡа юл тотто. Бына улар урманда.

— Кемдер беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың аңын томалаған. Был теге аҙналағы бер бай әфәнденең почта аша электрон планшеттар ебәреүе менән бәйле түгелме икән? Тиҙ арала вай-фай станцияһын да төҙөп ҡуйҙы.

— Һумс, әйҙә тикшереп ҡарайыҡ әле, — тине Вәтһин.

Кис тәфтишселәр йәнлектәрҙе күҙәтте. Ни күрһендәр?! Йәнлектәр планшеттарына текләп тик ултыралар, ти.

— Был бит элементар, Вәтһин! Бай енәйәтсе планшеттар ярҙамында күҙҙәрен быуа икән, — тине Һумс. — тиҙ арала вай-фай станцияһын һүндерергә кәрәк.

— Ә доктор Ҡуян Өфитәров төрлө гаджеттарҙы яратмай, өйөндә тотмай, шуға ла аңы томаланмаған!

Тәфтишселәр вай-фай станцияһына юллана. Ни күрһендәр, был ябай ғына станция ҙур бер заводҡа әйләнгән. Уның эсенән электрон планшеттар тейәгән машиналар сығып тора, ти. Ишекте Айыухан һаҡлап тора икән...

Һумс менән Вәтһин вай-фай станцияһына яҡын килгәс, Айыухан уларҙы тотоп ала.

— Һумс, беҙ ҡапҡанға эләктек. Беҙҙән дә зомби эшләйәсәктәр!

Тәхеттә антенналы таж кейгән йыландар батшаһы ултыра, ти.

— Ә-һә, тотолдоғоҙмо! Урмандарығыҙҙы ҡырҡып бөтөрәм!

Аңдары томаланған йәнлектәр планшеттар яһай, ти.

— Был бит элементар, Вәтһин. Йыландар күҙ быуырға ярата. Ошо тажы ярҙамында Йыланбай йәнлектәргә әмерҙәр бирә!

Һаҡсылар тәфтишселәрҙе гипнозлы планшет менән нурландыра башлайҙар, ти. Һумс менән Вәтһинде кем ҡотҡарыр?!

Ҡапыл ут һүнә...

— Ә-һә, Өфитәров ярҙамға килде!

Тәфтишселәр Йыланбайҙың тажынан антеннаһын һурып ала. Йәнлектәр һушына килә.

Баҡһаң, енәйәтсене табыр өсөн Һумс менән Вәтһин юрый тотолған булған.

Йыланбайҙы ҡулға алалар.

Һумс менән Вәтһин кие йылы яҡҡа ҡомда ҡыҙынырға китә.

 

Электронные планшеты 

 

Хумс и Ватхен загорали на пляже в одной тёплой стране.

— Ватхен, и у детективов должен быть отдых! — заявил Хумс.

— Полностью согласен с вами, коллега! — ответил Ватхен.

Вдруг планшет Хумса заиграл мелодию. Это Доктор Заяц Уфитаров связался с ними по скайпу:

— Хумс, Ватхен. В наш лес пришла новая беда. Все звери снова превратились в зомби-рабочих. Они рубят деревья и куда-то их относят.

Детективы немедленно сели на самолёт и вернулись в родной лес.

— Кто-то затмил разум наших друзей. А не связано ли это с рассылкой электронных планшетов для лесных жителей одним богатым незнакомцем? Он и станцию вай-фай построил за короткий срок, — задумчиво сказал Хумс.

— Нужно все проверить! — ответил Ватхен.

Детективы наблюдали за жителями. Звери неотрывно смотрели на экраны своих планшетов.

— Это же элементарно, Ватхен! Богатый незнакомец зомбировал лесных жителей при помощи электронных планшетов. Следует срочно отключить станцию вай-фай, откуда исходят сигналы, — воскликнул Хумс.

— Верно! А доктор Уфитаров не любит пользоваться новыми гаджетами и не держит их у себя дома. Поэтому его разум не был подчинен, — догадался Ватхен.

Детективы направились к станции, но к их удивлению, на этом месте уже стоял большой завод по производству электронных планшетов. Из его ворот выезжали большие грузовики, доверху груженные гаджетами. А охранял завод их друг медведь.

Чтобы пройти внутрь, детективы сделали вид, что сдаются. Попав на закрытую территорию, они увидели, как лесные жители работают в цеху на производстве, а на троне восседает царь всех змей с короной на голове. Из этой короны во все стороны торчали антенны.

— А-а-а. Наконец-то я поймал вас. Я вырублю весь ваш лес, — громко воскликнул змей. — Ведь это я в прошлый раз поработил разум ваших друзей и заставил их работать на шахтах. Но вы мне помешали, за что я вас и накажу!

— Это же элементарно, Ватхен. Многие змеи любят гипнотизировать своих жертв. При помощи этой короны царь змей отдает приказы, — сказал Хумс.

Стражи начали гипнотизировать детективов при помощи планшетов, но внезапно отключился свет. Это доктор Уфитаров пришел на помощь. Незаметно Хумс и Ватхен сняли корону с головы змея, и все загипнотизированные звери пришли в сознание.

Змей был схвачен, а лесные жители снова вернулись в свои дома. Хумс и Ватхен улетели в тёп­лые края, чтобы продолжить свой отдых.

Рейтинг@Mail.ru