Таинственные сигналы 

Автор:
Айнар Байбулатов
Перевод:
Айнар Байбулатов

Серле сигналдар

 

Ҡуян менән Терпе сит илгә тәфтишселәр тәжрибәһе менән уртаҡлашырға барҙы. Кире ҡайтһалар, урман буп-буш, бер йәнлек тә күренмәй.

Һумс менән Вәтһин яңы эш аса! — тинеләр тәфтишселәр.

Урманды тикшерәләр. Йәшәүселәрҙең өйҙәре асыҡ, ә үҙҙәре юҡ икән.

— Был ниндәйҙер ҡара көстәр ул?! — тине Вәтһин.

— Коллега, бөтә нәмәгә лә логик күҙлктән ҡарарға кәрәк! — тип яуап ҡайтарҙы Һумс. — Күрәһеңме, йоҡлар урындары ла йыйыштырылмаған. Йәнлектәр ниҙәндер ҡурҡып ҡасҡан йәки...

— Ҡурҡып ҡасһалар, өй эсендә эҙҙәр ҡалыр ине. Улар тыныс ҡына сыҡҡан. — тип уйланып әйтте Вәтһин.

Һумс менән Вәтһин урман буйлап йөрөй, әммә бер кемде лә таба алмай. Ер аҫтаында ғына ниндәйҙер гөрһөлдәгән тауыш ишетелә.

— Айыу ағайға барайыҡ әле. Ул бит ҙур һәм көслө. Нимәнән ҡурҡҡан икән?

Тәфтишселәр айыуҙың өңөндә һүндерелмәгән компьютерҙы күрәләр. Ә унда “Play кнопкаһына баҫығыҙ” тигән тамға тора. Баҫҡас, айыу ағайҙың тауышын ишетәләр: “Ниндәйҙер көс беҙҙең аңыбыҙҙы буйһондора. Урман ситендәге мәмерйәгә тарта. Ҡаршы торорға көс юҡ...” Аудиояҙма бөтә.

— Дуҫтарыбыҙҙы ҡотҡарырға кәрәк.

Вәтһин менән Һумс мәмерйәгә табан юл тоталар. Ингәс тә уларҙы бер робот тотоп ала һәм бығаулай.

Робот Һумс менән Вәтһинде мәмерйә эсенә алып китә һәм зинданға ултырта. Бында төрлө әйберҙәр, хатта музыка ҡоралдары ла ята икән. Тәфтишселәр башҡаларҙың шахтала эшләгәнен күрә, әммә улар менән һөйләшә алмай.

— Вәтһин, кемдер серле сигналдар ярҙамында беҙҙең дуҫтарыбыҙҙы эшсе зомбиҙарға әйләндергән һәм роботтарҙы хәрәкәт иттерә.

— Нисектер сигналды һүндерергә кәрәк!

— Был бит элементар, Вәтһин. Беҙ дуҫтарыбыҙҙы ҡотҡара алабыҙ.

— Ҡайһылай?

— Уларҙың күңелендә хис-тойғолар уятырға кәрәк һәм буйһондороусы сигналдың көсө бөтәсәк.

Һумс менән Вәтһин ҡулдарына баян һәм ҡурай алып башҡорт көйҙәрен уйнай башлай. Йәнлектәр аңына килә, ә роботтарҙың электрон схемалары янып сыға.

— Беҙ ҡайҙа? Нимә булды? — тип аптырай йәнлектәр.

Һумс менән Вәтһин барыһын да һөйләп бирә. Йәнлектәр өйҙәренә ҡайта.

Тәфтишселәр серле сигналдарҙың ҡайҙан килеүен таба алмай. Был мәсьәләне уларға сисергә тура килер әле...

Таинственные сигналы 

 

Заяц и ёжик посетили конференцию международных лесных детективов, чтобы поделиться опытом. По приезде они заметили, что лес пуст. Все жители бесследно исчезли.

— Хумс и Ватхен открывают новое дело! — прошептали детективы.

Они обошли весь лес: все двери открыты, а дома лесных жителей пусты.

— Это происки тёмных сил! — произнес Ватхен.

— Коллега, не будем паниковать! Всему найдется логичное объяснение. Жители не успели даже заправить постели, значит, они бежали от кого-то либо… — уверенным голосом начал размышлять Хумс.

— Если бы они бежали, остались бы следы спешки. А они вышли спокойно, — перебил его Ватхен.

Тут детективы услышали какой-то подземный гул.

— Пойдём к Медведю. Он большой и сильный. Он-то уж точно смог бы защитить себя, — сказал Хумс.

В доме медведя следователи обнаружили включенный компьютер, на экране которого моргала кнопка «пуск». При нажатии включилась аудиозапись: «Какая-то сила подчиняет наш разум. Нас тянет к пещере на краю леса. Больше не могу сопротивляться…» На этом запись оборвалась.

— Наших друзей нужно спасти! — воскликнул Хумс.

Хумс и Ватхен зашли в пещеру, о которой говорил медведь, и неожиданно были схвачены роботом. Он посадил их в клетку. Тут лежали разные вещи, и среди них несколько музыкальных инструментов. Детективы увидели, что лесные жители работают на шахте внутри пещеры, но они никак не реагировали на вопросы наших друзей.

— Ватхен, кто-то с помощью скрытых сигналов превратил наших друзей в зомби. Эти же сигналы контролируют работу роботов. — догадался Хумс.

— Нужно отключить эти сигналы! — ответил ежик.

— Это же элементарно, Ватхен! Нам нужно пробудить в их сознании былые чувства, и сила сигналов иссякнет, — воскликнул заяц.

Хумс и Ватхен взяли в руки курай и баян и начали играть национальные мелодии. Звери пришли в сознание, а у роботов-охранников сгорели все электросхемы.

— Где мы? Что случилось? — удивлённо спрашивали лесные жители.

Хумс и Ватхен рассказали им обо всём, что произошло на самом деле. Звери вернулись в свои дома. А детективы, как ни старались, не смогли найти источника таинственных сигналов. Им еще предстояло встретиться со зловещим врагом.

Рейтинг@Mail.ru